Китапханасы булып эшләү осоронда ниндәй генә китап уҡырға тура килмәне, сөнки яҙыусы, шағирҙарҙың күҙ нурҙары түгеп яҙылған әҫәрҙәр иң әүәл беҙҙең, китапханасыларҙың, ҡулы аша үтә.
Әле бына бөгөн дә абруйлы етәксе, хисле шағирә, фекерле журналист булараҡ билдәле Йомабикә Ильясованың китабы ҡулымда.Байтаҡ йылдар ”Башҡортостан ҡыҙы” журналында баш мөхәррир булып эшләне ул. Һәр саҡ халыҡ араһында, ҡатын-ҡыҙ, ғаилә мәсьәләләрен хәл итеүҙә аҡыллы кәңәштәре, тәрән фекерле мәҡәләләре менән сығыш яһаны. Беҙгә уның менән бик күп тапҡыр осрашыу, шиғырҙарын тыңлау насип булды. Уның ябай ҙа, нәзәкәтле лә булыуы һәр ваҡыт һоҡландырҙы.
Шағирәнең яңы сыҡҡан “Етегән” шиғырҙар йыйынтығын ҡулыма алғас, иң әүәл ошо шиғыр юлдары күңелемде әсир итте:
Төрлө һүҙҙәр була: әйткәнеңдең
Мәғәнәһен тойоп бөтмәйһең,
Өндәшкәндә яҡты тойғо менән,
Сабый кеүек, йылы көтәһең.
Артабан китап биттәрен ашығып аҡтарам. Әҙибә үҙ ижадында тыуған иленә, еренә, халҡына, теленә һөйөү тойғоһон йыйнаҡ ҡына, ҡысҡырмай ғына иҫ киткес сағыу итеп әйтеп бирә.
“Йомабикәнең шиғырҙары байтаҡ йылдар инде, уҡыусы булараҡ, минең күңелемә ҡағылмай үтмәй. Былай ғына ла түгел. Улар яҡты һағышҡа һабыштыра, рухты сафлыҡ менән һуғара. Үҙ тауышы менән үҙ йөрәгендә барын йырлай. Хәҙер мин уны өлгөрөп еткән лирик шағирә тип раҫлай алам”, – тип юғары баһа биргәйне уға халыҡ шағиры Мостай Кәрим. Әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Ғайса Хөсәйенов: “Йомабикә үҙен миниатюр шиғырҙар оҫтаһы итеп күрһәтте”, – тине. Ысынлап та, уның шиғырҙарының күпселеге ҡыҫҡа ғына, әммә тос фекерле.
Һүҙҙәр... Һүҙҙәр аға
Шишмә төҫлө сылтыр-сылтыр,
Араларҙы бәйләп,
Ялғаналар сылбыр-сылбыр.
Һүҙҙәр... Елдәр асҡан
Япраҡтарҙай тик бер көйгә,
Күңелдәрҙе аса
Бер-беренә көн дә, көн дә...
Көҙҙөң алтыны ергә ҡунған мәлдә тыуғанғамы, шағирә күп кенә шиғырҙарын ошо миҙгелгә арнай, уның менән тормоштоң күп күренештәрен бәйләй. Уларҙың яңғырашы ла көҙгө илаһи бер моң кеүек:
Мин барыбер һайлар инем
Тик үҙемдең тормошомдо,
Ошо илаҡ һәм баҙнатһыҙ
Көҙгө күңел торошомдо.
Ижад үренең баҫҡыстарын бермә-бер яулап барған, һәр күтәрелештә үҙенең уҡыусыһын тапҡан ихлас күңелле шағирәнең тағы ла яулайһы бейеклектәре күп булһын. Ижад шишмәһе ҡоромаһын! Беҙ бөгөн Йомабикә Ильясова ижадының бер шиғыр китабына ғына ҡағылып үттек. Шиғырҙары күңелгә һарылып, балдай яғылып тора. Үҙе әйтмешләй, үҙе кеүек:
Сәхнәләргә сыға торған түгел,
Улар ихлас итеп өндәшәләр
Бары яңғыҙ ҡалған саҡта күңел.
Матур күренергә тырышмайса,
Улар яҙылғандар көндәлектәй,
Улар тыуған тын алышым
булып
Минең ябай ғына көндәремдән...
Ысынлап та, ул шиғырҙарҙы уҡыһағыҙ, һеҙҙең алда шағирәбеҙҙең иҫ киткес матур күңел донъяһы асылыр, тормошта таяныс булырҙай ҡөҙрәт алырһығыҙ. Әйҙәгеҙ, уның ижад шишмәһенең татлы тамсыларынан ауыҙ итәйек әле, хөрмәтле әҙәбиәт һөйөүселәр!