Зөһрә Ҡотлогилдина менән Лариса Абдуллина апайҙарҙы дауам итеп...
Ҡайҙа һин, бөйөк композитор?
Ҡайҙа һин, шиғыр яҙыусы?
Ҡайҙа һин, яуыз инквизитор –
Бөтә ялған ижадсыларҙы
яндырыусы?
Был һүҙҙәр – “Ҡош юлы” бард фестивале лауреаты Тимур Әхмәтйәновтың йырынан. Бик тәрән фекер һалынмағандыр уға, әммә бөгөн “шиғыр яҙыусы” менән халыҡ араһында бәйләнеш юҡлығын аңлатырлыҡ кимәлдә.Ысынлап та, шиғыр яҙыусылар юҡмы, әллә халыҡ үҙе шиғыр уҡымаймы? Һәр хәлдә, тәү нәүбәттә был мәсьәлә милли әҙәбиәтебеҙгә килеп төртөлә. Йәмәғәтселек иһә “уҡырға йүнле-башлы әҫәрҙәр юҡ кимәлендә” тип иҫәпләй, яҙыусы үҙ сиратында “халыҡ бөгөн китаптан айырылды, халыҡ китап уҡымай” тигән фекерҙә. Минеңсә, атта ла, тәртәлә лә бар ғәйеп... Ләкин, кемгәлер ғәйеп ташлар алдынан мин, әҙәбиәткә яңы аяҡ баҫҡан йәш ижадсы булараҡ, тиҫтерҙәремә бер аҙ ҡылыҡһырлама биреп үтмәксемен.
Эйе, йәштәр әҙәбиәткә һүлпән килә, тип һуҡрана торғас, Лариса апай Абдуллина баһалап үтеүенсә, бөгөн әҙәбиәткә күпләп киләләр. Ләкин, ике тамсы һыу кеүек, оҡшаш шиғырҙар күп. Ҡабатлауҙар ҙа, кемдеңдер шиғырына эйәреп яҙыусылар ҙа юҡ түгел. Барыһы ла бөгөнгө заман йәштәренең шулай кешелек ҡиммәттәрен, донъяуи төшөнсәләрҙе үҙ күңеле аша үткәрә белмәүенән киләлер, ахыры. Бер көйгә һалынған, мөхәббәт йәки бәхетһеҙ хистәр тураһында шиғырҙар... Әлбиттә, милли темаға яҙылған шиғырҙар осрап ҡуя, әммә уларҙың күбеһе таҡы-тоҡо. Күп йәштәр милли йәһәттән көрсөк кисергәнгә шулай ул. Тыуған ил тойғоһо, халыҡ мәнфәғәте, кеше хаҡы кеүек төшөнсәләрҙән йырағыраҡ бөгөнгө быуын. Әлбиттә, бик үҙенсәлекле яҙған, ысын һәләтле йәштәр ҙә юҡ түгел. Әммә шулай ҙа тағы бер ваҡиғаға күҙ һалып үтәйек. “Бәйләнештә” селтәрендә бер шиғыр осраны:
Ҡыш етте бит, ҡар ҙа ятты,
Тағы ни кәрәк уға?!
Был тәбиғәт аптыратты,
Ҡасан яңы йыл була?
Был авторҙың Интернет киңлектәрендә үҙ шиғри төркөмөн дә күргәс, уға нисә йәш икәнен белештем. Мине сикһеҙ аптыратып, 29 йәшлек егет яҙа икән бындай шиғырҙарҙы. Һәр хәлдә утыҙға еткән ирҙәрҙең ижади фекерләү кимәле шундай икәнен күреү үҙе үк бер бәлә түгелме?!
Йә иһә бына тағы ошондай шиғырҙар менән Интернет тулған:
Зинһар, туҡта! – тип әйтһәм дә,
Тик һин туҡтаманың.
Һинең битлегеңде күрһәм дә,
Мин һине яратҡыланым.
Етәр, бөттө, уңдым,
Күҙгә ҡарап алдама.
