Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли әҙәбиәт ҡайҙа тәгәрәй?
Милли әҙәбиәт ҡайҙа тәгәрәй? Зөһрә Ҡотлогилдина менән Лариса Абдуллина апайҙарҙы дауам итеп...
Ҡайҙа һин, бөйөк композитор?
Ҡайҙа һин, шиғыр яҙыусы?
Ҡайҙа һин, яуыз инквизитор –
Бөтә ялған ижадсыларҙы
яндырыусы?
Был һүҙҙәр – “Ҡош юлы” бард фестивале лауреаты Тимур Әхмәтйәновтың йырынан. Бик тәрән фекер һалынмағандыр уға, әммә бөгөн “шиғыр яҙыусы” менән халыҡ араһында бәйләнеш юҡлығын аңлатырлыҡ кимәлдә.



Ысынлап та, шиғыр яҙыусылар юҡ­мы, әллә халыҡ үҙе шиғыр уҡымаймы? Һәр хәлдә, тәү нәүбәттә был мәсьәлә милли әҙәбиәтебеҙгә килеп төртөлә. Йәмәғәтселек иһә “уҡырға йүнле-башлы әҫәрҙәр юҡ кимәлендә” тип иҫәпләй, яҙыусы үҙ сиратында “халыҡ бөгөн китаптан айырылды, халыҡ китап уҡымай” тигән фекерҙә. Минеңсә, атта ла, тәр­тәлә лә бар ғәйеп... Ләкин, кемгәлер ғәйеп ташлар алдынан мин, әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан йәш ижадсы булараҡ, тиҫтерҙәремә бер аҙ ҡылыҡһырлама биреп үтмәксемен.
Эйе, йәштәр әҙәбиәткә һүлпән килә, тип һуҡрана торғас, Лариса апай Абдуллина баһалап үтеүенсә, бөгөн әҙә­биәткә күпләп киләләр. Ләкин, ике тамсы һыу кеүек, оҡшаш шиғырҙар күп. Ҡабатлауҙар ҙа, кемдеңдер шиғырына эйәреп яҙыусылар ҙа юҡ түгел. Барыһы ла бөгөнгө заман йәштәренең шулай кешелек ҡиммәттәрен, донъяуи төшөн­сәләрҙе үҙ күңеле аша үткәрә белмә­үенән киләлер, ахыры. Бер көйгә һа­лынған, мөхәббәт йәки бәхетһеҙ хистәр тураһында шиғырҙар... Әлбиттә, милли темаға яҙылған шиғырҙар осрап ҡуя, әммә уларҙың күбеһе таҡы-тоҡо. Күп йәштәр милли йәһәттән көрсөк кисер­гәнгә шулай ул. Тыуған ил тойғоһо, халыҡ мәнфәғәте, кеше хаҡы кеүек төшөнсәләрҙән йырағыраҡ бөгөнгө быуын. Әлбиттә, бик үҙенсәлекле яҙған, ысын һәләтле йәштәр ҙә юҡ түгел. Әммә шулай ҙа тағы бер ваҡиғаға күҙ һалып үтәйек. “Бәйләнештә” селтәрендә бер шиғыр осраны:
Ҡыш етте бит, ҡар ҙа ятты,
Тағы ни кәрәк уға?!
Был тәбиғәт аптыратты,
Ҡасан яңы йыл була?
Был авторҙың Интернет киңлектә­рендә үҙ шиғри төркөмөн дә күргәс, уға нисә йәш икәнен белештем. Мине сикһеҙ аптыратып, 29 йәшлек егет яҙа икән бындай шиғырҙарҙы. Һәр хәлдә утыҙға еткән ирҙәрҙең ижади фекерләү кимәле шундай икәнен күреү үҙе үк бер бәлә түгелме?!
Йә иһә бына тағы ошондай шиғырҙар менән Интернет тулған:
Зинһар, туҡта! – тип әйтһәм дә,
Тик һин туҡтаманың.
Һинең битлегеңде күрһәм дә,
Мин һине яратҡыланым.
Етәр, бөттө, уңдым,
Күҙгә ҡарап алдама.
