Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөрләтеп йәшәйһе бар әле
Гөрләтеп йәшәйһе бар әле Йорто алдына килеп туҡтағас та, магнитолаһынан ағылған йырҙы тыңлап бөтәйем тип, машинаһынан төшмәй ултыра бирҙе Рәмил.
“Ашҡына ғүмер, көт һин саҡ ҡына
Бәхетле булыр тормош хаҡына”…
Йәштәрҙең яратҡан йырсыһы хисләнеп китеп йырлай. Туҡта, бая ғына ишетте түгелме шул йырҙы? Цехта Хәсән йырлап йөрөй бит. Йырлай тип, анауындай машиналар геүләп торған ерҙә ҡайҙан ишетелһен, тиһең. Кейенеп-сисенеү бүлмәһендә лә, ашарға барғанда ла көйләй ине.
Үҙе лә йәшерәк саҡта шулай ине түгелме? Цехташтарына: “Йырсы түгелмен, ә бына машиналар геүләгәндә матур йырлайым ул”, – тип шаярта. Бер лаҡапмылыр, шуны ла өҫтәп: “Матур йырлайым, бигерәк тә тракторға ултырып ер һөргән саҡта тауышым асылып китә, тигән берәү”, – тип һөйләп иптәштәрен көлдөрөп ала.