Мин һинеке генә булдым,
Яраларҙы, зинһар, тоҙлама.
Шиғыр йә бар, йә юҡ, тип әйтерҙәр ине беҙҙең шиғырҙарҙы секцияла тәнҡитләгәндә. Яҙылғас-яҙылғас, ул шиғырға оҡшап формалы, иң мөһиме, образлы булһын ул.
Юҡ, юҡ, әлбиттә, был авторҙарға ниндәйҙер ғәйеп тағырға йыйынмайым. Ләкин милли әҙәбиәтте тотҡан оло быуын шағирҙары һәм шулай уҡ беҙ, йәш ижадсылар, был хәлде иғтибарһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел. Сөнки иң башта телгә алған “Ҡайҙа һин, шиғыр яҙыусы?” тигән һүҙҙәр тап ошондай “шиғыр яҙыусылар” арҡаһында килеп сыҡмаймы ни? Ошондай шиғыр яҙыусылар арҡаһында уҡыусы менән яҙыусы араһын һыуытып ебәрмәйбеҙме? Улар бит шиғриәттең кимәлен төшөрә. Әйткәндәй, бындай “әҫәрҙәр” Интернет киңлектәрендә киң таралған. Ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк һымаҡ, һуңғы өс-дүрт йылда шиғыр формаһын әтмәләй белгәне лә, белмәгәне лә яҙырға тотоноп китте. Бында тәрән мәғәнә, тормошсан фәлсәфә, кешелектең эске һәм тышҡы донъяһы ул хәтлем әһәмиәткә эйә түгел. Миңә ҡалһа, ҙур ролде “лайк”тар уйнай. Әлбиттә, был “шағирҙарҙың” ижади төркөмдәренә яҡындары, дуҫтары, таныштары үтенес нигеҙендә йыйыла, шиғырҙарға ла ошо рәүешле “лайк”тар ҡуйыла. Башҡа йәштәр менән сағыштырғанда, һиндә “лайк”тар күберәк икән, һин – шәп шағир. Ошондай үҙ-үҙен бөйөкләштергәндәрҙең ауына эләккәндәр, ысынлап та, хәҙерге заман шиғриәте ошолай икән тип ҡабул итә.
Шул уҡ ваҡытта өлкәнерәк быуын шағирҙарына ла күҙ һалайыҡ. Әлбиттә, улар араһында “лайк” артынан сабыусылар юҡ (бәлки, барҙыр ҙа!), ләкин күрәме икән улар үҙ-үҙҙәрен шағир тип танытырға тырышҡандарҙың ошо башбаштаҡлығын? Бөгөн өлкән быуын шағирҙары, яҙыусылары, ғөмүмән, борсоламы икән үҙҙәре урынына килгән йәштәр ижадындағы сифат хаҡында? Әгәр ысынлап борсолалар икән, ни өсөн Ижад йорто юҡ? Ни өсөн йәш быуындың ижадын әҙәби ҡалыптарға һалыу сараһы күрелмәй?
Хәйер, ҡыштың матур бер көнөндә Яҙыусылар союзының идара рәйесе Наил Ғәйетбаев менән был темаға ҡағылышлы һөйләшеүҙәр булғайны. Ғөмүмән, күңелгә өмөт һалды ул. Сөнки әңгәмәбеҙ Яҙыусылар союзында йәштәр бүлеге асып, йәш ижадсыларҙы тупларға тигән ниәттән ғибәрәт булды.
Һүҙ ыңғайында бер йыл элек булған ваҡиғаны ла әйтеп үтеү яҙыҡ булмаҫтыр. Былтыр бер төркөм йәш шағир осрашыу үткәргәйне. Унда мөмкинлек сығыу менән Яҙыусылар союзына инергә ынтылған йәштәр тураһында һүҙ ҡуҙғатылды. Ысынлап та, алдағы мәҡәләләрҙә әйтелгәнсә: “Яҙыусылар союзына инеү беҙгә, йәш шағирҙарға, нимә бирәсәк?” Ярай, союзға инербеҙ ҙә, таныҡлыҡ алырбыҙ ҙа ти, әммә халыҡ ғәмен иңебеҙгә һалып, алға һөйрәргә хәлебеҙҙән килерме? Был, ысынлап та, борсоулы хәл, сөнки йәш ижадташтарымдың тел, халыҡ, тыуған ил, милләт хаҡында әҫәрҙәрен күрмәйем. Ә милләт йөгөн күтәрмәгән шағир шағир буламы?