Мин һинеке генә булдым,
Яраларҙы, зинһар, тоҙлама.
Шиғыр йә бар, йә юҡ, тип әйтерҙәр ине беҙҙең шиғырҙарҙы секцияла тән­ҡитләгәндә. Яҙылғас-яҙылғас, ул шиғыр­ға оҡшап формалы, иң мөһиме, образлы булһын ул.
Юҡ, юҡ, әлбиттә, был авторҙарға нин­дәйҙер ғәйеп тағырға йыйынмайым. Ләкин милли әҙәбиәтте тотҡан оло быуын шағирҙары һәм шулай уҡ беҙ, йәш ижадсылар, был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел. Сөнки иң башта телгә алған “Ҡайҙа һин, шиғыр яҙыусы?” тигән һүҙҙәр тап ошондай “шиғыр яҙыусылар” арҡаһында килеп сыҡмаймы ни? Ошондай шиғыр яҙыу­сылар арҡаһында уҡыусы менән яҙыу­сы араһын һыуытып ебәрмәйбеҙме? Улар бит шиғриәттең кимәлен төшөрә. Әйткәндәй, бындай “әҫәрҙәр” Интернет киңлектәрендә киң таралған. Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк һымаҡ, һуңғы өс-дүрт йылда шиғыр формаһын әтмәләй белгәне лә, белмәгәне лә яҙырға тотоноп китте. Бында тәрән мәғәнә, тормошсан фәлсәфә, кешелектең эске һәм тышҡы донъяһы ул хәтлем әһәмиәткә эйә түгел. Миңә ҡалһа, ҙур ролде “лайк”­тар уйнай. Әлбиттә, был “шағирҙарҙың” ижади төркөмдәренә яҡындары, дуҫ­тары, таныштары үтенес нигеҙендә йыйыла, шиғырҙарға ла ошо рәүешле “лайк”тар ҡуйыла. Башҡа йәштәр менән сағыштырғанда, һиндә “лайк”тар күбе­рәк икән, һин – шәп шағир. Ошондай үҙ-үҙен бөйөкләштергәндәрҙең ауына эләккәндәр, ысынлап та, хәҙерге заман шиғриәте ошолай икән тип ҡабул итә.
Шул уҡ ваҡытта өлкәнерәк быуын шағирҙарына ла күҙ һалайыҡ. Әлбиттә, улар араһында “лайк” артынан сабыусылар юҡ (бәлки, барҙыр ҙа!), ләкин күрәме икән улар үҙ-үҙҙәрен шағир тип танытырға тырышҡандарҙың ошо башбаштаҡлығын? Бөгөн өлкән быуын шағирҙары, яҙыусылары, ғөмүмән, борсоламы икән үҙҙәре урынына килгән йәштәр ижа­дын­дағы сифат хаҡында? Әгәр ысынлап борсолалар икән, ни өсөн Ижад йорто юҡ? Ни өсөн йәш быуындың ижадын әҙәби ҡалыптарға һалыу сараһы күрелмәй?
Хәйер, ҡыштың матур бер көнөндә Яҙыусылар союзының идара рәйесе Наил Ғәйетбаев менән был темаға ҡағылышлы һөйләшеүҙәр булғайны. Ғөмүмән, күңелгә өмөт һалды ул. Сөнки әңгәмәбеҙ Яҙыусылар союзында йәш­тәр бүлеге асып, йәш ижадсыларҙы тупларға тигән ниәттән ғибәрәт булды.
Һүҙ ыңғайында бер йыл элек булған ваҡиғаны ла әйтеп үтеү яҙыҡ булмаҫ­тыр. Былтыр бер төркөм йәш шағир осрашыу үткәргәйне. Унда мөмкинлек сығыу менән Яҙыусылар союзына инергә ынтылған йәштәр тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Ысынлап та, алдағы мәҡәләләрҙә әйтелгәнсә: “Яҙыусылар союзына инеү беҙгә, йәш шағирҙарға, нимә бирәсәк?” Ярай, союзға инербеҙ ҙә, таныҡлыҡ алырбыҙ ҙа ти, әммә халыҡ ғәмен иңебеҙгә һалып, алға һөйрәргә хәлебеҙҙән килерме? Был, ысынлап та, борсоулы хәл, сөнки йәш ижадташтарымдың тел, халыҡ, тыуған ил, милләт хаҡында әҫәрҙәрен күрмә­йем. Ә милләт йөгөн күтәрмәгән шағир шағир буламы?
Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә “мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрен ҡыҫҡарталар” тип борсолоуҙар йышай­ҙы. Ә ни өсөн телебеҙҙе һаҡлап бер кем дә етди аҙым яһаманы? Мәҫәлән, Яҙыусылар союзында бөгөн 250-гә яҡын ағза иҫәпләнә. Әйтегеҙ, ә ҡайһы әҙип телебеҙҙе яҡлап асыҡтан-асыҡ көрәшкә сыҡты? Ә бит телебеҙҙе һаҡлап ҡала алмаған осраҡта яҙыусыларға ла баш­ҡортса китаптар баҫтырырға форсат булмаясаҡ. Әйткәндәй, инде Яҙыу­сылар союзының яҙмышы тураһында ла бор­солоуҙар ишетелә башланы. Был юлы ла уны яптырмай алып ҡалырға ҡулы­быҙҙан килерме? Ул бөткән осраҡта милләтебеҙҙең күҙ терәп торған һуңғы рухи ҡиблаһын юғалтмаҫбыҙмы?
Бер шағир дуҫым бар.Үзбәкстандан Үлмәҫбәк Ходжаев ул. 1986-сы йылғы ғына булыуына ҡарамаҫтан, ундан ашыу китап баҫтырып сығарған. Әлбит­тә, үҙнәшер юлы менән, сөнки Үз­бәк­станда Яҙыусылар союзы юҡ. Ябылған. Бер осрашҡаныбыҙҙа ошоларҙы һөй­ләгәнендә мин шағир дуҫымдың иле, теле, милли аңы хаҡында һыҙланыу­ҙарын тойҙом да Башҡортостаны­быҙ­ҙағы Яҙыусылар союзының барлығына мең мәртәбә шөкөр иттем. Ләкин тиҙҙән миңә лә, үзбәк шағиры кеүек, сит илдә, ят кешеләргә милли әҙәбиәтем ҡайғы­һын һөйләп йөрөргә тура килмәҫме?!
Әйткәндәй, әҙәбиәтебеҙгә ҡағылыш­лы матур саралар ҙа үткәрелеп тора. Мәҫәлән, Әҙәбиәт йылы уңайынан райондар буйлап марафон ойошторолдо һәм унда һәр төбәктән йәш ижадсылар­ҙың яҙмалары тикшерелде. Тимәк, был марафон һөҙөмтәһендә тиҙҙән әҙә­биәтебеҙгә яңы тулҡын булып килгән йәш ижадсыларыбыҙҙы ла күрербеҙ. Бәлки, Яҙыусылар союзын әүҙемерәк эшләрлек яңы ағзалар менән тулыландырыу, яңыртыу мәсьәләһе ҡаралыр?! Бәлки, заманына ярашлы яңы форматта, яңы йөҙҙәрҙә гөрләтә алырбыҙ милли әҙәбиәтебеҙҙе?!
Икенсенән, белеүебеҙсә, “Баш­ҡорт­ос­тан” дәүләт концерт залында бик үҙенсәлекле сара булып үтте. Өлкән быуын шағирҙарынан башлап быуын-быуын күсә килеп, сәхнәгә йәш ижад­сыларҙы сы­ғарыу, уларға әҙәбиәт йөгөн ышанып тапшырыу бик мөһим һәм шатлыҡлы күренеш булды, ғөмүмән.
