Һау бул, “Бәпембә”!27.04.2016
Өфө ҡалаһында “Аҡбуҙат” журналы “Бәпембә” II республика балалар шиғриәте фестивален үткәрҙе. Сара журналға 25 йәш тулыу айҡанлы уҙҙы. Унда Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге шиғырҙар конкурсына йомғаҡ яһалды.
“Бәпембә” фестиваленә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 40-тан ашыу бала йыйылды. Уларҙың барыһы ла – төрлө номинацияларҙа һәм йәш категорияларында еңеүселәр. Тәүҙә улар полиграфия комбинатының китап нәшер итеү цехтары буйлап экскурсияла йөрөнө.
Ә сара яҙыусылар менән осрашыуҙан башланып китте. Тамара Искәндәриә-Юлдашева, Әлфиә Әсәҙуллина, Дамир Шәрәфи, Гөлназ Ҡотоева, Сөләймән Латипов, Мөнир Ҡунафин оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Һуңынан балалар автобустарҙа Өфө ҡалаһының иң матур урындары – Мостай Кәрим һәм Салауат Юлаев һәйкәлдәре янына барҙы, иҫтәлеккә фотоға төштө.
“Башҡортостан” дәүләт концерт залында Фәүзиә Рәхимғолова исемендәге конкурста еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы “Бәпембә” фестиваленең иң тулҡынландырғыс мәле булғандыр. Милли йәштәр театры актеры, “Аҡбуҙат”тың күптәнге дуҫы Шәһит Хамматов менән Өфө районының Шамонин мәктәбе уҡыусыһы Наҙгөл Тайсина, сценарий буйынса Ритм һәм Рифма исемле геройҙарға әүерелеп, тамашаны күтәренке рухта, уйын-көлкө менән аралаштырып алып барҙы. “Алтын бишек”, “Изгелек”, “Хыял” номинацияларында еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды. Гран-приҙы Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының VII класс уҡыусыһы, Ейәнсура районының Байыш ауылы егете Ғайсар Ҡансурин яуланы. “Аҡбуҙат” журналы еңеүсенең шиғырҙарынан торған китап нәшер итәсәк.
“Бәпембә” фестиваленең етәксеһе, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Тамара Искәндәриә-Юлдашева балаларҙың һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һалған уҡытыусыларҙы ла билдәләп үтте. Бөрйән, Белорет, Баймаҡ, Борай, Ейәнсура, Йылайыр, Туймазы, Әбйәлил, Ауырғазы, Ғафури яҡтарында кескәйҙән шиғриәтте аңлап үҫкән авторҙарыбыҙҙың байтаҡ булыуы уларҙан тора, тине ул.
Һау бул, фестиваль! “Бәпембә” ҡанат ҡуйған кескәй ҡәләм тибрәтеүселәрҙең киләсәктә ил, тел, әҙәбиәт, мәҙәниәт һағында тороусылар буласағына шик юҡ.