Һуңғы йылдарҙа йәмғиәтебеҙҙә “мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәрен ҡыҫҡарталар” тип борсолоуҙар йышайҙы. Ә ни өсөн телебеҙҙе һаҡлап бер кем дә етди аҙым яһаманы? Мәҫәлән, Яҙыусылар союзында бөгөн 250-гә яҡын ағза иҫәпләнә. Әйтегеҙ, ә ҡайһы әҙип телебеҙҙе яҡлап асыҡтан-асыҡ көрәшкә сыҡты? Ә бит телебеҙҙе һаҡлап ҡала алмаған осраҡта яҙыусыларға ла башҡортса китаптар баҫтырырға форсат булмаясаҡ. Әйткәндәй, инде Яҙыусылар союзының яҙмышы тураһында ла борсолоуҙар ишетелә башланы. Был юлы ла уны яптырмай алып ҡалырға ҡулыбыҙҙан килерме? Ул бөткән осраҡта милләтебеҙҙең күҙ терәп торған һуңғы рухи ҡиблаһын юғалтмаҫбыҙмы?
Бер шағир дуҫым бар.Үзбәкстандан Үлмәҫбәк Ходжаев ул. 1986-сы йылғы ғына булыуына ҡарамаҫтан, ундан ашыу китап баҫтырып сығарған. Әлбиттә, үҙнәшер юлы менән, сөнки Үзбәкстанда Яҙыусылар союзы юҡ. Ябылған. Бер осрашҡаныбыҙҙа ошоларҙы һөйләгәнендә мин шағир дуҫымдың иле, теле, милли аңы хаҡында һыҙланыуҙарын тойҙом да Башҡортостаныбыҙҙағы Яҙыусылар союзының барлығына мең мәртәбә шөкөр иттем. Ләкин тиҙҙән миңә лә, үзбәк шағиры кеүек, сит илдә, ят кешеләргә милли әҙәбиәтем ҡайғыһын һөйләп йөрөргә тура килмәҫме?!
Әйткәндәй, әҙәбиәтебеҙгә ҡағылышлы матур саралар ҙа үткәрелеп тора. Мәҫәлән, Әҙәбиәт йылы уңайынан райондар буйлап марафон ойошторолдо һәм унда һәр төбәктән йәш ижадсыларҙың яҙмалары тикшерелде. Тимәк, был марафон һөҙөмтәһендә тиҙҙән әҙәбиәтебеҙгә яңы тулҡын булып килгән йәш ижадсыларыбыҙҙы ла күрербеҙ. Бәлки, Яҙыусылар союзын әүҙемерәк эшләрлек яңы ағзалар менән тулыландырыу, яңыртыу мәсьәләһе ҡаралыр?! Бәлки, заманына ярашлы яңы форматта, яңы йөҙҙәрҙә гөрләтә алырбыҙ милли әҙәбиәтебеҙҙе?!
Икенсенән, белеүебеҙсә, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында бик үҙенсәлекле сара булып үтте. Өлкән быуын шағирҙарынан башлап быуын-быуын күсә килеп, сәхнәгә йәш ижадсыларҙы сығарыу, уларға әҙәбиәт йөгөн ышанып тапшырыу бик мөһим һәм шатлыҡлы күренеш булды, ғөмүмән.
