Йорто алдына килеп туҡтағас та, магнитолаһынан ағылған йырҙы тыңлап бөтәйем тип, машинаһынан төшмәй ултыра бирҙе Рәмил.
“Ашҡына ғүмер, көт һин саҡ ҡына
Бәхетле булыр тормош хаҡына”…
Йәштәрҙең яратҡан йырсыһы хисләнеп китеп йырлай. Туҡта, бая ғына ишетте түгелме шул йырҙы? Цехта Хәсән йырлап йөрөй бит. Йырлай тип, анауындай машиналар геүләп торған ерҙә ҡайҙан ишетелһен, тиһең. Кейенеп-сисенеү бүлмәһендә лә, ашарға барғанда ла көйләй ине.
Үҙе лә йәшерәк саҡта шулай ине түгелме? Цехташтарына: “Йырсы түгелмен, ә бына машиналар геүләгәндә матур йырлайым ул”, – тип шаярта. Бер лаҡапмылыр, шуны ла өҫтәп: “Матур йырлайым, бигерәк тә тракторға ултырып ер һөргән саҡта тауышым асылып китә, тигән берәү”, – тип һөйләп иптәштәрен көлдөрөп ала.Йыр тынғас, машинаһын гаражға ҡуйып, өйөнә ыңғайланы. Ишек алдында туҡтап, бер аҙ киске ҡаланы күҙәтте. Ем-ем иткән уттар, завод торбалары, күңеленә яҡын гудок тауышы… Икенсе сменаның һуңғы көнө.
– Рәмил ағай, 30 йыл инде ошо графикта эшләйһең, бер үк смена, урын, нисек ялҡмайһың ул? – тип һорап ҡуйғайны бер өйрәнсеге.
– Эй, ҡустым, әле генә шулай тойола һиңә. Һиҙмәй ҙә ҡалырһың, тиҙ өйрәнерһең, ошо станогың, эш урының иң ҡәҙерлеһе булып китер. Уның менән һаҡсыл эш итергә лә, “һөйләшергә” лә өйрәнерһең. Металл да үҙе бер тере йән кеүек ул. Күңел йылыңды, бөтә оҫталығыңды ҡушаһың, күҙ нурҙарың да түгелә тигәндәй, аңланыңмы?
– Ҡайһылай ҙа матур итеп әйтеп ҡуйҙың ул.
– Аптырама, ағайың йәшенә етһәң, һин дә шулай һайрай башларһың, маҡтанып та алырһың.
Уңған, тырыш егет ул. Эш урынын ышанып тапшырырҙай булдыҡлы алмаш әҙерләгәненә ҡыуанып бөтә алмай. Тупланған тәжрибәһе менән тулыһынса бүлешә алғанына һөйөнә. Ихлас, алсаҡ егеттең киләсәге өмөтлө күренә. Тыныс күңел менән ялға китә алырына шик юҡ. Күпме йәш эшсене өйрәтте, береһе лә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне.
Көндөҙгө әңгәмәләрҙе хәтерләй-хәтерләй өйөнә инде. Ҡатыны тәмле аштарын әҙерләп, көтөп тә ултыра ине.
Ғүмер уртаһына артылғас, һәр кем дә үткәненә байҡау яһарға, уңыштары, һөйөнөстәре, көйөнөстәре хаҡында уйлап, күҙ алдынан үткәреп, үҙенсә баһа бирергә тырышалыр.
– Төрлөһөн кисерелде, йәшермәйем, үҙеңде тиҙ арала ҡулға алһаң, еңеп сығаһың, – тип хәтирәләргә бирелә Рәмил Мөхәмәҙиә улы. – Аллаға шөкөр, 42 йыл хеҙмәт стажым бар, шуның 30-ы “Белорет металлургия комбинаты” асыҡ акционер йәмғиәтенең 17-се цехы менән бәйләнгән.
5-се разрядлы канат үреү оҫтаһы бер юлы ике агрегатты хеҙмәтләндерә, көндәлек нормаһын 200 процентҡа үтәй. Йәш эшселәрҙе өйрәтеүҙе лә уға ышанып тапшыралар.
Үҙ һөнәрҙәренең оҫталары тупланған цехтарында. Элекке мастерҙары Н.И. Рябий ошонда 40 йылға яҡын эшләгән. Әлеге мастер Анна Сидорова ла — үҙ һөнәренең оҫтаһы.
