Һандуғасы ине тыуған яҡтың...20.04.2016
Һандуғасы ине  тыуған яҡтың... Сәхнәнән ағылған моң башҡарыусы менән тыңлаусының күңелдәрен ҡауыштырып, бер бөтөн итә. Өҙҙөрә генә ансамблдең ҡара ҡашлы, ҡара күҙле ир-уҙамандары! Баян телдәре түгел, йөрәгеңдең бер ҡылы өҙөлөп китмәйме шунда! “Капитан” Данир ағай Мәхмүтов репертуарҙы һайлай белә шул – төркөмдөң һәр сығышы танһыҡ.

Йыр сәнғәтенең бәҫен белгән, уны ҡәҙерләгән, хазиналай баһа­ла­ған яҡташыбыҙ – “Моңдаръя” халыҡ баянсылар ансамбле етәк­сеһе, һә­үәҫкәр композитор, йырсы, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Данир Мәх­мүтов һаман да яныбыҙҙа кеүек...
...Өфө аэропорты. Эҫенән әл­һе­рә­гән 11 йәшлек малай сиҙәмгә ул­тырған да зәңгәр күккә баҡҡан: “Бында салт аяҙ. Ә Бөрйән “кукуруз­ник”­тарҙы ниңә ҡабул итә алмай һуң?”
Малайҙың ҡултыҡ аҫтында – нота дәфтәре. Өфөлә үҙе уҡыған музыка мәктәбенән ҡайтып киле­үе. Тәүҙә, әсәһенең ауылдан килеп алғанын көтөп, бер аҙна ҡай­тарманылар, хәҙер иһә Бөрйән аэропорты ҡабул итмәй аптырата. Телдәре аңҡауына йәбешкән әсә менән ул тағы ла ашханаға инә: “Туғыҙ стакан сәй, ике телем ик­мәк”. Кассирҙың ҙур асылған күҙ­ҙәрен хәтерендә оҙаҡ һаҡлаясаҡ әле Данир.
Уҡыу ауыр, Бөрйәнгә йылына ике тапҡыр ғына ҡайтып килергә мөм­кин... Әммә үҙ-үҙенә талапсан­лығы, ныҡышмаллығы арҡаһында бары­һын да еңеп сыға егет. Сән­ғәт училищеһының баян класын тик “бишле”гә тамамлай, унан институтта Рәсәйҙең һәм Башҡорт­ос­тан­дың атҡаҙанған артисы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, профессор Р.Ю. Шәйхетдиновта белем ала. Артабанғы яҙмышы, эшмәкәрлеге иһә Бөрйәндең мәҙәни тормошо менән айырыл­ғыһыҙ бәйле. Сирек быуатҡа яҡын ғүмерен сәнғәт мәк­тәбе (хәҙер ул Камил Рәхимов исемен йөрөтә) директоры вазифаһына бағыш­лай, 1992 – 1993 йылдарҙа район хакимиәтенең мәҙәниәт бүле­генә етәкселек итә, шул уҡ ваҡытта үҙе – һәр байрамда алыштырғы­һыҙ аккомпаниатор.
Талантлы яҡташыбыҙҙы, ҡолас ташлап эшләр мөмкинлектәр вәғәҙә итеп, баш ҡалаға саҡырыу­сылар ҙа күп була, ләкин Данир Мөниәр улы тыуған еренә тоғро ҡала, Бөрйәне өсөн йән атып йәшәй. Төпкөлдәмен тип тормайынса, Мәскәүгә барып, белемен камиллаштырып та ҡайта. Тынғы­һыҙ хеҙмәт емеше – уҡыусы­ла­ры­ның район, зона, республика конкурстарындағы еңеүҙәре. Тәр­биәләнеүселәренең сәнғәт учили­ще­һына, институтҡа инеүенә, фи­лар­монияларға эшкә урынлашыуына һөйөнөп туя алмай педагог. Тик үҙе төпкөлдә ҡалыуҙы хуп күрә. Нәҡ ошонда, йәнтөйәгендә, йырҙар ижад итә башлай ул. Сөм­бөл Баймырҙина, Азалия Вәлие­ва, Зилә Ҡолдәү­ләтова, Сәлимә Ғарифуллина, Зәбирә Әминева, Сәлимә Исламова башлап ишет­терә халыҡҡа Данир Мөниәр улының тәүге ижад емеш­тәрен. Ә һүҙҙәрҙе эҙләп, алыҫҡа йөрө­мәй. Үҙе әйтмешләй, шиғыр­ҙары “йыр­лап торған” Р. Ишбаев, Т. Дәү­ләтбирҙина, М. Ишбулатов, А. Ғарифуллина, З. Аҡбутина, М. Ҡа­һарманова, Р. Зәйнуллин, И. Мусина һәм башҡаларҙың ижадына мөрәжәғәт итә. Йырҙарының күбеһен ике тауышҡа һалып, ан­самблдәр өсөн дә эшкәртә, һорағандарға тоттороп та ебәрә.
