Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурай моңо тынмаҫ әле...
Ҡурай моңо тынмаҫ әле... Үрге Тәтешлеләге балалар сәнғәт мәктәбенә килеп ингәс тә, илаһи ҡурай моңон ишетеп, күңелдәр күтәрелде. Башҡорт ҡурайының был төбәктә лә яңғырауына ихлас ҡыуаныс кисерҙек. Ә йөрәктәргә үтеп инерлек итеп кем уйнай һуң? “Тиҫтәләгән малайҙың ҡурай буйынса уҡытыусыһы, тамашасының яратҡан көй оҫтаһы Айнур Ҡыямов ул”, – тип таныштырҙы мәктәп директоры Марат Саҙретдинов ҡурайсы егет менән.

Айнур Һәүбән улы Беләш ауылынан. Туған мәктәбендә ете йыл белем алғас, артабан уҡыуын Үрге Тәтешленең 2-се урта мәктәбендә дауам иткән. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан егет район музыка мәктәбенең баян класына яҙылған. Бөгөн Айнур ошо музыка ҡоралында уйнау серҙәренә төшөндөргән уҡытыусыһы Фәтхулла Хановҡа ҙур рәхмәтле. Шул йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Рөстәм Шәрипов, районға килеп, уҡыусыларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәткән. Сәнғәткә ғашиҡ егет, әлбиттә, был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаған, ҙур теләк менән йөрөгән дәрестәргә. Аҙаҡ күп кенә малайҙар был шөғөлдө ташлаһа ла, Айнурҙың күңелендә ҡурайға ҡарата һөйөү, киреһенсә, артҡан ғына. 10-сы класта уҡыған сағында Айнур тәүге оло еңеүгә өлгәшкән – “Тәтешле ынйылары” конкурсында икенсе урынға лайыҡ булған.
– Бала саҡтан сәнғәт яҡын миңә, сөнки олатайым менән өләсәйем тальян гармунда өҙҙөрөп уйнаны, уларҙы яратып тыңлай инем. Бәлки, сәнғәткә һөйөү тап уларҙан киләлер, – ти егет. – Моң иленә тәүге аҙымдарымды яһарға ярҙам иткән остаздарым Венер Халиҡовты, Рөстәм Шәриповты ҙур ихтирам менән иҫкә алам.
...Урта мәктәпте уңышлы тамамлаған егет алдында һөнәр һайлау мәсьәләһе тыумай, ул ғүмер юлын ҡурай сәнғәтенә бағышларға ҡарар итә һәм Өфө сәнғәт училищеһына документтарын тапшыра. Башҡорт музыка ҡоралдары бүлегендәге дәрестәр оҡшай Айнурға. Шуға ла, урта махсус белем алғас, уҡыуын Өфө дәүләт сәнғәт академияһында дауам итә. Был осорҙа егет баян, гармун, ҡумыҙҙа өҙҙөрөп уйнай, ҡурайҙы айырыуса үҙ итә. Уға Юлай Ғәйнетдинов, Айрат Ҡобағошов, Ришат Рәхимов кеүек данлыҡлы ҡурайсыларҙан дәрес алырға насип була. Роберт Заһретдинов иһә ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә.
Йәш кенә булһа ла, Айнур тоғро юлдашына әүерелгән ҡурайы менән төрлө бәйге-конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Сибай ҡалаһындағы ҡурайсылар бәйгеһендә икенсе урынды яулаһа, 2007 йылда Өфөлә йәш музыканттар конкурсында көсөн һынап, лауреат була. Ҡазанда Сәлих Сәйҙәшев исемендәге халыҡ уйын ҡоралдары конкурсында ҡатнашҡанын һаман һағынып иҫкә ала Айнур. Йыл һайын Октябрьский ҡалаһында ойошторолған Ҡурай байрамында ла ихлас ҡатнаша. Бынан тыш, ҡурайсыларҙың 100 йылға бер ойошторолған оло йыйынында ла сығыш яһау бәхете тейә егеткә. Көйөргәҙе районында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына бағышлап үткәрелгән сараға барып, “Тәтешле ҡурайсыһы” булып тарихҡа инә.
– Бәйгеләрҙә данлыҡлы, исемдәре танылған ҡурайсылар менән осрашыу – үҙе бер бәхет. Улар­ҙың уйнағанын тыңлап, һәр саҡ ниндәйҙер көс-дәрт алам. Кәңәштәре лә ярап ҡала, – ти Айнур.
Ҡасандыр атаҡлы ҡурайсыларҙан дәрес алған егет бөгөн үҙе мәктәп уҡыусыларын башҡорт милли ҡоралында уйнарға өйрәтә, уларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Әле Айнурҙың класында башҡорт, татар һәм удмурт малайҙары, бер ҡыҙ ҙур теләк менән музыка серҙәренә төшөнә. Тәрбиәләнеүселәр ҡурай тарихы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә ала.
“Быйыл Октябрьский ҡалаһында үтәсәк Ҡурай байрамына барырға әҙерләнәбеҙ, уҡыусылар ихласлыҡ күрһәтә”, – ти ҡурайсы-уҡытыусы.
Эйе, районда ғына түгел, республикала ла билдәлелек яулай барған Айнур кеүек егеттәр булғанда Тәтешле сәхнәләрендә башҡорт ҡурайы тауышы тынмаҫ әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 880

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 259

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 782

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 954

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 858

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 634

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 734

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 847

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 782