– Эшебеҙ тәүҙә күңелһеҙ күренә, – ти хеҙмәт ветераны. – Өйрәнеп алһаң, һәр нәмә үҙ урынына ултыра. Ил өсөн мөһим продукция сығарабыҙ. Беҙҙең юғары сифатлы канаттар, тростар, караптар, вертолеттар, крандар, төҙөлөш өсөн, ҡыҫҡаһы, һәр өлкәлә лә кәрәкле һанала.
Үткәл ауылында тыуып үҫкән Рәмил Мөхәмәҙиә улын яҡындары, һабаҡташтары бик ихтирам итә.
– Класташтарым күп минең, – ти ул. – Һәр ҡайһыһы менән аралашып, хәбәрләшеп торам. Улар тураһында яҙылған мәҡәләләр баҫылған “Урал” гәзитен йыйып барам.
Белорет мәктәп-интернатында, унан Шығай мәктәбендә бергә уҡыған класташтары хаҡында әйтеүе.
– Арабыҙҙа иң ихлас, ярҙамсыл булғаны өсөн яратабыҙ уны. Өйөнән дуҫтары өҙөлмәй. Ҡатыны Рәйсә Исхаҡ ҡыҙы ла итәғәтле, ҡунаҡсыл, беҙҙе һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршылай. Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, хөрмәтләп, татыу ғүмер итәләр, – ти класташы Әлмира.
Эше уңғандың йорто ла балҡып тора. Үткәл ауылында атай нигеҙен ҡоротмай, уны йүнәтеп алған. Мәскәүҙә йәшәгән ҡыҙҙарына өлгөлө атай-әсәй, ейәнсәрҙәре Әҙиләгә яратҡан олатай-өләсәй булып бәхетле ғүмер кисерә Мөхәмәтйәровтар. Күмәкләшеп ил буйлап сәйәхәт ҡылырға ла өлгөрәләр.
Хеҙмәт һөйгәнде ил дә хөрмәтләй. Рәмил Мөхәмәҙиә улы был йәһәттән бәхетле. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, район-ара базала, райпотребсоюзда эшләп ала. Ундағы етәкселәрен яҡты хәтирәләр менән генә иҫкә ала. Һуңынан яҙмышын металлургия тармағына бәйләй. Канат ишеү машинисы булып эшләп, үҙ бәхетен таба тиһәң дә була. Тырыш эшсене етәкселек тә тиҙ күреп, баһалай. Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап. Хеҙмәт ветераны Рәсәй Сәнәғәт һәм энергетика министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Бер нисә йыл район һабантуйында “Һөнәре буйынса иң яҡшы” исеменә лайыҡ була. Күптән түгел республикабыҙҙың юғары наградаһы – Башҡортостандың Почет грамотаһы менән наградлана. Металлургия тармағы үҫешенә тос өлөш индергән, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгән хеҙмәт ветераны әйтеп бөткөһөҙ бәхетле минуттар кисерә бүләген ҡулына алғанда. Һаман да тулҡынланып һөйләй, тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлаша.
– Комбинатта эшләүемдән, ғөмүмән, ғаиләмдән, дуҫтарымдан уңдым, – ти ул. – Рәйсә менән аңлашып, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәйбеҙ.
– Хаҡлы ялға сыҡты, инде ҡырын ятып ҡына сериалдар ҡарар тип әйтерлек түгел. Киләсәккә әллә күпме план ҡороп ҡуйған ул, – тип һүҙгә ҡушыла Рәйсә ханым.
– Дөрөҫ әйтәһең, алда ғүмер бар әле тигәндәй, уҡылмаған китаптарым, күрер, артылыр тауҙарым, осрашыр дуҫтарым бар. Хоҙай һаулыҡ ҡына бирһен. Хаҡлы ялға сыҡһаң, тормош яңы башлана, тиҙәр ҙәбаһа...
Тәжрибәле эшсе Рәмил Мөхәмәҙиә улы Мөхәмәтйәров тиҙҙән күркәм юбилейын билдәләй. “Цехыңды, бергә эшләгән иптәштәреңде ташлап китә алмаҫһың”, тип шаярта канатсылар. “Беҙ ишкән иң ныҡлы ҡорос арҡандарҙың оҙонлоғо Ер шарын әллә нисә тапҡыр урап үтерлектер. Мәлендә ял да итә белергә кәрәк”, – тип яуаплай ул.
Һағындырыр, әлбиттә, һағындырыр. Тыуған йортоңдай ҡәҙерле булып бөткән цехы, иптәштәре, көн дә йөрөгән юлдары нисек онотолһон…
“Ашҡынма, ғүмер, зая үтмә һин,
Иманыбыҙҙы ташлап китмә һин”.
Шөкөр, ғүмер бушҡа үтмәгән, тип уйлап ҡуйҙы Рәмил.
Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.