Патриотик рухтағы ижад емеш­тәре Данир Мөниәр улын “тыуған яҡ һандуғасы” итеп танытты. Үҙе­беҙҙең генә түгел, урыҫ һәм украин йырҙарын да юғары кимәлдә баш­ҡарыр ине ул. “Ирәндек моң­дары”, “Урал моңо”, “Дуҫлыҡ мо­ңо”, “Оҙон көй” конкурс­тарына күпме кешене әҙерләгәндер?!
Музыка мәктәбе уҡытыусыла­ры өсөн иң ауыры – баян өсөн эш­кәртелгән башҡортса көйҙәрҙең етмәүе. Ошо мәсьәлә бик әсен­дерә педагогты. Һөҙөмтәлә үҙе эшкәрткән әҫәрҙәрҙе туплай барып, данлыҡлы Нур Дауытовтың фатихаһы менән 2013 йылда “Башҡорт халыҡ көйҙәре” тигән китап сығарта.
Уның моңдаръя карабында бөр­йәндәрҙең һәр береһенең үҙ урыны: республика конкурсына йыйынған һәммәһенә репертуар һайлау, йырҙы ике тауыш өсөн эшкәртеү, оҫталыҡ дәрестәре... Репетиция ҡайһы саҡта төнгө сәғәт 1-гәсә дауам итә. Унан һуң иһә беҙгә район үҙәгенән 50 саҡ­рым алыҫлыҡта ятҡан Әбдел­мәмбәткә ҡайтаһы, таңға Өфөгә юлланаһы бар. Ихлас та, талапсан да ине остазыбыҙ. Шуға өҫтәп, бер ҡысҡырып та ебәрһә...
Уның менән ижади дуҫлығым оҙаҡ йылдарға һуҙылды. Беҙҙең яҡта тыуған “Мәрйәмем минең”де, “Зиләритә-Зөбәйлә”не лә халыҡҡа бергәләп еткерҙек. Елкәмдән тотоп тигәндәй, йырҙарымды нотаға һа­лыусы, фонограмма яҙыусы, милли баҫмаларға ебәреүсе лә Данир Мөниәр улы булды. Аға­йыбыҙҙың күңел донъяһы һәр кем өсөн асыҡ ине. Рөхсәт һорап ингәндәргә ҡара­ғанда, ишеген шаҡара тартып асҡандар күберәк тә булғандыр...
Йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәне Данир Мөниәр улы. “Ғүмер ҡыҫҡа, оҙон күренһә лә” тигән йыр һүҙҙәренә ярашлы, ашыҡты ла үҙе. Барыһына ла өл­гөрөргә тырышты. Түшәккә ятҡан­сы уҡытты. Операциянан һуң да, үҙен аямайса, 20 килограмлыҡ баянын күтәреп йөрө­нө. Инвалид­лыҡ та рухын һындыр­маны уның. Йәйгә ҙур ижади пландары бар ине. Тик туҡтап ҡалды ғүмер карабы. Ләйсән ямғырҙай күңел­дәрҙе имләр йырҙары ҡалды...
Йәштән яратып ҡауышҡан ҡатыны Әлфиә апай менән Лилиә исемле ҡыҙ, Зөфәр исемле ул үҫтереп, олатай-өләсәй шатлығын кисерҙеләр. Йортоноң ханбикәһе, ҡото булған хәләл ефетенең өй йылыһына ҡойо­ноп йәшәне Данир ағай. Ейәндәре Урал менән Рус­ланды сикһеҙ яратты. Алтмыш йәшлек юбилей кисә­һенә уларҙың да сығышын индер­мәксе ине. Өлгөрмәне...



Вернуться назад