Яҙыусылар союзы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­та­йы­ның башҡарма комитеты уҙғарған был шиғриәт байрамы милли мәнфәғәтебеҙгә ярашлы ойошто­ролған. Тамашасыларҙың зал тулы йыйылыуы бер ҡыуандырһа, кисә барышында байрам ҡарарға килгән студент йәштәрҙең бөтәһенең дә башы эйеүле булғаны бер һағышҡа һалды. Эйе, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлап, ҡурай моңдарына һағышланып, ша­ғирҙа­рыбыҙҙың милләт тураһында әҫәрҙәрен тыңлап, ҡайғынан эйелмәне уларҙың баштары, ә бары тик телефондарынан айырыла алманылар. Ошо студенттар менән йәнәш ултырҙым һәм бер ярым-ике сәғәтлек байрамды, исмаһам, ойоштороусы милләт­тәштә­ренә ихтирам йөҙөнән булһа ла ҡарап ултыра белмәгәндәрен күреп бик әсендем. Бына әлеге лә баяғы һүҙемдең башына килгәндә, яҙыусы менән уҡыу­сы араһындағы бәйләнештең юҡлығы. Ни өсөн бөгөн беҙҙең милләт яҙыусы­лар эшләмәй тип Яҙыусылар союзын һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайын һүгә, ә үҙҙәре йәш быуынға тейешенсә камил өлгө күрһәтмәй, тәрбиә бирмәй? Нимә ул халыҡ йыры, нимә ул ҡурай моңо, кем ул халыҡ шағиры, кем ул яҙыусы, нимә ул ихтирам, нимә ул халыҡ хеҙмәте, нимә ул берҙәмлек икәнен ни өсөн бөгөн йәш быуын белмәй һәм ошо төшөнсәләргә илтифат күрһәтмәй? “Яҙыусылар, шағирҙар юҡ” тип меҫкенләнергә генә белә бөгөн халыҡ. Ә тел, милләт, халҡыбыҙ тураһында бөгөн Шәрәфет­динов, Абдуллина, Ҡотоева, Хәлфет­динова, Ханнанова, Искәндәриә, Юлдашбаевтар яҙмаймы ла Бикбайҙар, Сәғитовтар, Ғәйетбайҙар һүҙ әйтмәйме? Миңә ҡалһа, бөгөн китап уҡыйым, халҡымдың шәхестәрен таныйым тигән кешегә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Хатта, эйе, Зөһрә Ҡотлогилдина апай яҙған­са, “Башҡорт китабы” магазиндарын булдырыу ҙа башҡорт халҡының үҙенең намыҫында. Әгәр уҡырға теләктәре булһа, күптән астырып бөтөрҙәр ине тейешле китапхана, магазиндарҙы. Яҙғандарын халыҡ уҡыһын, тигән яҙыу­сы-шағир­ҙарҙың ғына нимәлер эшләүе, үкенескә ҡаршы, дөйөм милләттең теләгенә әллә ни ҙур йоғонто яһай алмай.
Һәм, минеңсә, бөгөн милли әҙәбиә­тебеҙҙең хәле яҙыусы ҡулында ғына тү­гел, ә тотош милләтебеҙҙең намыҫын­да. Милли аңыбыҙ, рухиәтебеҙ йәшә­һен, саф башҡортса китаптар бөтмәһен тиһәк, милли әҙәбиәт арбаһы тәртәһенә халыҡ та, яҙыусы ла берҙәй егелергә тейеш.
Ошоларҙан сығып, үрҙә әйтел­гән фекеремде дауам итәм. Бер төркөм йәш шағир бынан бер йыл элек “Яҙыу­сылар союзына инер­гәме?” тигән һорау тәңгәлендә баш ватҡайны. Унда беҙ яҙыу­сыларҙың XV һәм сираттан тыш XVI съездарын күргән кешеләр булараҡ, Яҙыусылар союзының үткәнен дә, бөгөн­гөһөн дә барланыҡ һәм бер фекер­гә килдек: үтенәбеҙ! Бөгөн, тап бөгөн, милләтебеҙ, телебеҙ, үҙаңыбыҙ, рухы­быҙ хаҡына, Яҙыусылар союзын тар­ҡат­май алып ҡалығыҙ, өлкән быуын яҙыусы апай-ағайҙарыбыҙ! Киләсәк хаҡына! Беҙ инәбеҙ союзға! Уға яңы һулыш өрәсәкбеҙ!”





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780