Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәсемемдә үҫә ҡурайым
Мәсемемдә үҫә ҡурайым Тыуған ерҙең һутынан моңдар
алып,
Мәсемемдә үҫә ҡурайым.
Шул ҡурайҙың моңон
тыңлағанда
Тарихтарҙы айҡап урайым.


Яуҙашыбыҙ, рухташыбыҙ, сер­ҙәшебеҙ… Башҡорт ерендә генә үҫкән ябай ҡурайҙа тәбиғәттең асылмаған мөғжизәһе һаҡлана, моңо сикһеҙ ҡөҙрәткә эйә. Уның ҡабатланмаҫ көсөн Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәт­кәре Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың иҫ­тәлегенә һәм райондың мәшһүр “Мәсемташ” халыҡ ансамбленә 70 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән Ҡурай байрамында йәнә бер ҡат тойҙоҡ. Төйәгебеҙ халҡын уртаҡ майҙанға туплап, бишегендә тағы ла бәүетте был моң.
Тарихҡа килгәндә, Мөхәмәт Ҡәҙерғолов – “Мәсемташ”ҡа нигеҙ һалған яҡташыбыҙ. Тәүге ҡурай­сылар Зәкир Ғәбитов, Әхмәтгәрәй Уразаев, Фәруҡ Маликов, Мөжәүир Сәйетбатталов, Ишбулды һәм Әхмәт Ҡотлобаевтар була. 1967 йылда коллективҡа “халыҡ ансамбле” исеме бирелә. “Мәсем­таш” менән йөҙгә яҡын кешенең яҙмышы бәйле.
Төркөмгә дүрт тиҫтә йыл сама­һы Рәсәйҙең һәм Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ­мәткәре Йәмил Иҫәнғәлин уңышлы етәкселек итә. Сәхнә оҫталары был арауыҡта бихисап конкурс-фестивалдә ҡатнаша. Үҙҙәре лә күркәм саралар ойоштора. Шу­ларҙың иң ғүмерлеһе – Ҡурай байрамы. “Мәсемташ”тарҙың көсө менән уҙған быуаттың 80-се йылдарында үткәрелә башлаған бәйге әле лә дауам итә.
Быйылғы байрамға ситтә йәшә­гән яҡташтарыбыҙ, танылған ҡу­рай­сылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Рәхмә­туллин, Белорет ҡалаһындағы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Хәсәнов, Дүртөйлө ҡалаһы­ның сәнғәт мәктәбе педагогы Инсур Йосопов – саҡырылғайны. Улар бәйгенең баһалау комиссия­һы ағзалары ла булды.
Ярышҡа райондың төрлө ауылдарынан йөҙҙән ашыу ҡурайсы, уйын ҡоралдары ансамблдәре кил­гәйне. Тантана башында район етәк­селеге “Мәсемташ” халыҡ ан­сам­бле­нең ҡурайсыларына рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләк­тәр тапшырҙы.
Артабан сәхнә оҫталары төрлө номинацияла баһаланды. Мәҫә­лән, 83 йәшлек Мәүлетбай Рәх­мәтуллин “Иң өлкән ҡурайсы” булып танылһа, һигеҙен тултырған Ғәзинур Манапов “Өмөтлө йәш көс” тип билдәләнде. Уларға Күгәрсен районы оҫтаһы Рәмил Хөснуллин эшләгән ҡурайҙар бүләк ителде. “Халыҡ ижадына тоғролоҡ” тигән номинацияла үҙенсәлекле, халыҡсан сығышы менән айырылып торған төркөм­дәр – Яңы Усман ауылының “Өс таған” триоһы, Иҫке Монасип һәм Яңы Мөсәттең инструменталь ансамблдәре – алдынғылыҡты бирмәне.
Байрамдың еңеүселәре иһә ике төркөмдә билдәләнде. Өлкәндәр­ҙән Ғәлиәкбәр ауылының “Нөгөш” ансамбле беренселекте яулаһа, балалар араһында тәүге урын­дарҙы Камил Рәхимов исемендәге ансамбль (Иҫке Собханғол), “Йәнтөйәк” (Ғәлиәкбәр), “Аҡбейек” (Иҫке Собханғол) һәм “Нур” (Исламбай) төркөмдәре бүлеште.
Яңғыҙ башҡарыусылар айырым баһаланды. Уҡыусыларҙан Динис Хәлиуллин, Вячеслав Ишдәүләтов һәм Айгиз Ҡыуандыҡов алдынғы­лыҡты бирмәһә, өлкәндәрҙән Фир­ғәт Ҡолдәүләтов менән Әнис Ишемғужин иң оҫталар тип табыл­ды. Үҙешмәкәрҙәр араһында Азат Сәғитов, Ришат Абдуллин, Вәли Ғәлиуллин кеүек ир-уҙамандарға етеүсе булманы. Конкурстың төп еңеүсеһе иһә – Сибайҙағы сәнғәт колледжын тамамлаған профессиональ ҡурайсы, Ғәҙелгәрәй егете Марсель Фәйзуллин!
Бүләкләү сағыу сығыштар менән аралаштырып алып барылды. Һуңынан тамашасылар гала-концерт ҡарап кинәнде.


Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН:

– Мин иҫ белгәндә Бөрйәндә ҡурайсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Талантлы яҡташыбыҙ Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың тырыш­лығы арҡаһында аҙаҡ оҫталар мәктәбе барлыҡҡа килде. Изге эште Йәмил Иҫәнғәлин, Зәйнулла Мөхәмәтдинов, Дәүләтбай Рәхмәтул­линдар дауам итә.
Әлеге байрамдың кимәленә килгәндә, егеттәребеҙ дәртле, ихлас. Йөрәктәрендә – моң, күҙҙәрендә – нур, осҡон! Заман һынау­ҙарына бирешмәй, үҙешмәкәр ҡурайсылар, клуб мөдирҙәре әүҙем эш алып бара. Теләк булһа, тауҙар аҡтарырға мөмкин шул. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу айҡанлы байрамда 450 ҡурайсыны туплап уйнатыуға өлгәшкән бөрйәндәр милли музыка ҡоралын ҡулынан төшөрөргә тейеш түгел.
Бәйгеселәр араһында йәштәрҙең күплеге һоҡландырҙы. Әлбиттә, киләсәктә барыһына ла ҡурайсы булырға тимәгән. Күңелдә моң йөрөтөү – үҙе ҙур өҫтөнлөк. Ундайҙар изге күңелле, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыусан, рухлы була.


Автор: А. АҠЫЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780