Үрге Тәтешлеләге балалар сәнғәт мәктәбенә килеп ингәс тә, илаһи ҡурай моңон ишетеп, күңелдәр күтәрелде. Башҡорт ҡурайының был төбәктә лә яңғырауына ихлас ҡыуаныс кисерҙек. Ә йөрәктәргә үтеп инерлек итеп кем уйнай һуң? “Тиҫтәләгән малайҙың ҡурай буйынса уҡытыусыһы, тамашасының яратҡан көй оҫтаһы Айнур Ҡыямов ул”, – тип таныштырҙы мәктәп директоры Марат Саҙретдинов ҡурайсы егет менән.Айнур Һәүбән улы Беләш ауылынан. Туған мәктәбендә ете йыл белем алғас, артабан уҡыуын Үрге Тәтешленең 2-се урта мәктәбендә дауам иткән. Уҡыуҙа ла, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашҡан егет район музыка мәктәбенең баян класына яҙылған. Бөгөн Айнур ошо музыка ҡоралында уйнау серҙәренә төшөндөргән уҡытыусыһы Фәтхулла Хановҡа ҙур рәхмәтле. Шул йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Рөстәм Шәрипов, районға килеп, уҡыусыларҙы ҡурайҙа уйнарға өйрәткән. Сәнғәткә ғашиҡ егет, әлбиттә, был мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаған, ҙур теләк менән йөрөгән дәрестәргә. Аҙаҡ күп кенә малайҙар был шөғөлдө ташлаһа ла, Айнурҙың күңелендә ҡурайға ҡарата һөйөү, киреһенсә, артҡан ғына. 10-сы класта уҡыған сағында Айнур тәүге оло еңеүгә өлгәшкән – “Тәтешле ынйылары” конкурсында икенсе урынға лайыҡ булған.
– Бала саҡтан сәнғәт яҡын миңә, сөнки олатайым менән өләсәйем тальян гармунда өҙҙөрөп уйнаны, уларҙы яратып тыңлай инем. Бәлки, сәнғәткә һөйөү тап уларҙан киләлер, – ти егет. – Моң иленә тәүге аҙымдарымды яһарға ярҙам иткән остаздарым Венер Халиҡовты, Рөстәм Шәриповты ҙур ихтирам менән иҫкә алам.
...Урта мәктәпте уңышлы тамамлаған егет алдында һөнәр һайлау мәсьәләһе тыумай, ул ғүмер юлын ҡурай сәнғәтенә бағышларға ҡарар итә һәм Өфө сәнғәт училищеһына документтарын тапшыра. Башҡорт музыка ҡоралдары бүлегендәге дәрестәр оҡшай Айнурға. Шуға ла, урта махсус белем алғас, уҡыуын Өфө дәүләт сәнғәт академияһында дауам итә. Был осорҙа егет баян, гармун, ҡумыҙҙа өҙҙөрөп уйнай, ҡурайҙы айырыуса үҙ итә. Уға Юлай Ғәйнетдинов, Айрат Ҡобағошов, Ришат Рәхимов кеүек данлыҡлы ҡурайсыларҙан дәрес алырға насип була. Роберт Заһретдинов иһә ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтә.
Йәш кенә булһа ла, Айнур тоғро юлдашына әүерелгән ҡурайы менән төрлө бәйге-конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Сибай ҡалаһындағы ҡурайсылар бәйгеһендә икенсе урынды яулаһа, 2007 йылда Өфөлә йәш музыканттар конкурсында көсөн һынап, лауреат була. Ҡазанда Сәлих Сәйҙәшев исемендәге халыҡ уйын ҡоралдары конкурсында ҡатнашҡанын һаман һағынып иҫкә ала Айнур. Йыл һайын Октябрьский ҡалаһында ойошторолған Ҡурай байрамында ла ихлас ҡатнаша. Бынан тыш, ҡурайсыларҙың 100 йылға бер ойошторолған оло йыйынында ла сығыш яһау бәхете тейә егеткә. Көйөргәҙе районында 1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығына бағышлап үткәрелгән сараға барып, “Тәтешле ҡурайсыһы” булып тарихҡа инә.
– Бәйгеләрҙә данлыҡлы, исемдәре танылған ҡурайсылар менән осрашыу – үҙе бер бәхет. Уларҙың уйнағанын тыңлап, һәр саҡ ниндәйҙер көс-дәрт алам. Кәңәштәре лә ярап ҡала, – ти Айнур.
Ҡасандыр атаҡлы ҡурайсыларҙан дәрес алған егет бөгөн үҙе мәктәп уҡыусыларын башҡорт милли ҡоралында уйнарға өйрәтә, уларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Әле Айнурҙың класында башҡорт, татар һәм удмурт малайҙары, бер ҡыҙ ҙур теләк менән музыка серҙәренә төшөнә. Тәрбиәләнеүселәр ҡурай тарихы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә ала.
“Быйыл Октябрьский ҡалаһында үтәсәк Ҡурай байрамына барырға әҙерләнәбеҙ, уҡыусылар ихласлыҡ күрһәтә”, – ти ҡурайсы-уҡытыусы.
Эйе, районда ғына түгел, республикала ла билдәлелек яулай барған Айнур кеүек егеттәр булғанда Тәтешле сәхнәләрендә башҡорт ҡурайы тауышы тынмаҫ әле.