Яҙыусылар союзы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты уҙғарған был шиғриәт байрамы милли мәнфәғәтебеҙгә ярашлы ойошторолған. Тамашасыларҙың зал тулы йыйылыуы бер ҡыуандырһа, кисә барышында байрам ҡарарға килгән студент йәштәрҙең бөтәһенең дә башы эйеүле булғаны бер һағышҡа һалды. Эйе, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлап, ҡурай моңдарына һағышланып, шағирҙарыбыҙҙың милләт тураһында әҫәрҙәрен тыңлап, ҡайғынан эйелмәне уларҙың баштары, ә бары тик телефондарынан айырыла алманылар. Ошо студенттар менән йәнәш ултырҙым һәм бер ярым-ике сәғәтлек байрамды, исмаһам, ойоштороусы милләттәштәренә ихтирам йөҙөнән булһа ла ҡарап ултыра белмәгәндәрен күреп бик әсендем. Бына әлеге лә баяғы һүҙемдең башына килгәндә, яҙыусы менән уҡыусы араһындағы бәйләнештең юҡлығы. Ни өсөн бөгөн беҙҙең милләт яҙыусылар эшләмәй тип Яҙыусылар союзын һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын һүгә, ә үҙҙәре йәш быуынға тейешенсә камил өлгө күрһәтмәй, тәрбиә бирмәй? Нимә ул халыҡ йыры, нимә ул ҡурай моңо, кем ул халыҡ шағиры, кем ул яҙыусы, нимә ул ихтирам, нимә ул халыҡ хеҙмәте, нимә ул берҙәмлек икәнен ни өсөн бөгөн йәш быуын белмәй һәм ошо төшөнсәләргә илтифат күрһәтмәй? “Яҙыусылар, шағирҙар юҡ” тип меҫкенләнергә генә белә бөгөн халыҡ. Ә тел, милләт, халҡыбыҙ тураһында бөгөн Шәрәфетдинов, Абдуллина, Ҡотоева, Хәлфетдинова, Ханнанова, Искәндәриә, Юлдашбаевтар яҙмаймы ла Бикбайҙар, Сәғитовтар, Ғәйетбайҙар һүҙ әйтмәйме? Миңә ҡалһа, бөгөн китап уҡыйым, халҡымдың шәхестәрен таныйым тигән кешегә бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Хатта, эйе, Зөһрә Ҡотлогилдина апай яҙғанса, “Башҡорт китабы” магазиндарын булдырыу ҙа башҡорт халҡының үҙенең намыҫында. Әгәр уҡырға теләктәре булһа, күптән астырып бөтөрҙәр ине тейешле китапхана, магазиндарҙы. Яҙғандарын халыҡ уҡыһын, тигән яҙыусы-шағирҙарҙың ғына нимәлер эшләүе, үкенескә ҡаршы, дөйөм милләттең теләгенә әллә ни ҙур йоғонто яһай алмай.
Һәм, минеңсә, бөгөн милли әҙәбиәтебеҙҙең хәле яҙыусы ҡулында ғына түгел, ә тотош милләтебеҙҙең намыҫында. Милли аңыбыҙ, рухиәтебеҙ йәшәһен, саф башҡортса китаптар бөтмәһен тиһәк, милли әҙәбиәт арбаһы тәртәһенә халыҡ та, яҙыусы ла берҙәй егелергә тейеш.
Ошоларҙан сығып, үрҙә әйтелгән фекеремде дауам итәм. Бер төркөм йәш шағир бынан бер йыл элек “Яҙыусылар союзына инергәме?” тигән һорау тәңгәлендә баш ватҡайны. Унда беҙ яҙыусыларҙың XV һәм сираттан тыш XVI съездарын күргән кешеләр булараҡ, Яҙыусылар союзының үткәнен дә, бөгөнгөһөн дә барланыҡ һәм бер фекергә килдек: үтенәбеҙ! Бөгөн, тап бөгөн, милләтебеҙ, телебеҙ, үҙаңыбыҙ, рухыбыҙ хаҡына, Яҙыусылар союзын тарҡатмай алып ҡалығыҙ, өлкән быуын яҙыусы апай-ағайҙарыбыҙ! Киләсәк хаҡына! Беҙ инәбеҙ союзға! Уға яңы һулыш өрәсәкбеҙ!”