Тыуған ерҙең һутынан моңдар
алып,
Мәсемемдә үҫә ҡурайым.
Шул ҡурайҙың моңон
тыңлағанда
Тарихтарҙы айҡап урайым.Яуҙашыбыҙ, рухташыбыҙ, серҙәшебеҙ… Башҡорт ерендә генә үҫкән ябай ҡурайҙа тәбиғәттең асылмаған мөғжизәһе һаҡлана, моңо сикһеҙ ҡөҙрәткә эйә. Уның ҡабатланмаҫ көсөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың иҫтәлегенә һәм райондың мәшһүр “Мәсемташ” халыҡ ансамбленә 70 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән Ҡурай байрамында йәнә бер ҡат тойҙоҡ. Төйәгебеҙ халҡын уртаҡ майҙанға туплап, бишегендә тағы ла бәүетте был моң.
Тарихҡа килгәндә, Мөхәмәт Ҡәҙерғолов – “Мәсемташ”ҡа нигеҙ һалған яҡташыбыҙ. Тәүге ҡурайсылар Зәкир Ғәбитов, Әхмәтгәрәй Уразаев, Фәруҡ Маликов, Мөжәүир Сәйетбатталов, Ишбулды һәм Әхмәт Ҡотлобаевтар була. 1967 йылда коллективҡа “халыҡ ансамбле” исеме бирелә. “Мәсемташ” менән йөҙгә яҡын кешенең яҙмышы бәйле.
Төркөмгә дүрт тиҫтә йыл самаһы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмил Иҫәнғәлин уңышлы етәкселек итә. Сәхнә оҫталары был арауыҡта бихисап конкурс-фестивалдә ҡатнаша. Үҙҙәре лә күркәм саралар ойоштора. Шуларҙың иң ғүмерлеһе – Ҡурай байрамы. “Мәсемташ”тарҙың көсө менән уҙған быуаттың 80-се йылдарында үткәрелә башлаған бәйге әле лә дауам итә.
Быйылғы байрамға ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ, танылған ҡурайсылар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Рәхмәтуллин, Белорет ҡалаһындағы сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Хәсәнов, Дүртөйлө ҡалаһының сәнғәт мәктәбе педагогы Инсур Йосопов – саҡырылғайны. Улар бәйгенең баһалау комиссияһы ағзалары ла булды.
Ярышҡа райондың төрлө ауылдарынан йөҙҙән ашыу ҡурайсы, уйын ҡоралдары ансамблдәре килгәйне. Тантана башында район етәкселеге “Мәсемташ” халыҡ ансамбленең ҡурайсыларына рәхмәт хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Артабан сәхнә оҫталары төрлө номинацияла баһаланды. Мәҫәлән, 83 йәшлек Мәүлетбай Рәхмәтуллин “Иң өлкән ҡурайсы” булып танылһа, һигеҙен тултырған Ғәзинур Манапов “Өмөтлө йәш көс” тип билдәләнде. Уларға Күгәрсен районы оҫтаһы Рәмил Хөснуллин эшләгән ҡурайҙар бүләк ителде. “Халыҡ ижадына тоғролоҡ” тигән номинацияла үҙенсәлекле, халыҡсан сығышы менән айырылып торған төркөмдәр – Яңы Усман ауылының “Өс таған” триоһы, Иҫке Монасип һәм Яңы Мөсәттең инструменталь ансамблдәре – алдынғылыҡты бирмәне.
Байрамдың еңеүселәре иһә ике төркөмдә билдәләнде. Өлкәндәрҙән Ғәлиәкбәр ауылының “Нөгөш” ансамбле беренселекте яулаһа, балалар араһында тәүге урындарҙы Камил Рәхимов исемендәге ансамбль (Иҫке Собханғол), “Йәнтөйәк” (Ғәлиәкбәр), “Аҡбейек” (Иҫке Собханғол) һәм “Нур” (Исламбай) төркөмдәре бүлеште.
Яңғыҙ башҡарыусылар айырым баһаланды. Уҡыусыларҙан Динис Хәлиуллин, Вячеслав Ишдәүләтов һәм Айгиз Ҡыуандыҡов алдынғылыҡты бирмәһә, өлкәндәрҙән Фирғәт Ҡолдәүләтов менән Әнис Ишемғужин иң оҫталар тип табылды. Үҙешмәкәрҙәр араһында Азат Сәғитов, Ришат Абдуллин, Вәли Ғәлиуллин кеүек ир-уҙамандарға етеүсе булманы. Конкурстың төп еңеүсеһе иһә – Сибайҙағы сәнғәт колледжын тамамлаған профессиональ ҡурайсы, Ғәҙелгәрәй егете Марсель Фәйзуллин!
Бүләкләү сағыу сығыштар менән аралаштырып алып барылды. Һуңынан тамашасылар гала-концерт ҡарап кинәнде.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат РӘХМӘТУЛЛИН:– Мин иҫ белгәндә Бөрйәндә ҡурайсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Талантлы яҡташыбыҙ Мөхәмәт Ҡәҙерғоловтың тырышлығы арҡаһында аҙаҡ оҫталар мәктәбе барлыҡҡа килде. Изге эште Йәмил Иҫәнғәлин, Зәйнулла Мөхәмәтдинов, Дәүләтбай Рәхмәтуллиндар дауам итә.
Әлеге байрамдың кимәленә килгәндә, егеттәребеҙ дәртле, ихлас. Йөрәктәрендә – моң, күҙҙәрендә – нур, осҡон! Заман һынауҙарына бирешмәй, үҙешмәкәр ҡурайсылар, клуб мөдирҙәре әүҙем эш алып бара. Теләк булһа, тауҙар аҡтарырға мөмкин шул. Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыу айҡанлы байрамда 450 ҡурайсыны туплап уйнатыуға өлгәшкән бөрйәндәр милли музыка ҡоралын ҡулынан төшөрөргә тейеш түгел.
Бәйгеселәр араһында йәштәрҙең күплеге һоҡландырҙы. Әлбиттә, киләсәктә барыһына ла ҡурайсы булырға тимәгән. Күңелдә моң йөрөтөү – үҙе ҙур өҫтөнлөк. Ундайҙар изге күңелле, яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыусан, рухлы була.