Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шиғырҙары уның үҙе кеүек ихлас
Шиғырҙары уның үҙе кеүек ихлас Китапханасы булып эшләү осоронда ниндәй генә китап уҡырға тура килмәне, сөнки яҙыусы, шағирҙарҙың күҙ нурҙары түгеп яҙылған әҫәрҙәр иң әүәл беҙҙең, китапханасыларҙың, ҡулы аша үтә.
Әле бына бөгөн дә абруйлы етәксе, хисле шағирә, фекерле журналист булараҡ билдәле Йомабикә Ильясованың китабы ҡулымда.


Байтаҡ йылдар ”Башҡортостан ҡыҙы” журналында баш мөхәррир булып эшләне ул. Һәр саҡ халыҡ араһында, ҡатын-ҡыҙ, ғаилә мәсьәләләрен хәл итеүҙә аҡыллы кәңәштәре, тәрән фекерле мәҡәләләре менән сығыш яһаны. Беҙгә уның менән бик күп тапҡыр осрашыу, шиғырҙарын тыңлау насип булды. Уның ябай ҙа, нәзәкәтле лә булыуы һәр ваҡыт һоҡландырҙы.
Шағирәнең яңы сыҡҡан “Етегән” шиғырҙар йыйынтығын ҡулыма алғас, иң әүәл ошо шиғыр юлдары күңелемде әсир итте:
Төрлө һүҙҙәр була: әйткәнеңдең
Мәғәнәһен тойоп бөтмәйһең,
Өндәшкәндә яҡты тойғо менән,
Сабый кеүек, йылы көтәһең.
Артабан китап биттәрен ашығып аҡтарам. Әҙибә үҙ ижадында тыуған иленә, еренә, халҡына, теленә һөйөү тойғоһон йыйнаҡ ҡына, ҡысҡырмай ғына иҫ киткес сағыу итеп әйтеп бирә.
“Йомабикәнең шиғырҙары байтаҡ йылдар инде, уҡыусы булараҡ, минең күңелемә ҡағылмай үтмәй. Былай ғына ла түгел. Улар яҡты һағышҡа һабыштыра, рухты сафлыҡ менән һуғара. Үҙ тауышы менән үҙ йөрәгендә барын йырлай. Хәҙер мин уны өлгөрөп еткән лирик шағирә тип раҫлай алам”, – тип юғары баһа биргәйне уға халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Ғайса Хөсәйенов: “Йомабикә үҙен миниатюр шиғырҙар оҫтаһы итеп күрһәтте”, – тине. Ысынлап та, уның шиғырҙарының күпселеге ҡыҫҡа ғына, әммә тос фекерле.
Һүҙҙәр... Һүҙҙәр аға
Шишмә төҫлө сылтыр-сылтыр,
Араларҙы бәйләп,
Ялғаналар сылбыр-сылбыр.
Һүҙҙәр... Елдәр асҡан
Япраҡтарҙай тик бер көйгә,
Күңелдәрҙе аса
Бер-беренә көн дә, көн дә...
Көҙҙөң алтыны ергә ҡунған мәлдә тыуғанғамы, шағирә күп кенә шиғырҙарын ошо миҙгелгә арнай, уның менән тормоштоң күп күренештәрен бәйләй. Уларҙың яңғырашы ла көҙгө илаһи бер моң кеүек:
Мин барыбер һайлар инем
Тик үҙемдең тормошомдо,
Ошо илаҡ һәм баҙнатһыҙ
Көҙгө күңел торошомдо.
Ижад үренең баҫҡыстарын бермә-бер яулап барған, һәр күтәрелештә үҙенең уҡыусыһын тапҡан ихлас күңелле шағирәнең тағы ла яулайһы бейеклектәре күп булһын. Ижад шишмәһе ҡоромаһын! Беҙ бөгөн Йомабикә Ильясова ижадының бер шиғыр китабына ғына ҡағылып үттек. Шиғырҙары күңелгә һарылып, балдай яғылып тора. Үҙе әйтмешләй, үҙе кеүек:
Сәхнәләргә сыға торған түгел,
Улар ихлас итеп өндәшәләр
Бары яңғыҙ ҡалған саҡта күңел.
Матур күренергә тырышмайса,
Улар яҙылғандар көндәлектәй,
Улар тыуған тын алышым
булып
Минең ябай ғына көндәремдән...
Ысынлап та, ул шиғырҙарҙы уҡыһағыҙ, һеҙҙең алда шағирәбеҙҙең иҫ киткес матур күңел донъяһы асылыр, тормошта таяныс булырҙай ҡөҙрәт алырһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уның ижад шишмәһенең татлы тамсыларынан ауыҙ итәйек әле, хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүселәр!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782