Йыр тынғас, машинаһын гаражға ҡуйып, өйөнә ыңғайланы. Ишек алдында туҡтап, бер аҙ киске ҡаланы күҙәтте. Ем-ем иткән уттар, завод торбалары, күңеленә яҡын гудок тауышы… Икенсе сменаның һуңғы көнө.
– Рәмил ағай, 30 йыл инде ошо графикта эшләйһең, бер үк смена, урын, нисек ялҡмайһың ул? – тип һорап ҡуйғайны бер өйрәнсеге.
– Эй, ҡустым, әле генә шулай тойола һиңә. Һиҙмәй ҙә ҡалырһың, тиҙ өйрәнерһең, ошо станогың, эш урының иң ҡәҙерлеһе булып китер. Уның менән һаҡсыл эш итергә лә, “һөйләшергә” лә өйрәнерһең. Металл да үҙе бер тере йән кеүек ул. Күңел йылыңды, бөтә оҫталығыңды ҡушаһың, күҙ нурҙарың да түгелә тигәндәй, аңланыңмы?
– Ҡайһылай ҙа матур итеп әйтеп ҡуйҙың ул.
– Аптырама, ағайың йәшенә етһәң, һин дә шулай һайрай башларһың, маҡтанып та алырһың.
Уңған, тырыш егет ул. Эш урынын ышанып тапшырырҙай булдыҡлы алмаш әҙерләгәненә ҡыуанып бөтә алмай. Тупланған тәжрибәһе менән тулыһынса бүлешә алғанына һөйөнә. Ихлас, алсаҡ егеттең киләсәге өмөтлө күренә. Тыныс күңел менән ялға китә алырына шик юҡ. Күпме йәш эшсене өйрәтте, береһе лә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне.
Көндөҙгө әңгәмәләрҙе хәтерләй-хә­терләй өйөнә инде. Ҡатыны тәмле аш­тарын әҙерләп, көтөп тә ултыра ине.
Ғүмер уртаһына артылғас, һәр кем дә үткәненә байҡау яһарға, уңыштары, һөйөнөстәре, көйөнөстәре хаҡында уйлап, күҙ алдынан үткәреп, үҙенсә баһа бирергә тырышалыр.
– Төрлөһөн кисерелде, йәшермәйем, үҙеңде тиҙ арала ҡулға алһаң, еңеп сығаһың, – тип хәтирәләргә бирелә Рәмил Мөхәмәҙиә улы. – Аллаға шөкөр, 42 йыл хеҙмәт стажым бар, шуның 30-ы “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционер йәмғиәтенең 17-се цехы менән бәйләнгән.
5-се разрядлы канат үреү оҫтаһы бер юлы ике агрегатты хеҙмәтләндерә, көндәлек нормаһын 200 процентҡа үтәй. Йәш эшселәрҙе өйрәтеүҙе лә уға ышанып тапшыралар.
Үҙ һөнәрҙәренең оҫталары туплан­ған цехтарында. Элекке мастерҙары Н.И. Рябий ошонда 40 йылға яҡын эшләгән. Әлеге мастер Анна Сидорова ла — үҙ һөнәренең оҫтаһы.
– Эшебеҙ тәүҙә күңелһеҙ күренә, – ти хеҙмәт ветераны. – Өйрәнеп алһаң, һәр нәмә үҙ урынына ултыра. Ил өсөн мөһим продукция сығарабыҙ. Беҙҙең юғары сифатлы канаттар, тростар, караптар, вертолеттар, крандар, төҙөлөш өсөн, ҡыҫҡаһы, һәр өлкәлә лә кәрәкле һанала.
Үткәл ауылында тыуып үҫкән Рәмил Мөхәмәҙиә улын яҡындары, һабаҡташ­тары бик ихтирам итә.
– Класташтарым күп минең, – ти ул. – Һәр ҡайһыһы менән аралашып, хәбәрләшеп торам. Улар тураһында яҙылған мәҡәләләр баҫылған “Урал” гәзитен йыйып барам.
Белорет мәктәп-интернатында, унан Шығай мәктәбендә бергә уҡыған клас­таштары хаҡында әйтеүе.
– Арабыҙҙа иң ихлас, ярҙамсыл булғаны өсөн яратабыҙ уны. Өйөнән дуҫтары өҙөлмәй. Ҡатыны Рәйсә Исхаҡ ҡыҙы ла итәғәтле, ҡунаҡсыл, беҙҙе һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, хөрмәтләп, татыу ғүмер итәләр, – ти класташы Әлмира.
Эше уңғандың йорто ла балҡып тора. Үткәл ауылында атай нигеҙен ҡоротмай, уны йүнәтеп алған. Мәскәүҙә йәшәгән ҡыҙҙарына өлгөлө атай-әсәй, ейәнсәрҙәре Әҙиләгә яратҡан олатай-өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерә Мөхәмәтйәровтар. Күмәкләшеп ил буйлап сәйәхәт ҡылырға ла өлгөрәләр.
Хеҙмәт һөйгәнде ил дә хөрмәтләй. Рәмил Мөхәмәҙиә улы был йәһәттән бәхетле. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, район-ара базала, райпотребсоюзда эшләп ала. Ундағы етәкселәрен яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә ала. Һуңынан яҙмы­шын металлургия тармағына бәйләй. Канат ишеү машинисы булып эшләп, үҙ бәхетен таба тиһәң дә була. Тырыш эшсене етәкселек тә тиҙ күреп, баһалай. Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап. Хеҙмәт ветераны Рәсәй Сәнәғәт һәм энергетика ми­нистрлығының Почет грамотаһы менән бүләк­ләнә. Бер нисә йыл район һа­бантуйында “Һөнәре буйынса иң яҡшы” исеменә лайыҡ була. Күптән түгел республикабыҙҙың юғары наградаһы – Башҡортостандың Почет грамотаһы менән наградлана. Металлургия тармағы үҫешенә тос өлөш индергән, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәт ветераны әйтеп бөткөһөҙ бәхетле минуттар кисерә бүләген ҡулына алғанда. Һаман да тулҡынланып һөйләй, тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлаша.
– Комбинатта эшләүемдән, ғөмүмән, ғаиләмдән, дуҫтарымдан уңдым, – ти ул. – Рәйсә менән аңлашып, бер-бере­беҙҙе ихтирам итеп йәшәйбеҙ.
– Хаҡлы ялға сыҡты, инде ҡырын ятып ҡына сериалдар ҡарар тип әйтерлек түгел. Киләсәккә әллә күпме план ҡороп ҡуйған ул, – тип һүҙгә ҡу­шыла Рәйсә ханым.
– Дөрөҫ әйтәһең, алда ғүмер бар әле тигәндәй, уҡылмаған китаптарым, күрер, артылыр тауҙарым, осрашыр дуҫтарым бар. Хоҙай һаулыҡ ҡына бирһен. Хаҡлы ялға сыҡһаң, тормош яңы башлана, тиҙәр ҙәбаһа...
Тәжрибәле эшсе Рәмил Мөхәмәҙиә улы Мөхәмәтйәров тиҙҙән күркәм юбилейын билдәләй. “Цехыңды, бергә эш­ләгән иптәштәреңде ташлап китә ал­маҫ­һың”, тип шаярта канатсылар. “Беҙ ишкән иң ныҡлы ҡорос арҡан­дарҙың оҙонлоғо Ер шарын әллә нисә тапҡыр урап үтерлектер. Мәлендә ял да итә белергә кәрәк”, – тип яуаплай ул.
Һағындырыр, әлбиттә, һағындырыр. Тыуған йортоңдай ҡәҙерле булып бөткән цехы, иптәштәре, көн дә йөрөгән юлдары нисек онотолһон…
“Ашҡынма, ғүмер, зая үтмә һин,
Иманыбыҙҙы ташлап китмә һин”.
Шөкөр, ғүмер бушҡа үтмәгән, тип уйлап ҡуйҙы Рәмил.

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 255

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 855

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779