Сәхнәнән ағылған моң башҡарыусы менән тыңлаусының күңелдәрен ҡауыштырып, бер бөтөн итә. Өҙҙөрә генә ансамблдең ҡара ҡашлы, ҡара күҙле ир-уҙамандары! Баян телдәре түгел, йөрәгеңдең бер ҡылы өҙөлөп китмәйме шунда! “Капитан” Данир ағай Мәхмүтов репертуарҙы һайлай белә шул – төркөмдөң һәр сығышы танһыҡ.Йыр сәнғәтенең бәҫен белгән, уны ҡәҙерләгән, хазиналай баһалаған яҡташыбыҙ – “Моңдаръя” халыҡ баянсылар ансамбле етәксеһе, һәүәҫкәр композитор, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Данир Мәхмүтов һаман да яныбыҙҙа кеүек...
...Өфө аэропорты. Эҫенән әлһерәгән 11 йәшлек малай сиҙәмгә ултырған да зәңгәр күккә баҡҡан: “Бында салт аяҙ. Ә Бөрйән “кукурузник”тарҙы ниңә ҡабул итә алмай һуң?”
Малайҙың ҡултыҡ аҫтында – нота дәфтәре. Өфөлә үҙе уҡыған музыка мәктәбенән ҡайтып килеүе. Тәүҙә, әсәһенең ауылдан килеп алғанын көтөп, бер аҙна ҡайтарманылар, хәҙер иһә Бөрйән аэропорты ҡабул итмәй аптырата. Телдәре аңҡауына йәбешкән әсә менән ул тағы ла ашханаға инә: “Туғыҙ стакан сәй, ике телем икмәк”. Кассирҙың ҙур асылған күҙҙәрен хәтерендә оҙаҡ һаҡлаясаҡ әле Данир.
Уҡыу ауыр, Бөрйәнгә йылына ике тапҡыр ғына ҡайтып килергә мөмкин... Әммә үҙ-үҙенә талапсанлығы, ныҡышмаллығы арҡаһында барыһын да еңеп сыға егет. Сәнғәт училищеһының баян класын тик “бишле”гә тамамлай, унан институтта Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, профессор Р.Ю. Шәйхетдиновта белем ала. Артабанғы яҙмышы, эшмәкәрлеге иһә Бөрйәндең мәҙәни тормошо менән айырылғыһыҙ бәйле. Сирек быуатҡа яҡын ғүмерен сәнғәт мәктәбе (хәҙер ул Камил Рәхимов исемен йөрөтә) директоры вазифаһына бағышлай, 1992 – 1993 йылдарҙа район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә етәкселек итә, шул уҡ ваҡытта үҙе – һәр байрамда алыштырғыһыҙ аккомпаниатор.
Талантлы яҡташыбыҙҙы, ҡолас ташлап эшләр мөмкинлектәр вәғәҙә итеп, баш ҡалаға саҡырыусылар ҙа күп була, ләкин Данир Мөниәр улы тыуған еренә тоғро ҡала, Бөрйәне өсөн йән атып йәшәй. Төпкөлдәмен тип тормайынса, Мәскәүгә барып, белемен камиллаштырып та ҡайта. Тынғыһыҙ хеҙмәт емеше – уҡыусыларының район, зона, республика конкурстарындағы еңеүҙәре. Тәрбиәләнеүселәренең сәнғәт училищеһына, институтҡа инеүенә, филармонияларға эшкә урынлашыуына һөйөнөп туя алмай педагог. Тик үҙе төпкөлдә ҡалыуҙы хуп күрә. Нәҡ ошонда, йәнтөйәгендә, йырҙар ижад итә башлай ул. Сөмбөл Баймырҙина, Азалия Вәлиева, Зилә Ҡолдәүләтова, Сәлимә Ғарифуллина, Зәбирә Әминева, Сәлимә Исламова башлап ишеттерә халыҡҡа Данир Мөниәр улының тәүге ижад емештәрен. Ә һүҙҙәрҙе эҙләп, алыҫҡа йөрөмәй. Үҙе әйтмешләй, шиғырҙары “йырлап торған” Р. Ишбаев, Т. Дәүләтбирҙина, М. Ишбулатов, А. Ғарифуллина, З. Аҡбутина, М. Ҡаһарманова, Р. Зәйнуллин, И. Мусина һәм башҡаларҙың ижадына мөрәжәғәт итә. Йырҙарының күбеһен ике тауышҡа һалып, ансамблдәр өсөн дә эшкәртә, һорағандарға тоттороп та ебәрә.
