Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һау бул, “Бәпембә”!
Өфө ҡалаһында “Аҡбуҙат” журналы “Бәпембә” II республика балалар шиғриәте фестивален үткәрҙе. Сара журналға 25 йәш тулыу айҡанлы уҙҙы. Унда Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһалды.

“Бәпембә” фестивале­нә рес­­пуб­ли­­ка­­­быҙ­­­ҙың төрлө төбәктәренән 40-тан ашыу бала йыйылды. Уларҙың барыһы ла – төрлө номинацияларҙа һәм йәш категорияларында еңеүселәр. Тәүҙә улар полиграфия комбинатының китап нәшер итеү цехтары буйлап экскурсияла йөрөнө.
Ә сара яҙыусылар менән осрашыуҙан башланып китте. Тамара Искәндәриә-Юлдашева, Әлфиә Әсәҙуллина, Дамир Шәрәфи, Гөлназ Ҡотоева, Сөләймән Латипов, Мөнир Ҡунафин оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Һуңынан балалар автобустарҙа Өфө ҡалаһының иң матур урындары – Мостай Кәрим һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәре янына барҙы, иҫтәлеккә фотоға төштө.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге конкурста еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы “Бәпембә” фестиваленең иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Милли йәштәр театры актеры, “Аҡбуҙат”тың күптәнге дуҫы Шәһит Хамматов менән Өфө районының Шамонин мәктәбе уҡыусыһы Наҙгөл Тайсина, сценарий буйынса Ритм һәм Рифма исемле геройҙарға әүерелеп, тамашаны күтәренке рухта, уйын-көлкө менән аралаштырып алып барҙы. “Алтын бишек”, “Изгелек”, “Хыял” номинацияларында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Гран-приҙы Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының VII класс уҡыусыһы, Ейәнсура районының Байыш ауылы егете Ғайсар Ҡансурин яуланы. “Аҡбуҙат” журналы еңеүсенең шиғырҙарынан торған китап нәшер итәсәк.
“Бәпембә” фестиваленең етәксеһе, “Аҡбуҙат” журналы­­ның баш мөхәррире Тамара Искәндәриә-Юлдашева балаларҙың һәләттәрен үҫтереү­гә күп көс һалған уҡытыусы­­лар­ҙы ла билдәләп үтте. Бөрйән, Белорет, Баймаҡ, Борай, Ейәнсура, Йылайыр, Туймазы, Әбйәлил, Ауырғазы, Ғафури яҡтарында кескәйҙән шиғриәтте аңлап үҫкән авторҙарыбыҙҙың байтаҡ булыуы уларҙан тора, тине ул.
Һау бул, фестиваль! “Бәпембә” ҡанат ҡуйған кескәй ҡәләм тибрәтеүселәрҙең киләсәктә ил, тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт һағында тороусылар буласағына шик юҡ.



Автор: А. ХӘСӘНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 586

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782