Патриотик рухтағы ижад емештәре Данир Мөниәр улын “тыуған яҡ һандуғасы” итеп танытты. Үҙебеҙҙең генә түгел, урыҫ һәм украин йырҙарын да юғары кимәлдә башҡарыр ине ул. “Ирәндек моңдары”, “Урал моңо”, “Дуҫлыҡ моңо”, “Оҙон көй” конкурстарына күпме кешене әҙерләгәндер?!
Музыка мәктәбе уҡытыусылары өсөн иң ауыры – баян өсөн эшкәртелгән башҡортса көйҙәрҙең етмәүе. Ошо мәсьәлә бик әсендерә педагогты. Һөҙөмтәлә үҙе эшкәрткән әҫәрҙәрҙе туплай барып, данлыҡлы Нур Дауытовтың фатихаһы менән 2013 йылда “Башҡорт халыҡ көйҙәре” тигән китап сығарта.
Уның моңдаръя карабында бөрйәндәрҙең һәр береһенең үҙ урыны: республика конкурсына йыйынған һәммәһенә репертуар һайлау, йырҙы ике тауыш өсөн эшкәртеү, оҫталыҡ дәрестәре... Репетиция ҡайһы саҡта төнгө сәғәт 1-гәсә дауам итә. Унан һуң иһә беҙгә район үҙәгенән 50 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Әбделмәмбәткә ҡайтаһы, таңға Өфөгә юлланаһы бар. Ихлас та, талапсан да ине остазыбыҙ. Шуға өҫтәп, бер ҡысҡырып та ебәрһә...
Уның менән ижади дуҫлығым оҙаҡ йылдарға һуҙылды. Беҙҙең яҡта тыуған “Мәрйәмем минең”де, “Зиләритә-Зөбәйлә”не лә халыҡҡа бергәләп еткерҙек. Елкәмдән тотоп тигәндәй, йырҙарымды нотаға һалыусы, фонограмма яҙыусы, милли баҫмаларға ебәреүсе лә Данир Мөниәр улы булды. Ағайыбыҙҙың күңел донъяһы һәр кем өсөн асыҡ ине. Рөхсәт һорап ингәндәргә ҡарағанда, ишеген шаҡара тартып асҡандар күберәк тә булғандыр...
Йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне Данир Мөниәр улы. “Ғүмер ҡыҫҡа, оҙон күренһә лә” тигән йыр һүҙҙәренә ярашлы, ашыҡты ла үҙе. Барыһына ла өлгөрөргә тырышты. Түшәккә ятҡансы уҡытты. Операциянан һуң да, үҙен аямайса, 20 килограмлыҡ баянын күтәреп йөрөнө. Инвалидлыҡ та рухын һындырманы уның. Йәйгә ҙур ижади пландары бар ине. Тик туҡтап ҡалды ғүмер карабы. Ләйсән ямғырҙай күңелдәрҙе имләр йырҙары ҡалды...
Йәштән яратып ҡауышҡан ҡатыны Әлфиә апай менән Лилиә исемле ҡыҙ, Зөфәр исемле ул үҫтереп, олатай-өләсәй шатлығын кисерҙеләр. Йортоноң ханбикәһе, ҡото булған хәләл ефетенең өй йылыһына ҡойоноп йәшәне Данир ағай. Ейәндәре Урал менән Русланды сикһеҙ яратты. Алтмыш йәшлек юбилей кисәһенә уларҙың да сығышын индермәксе ине. Өлгөрмәне...