Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урал батыр йыйҙы балаларын
Урал батыр йыйҙы балаларын Рухи мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә матур йолаға әүерелгән. Һуңғы йылдарҙа был бәйге мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында ла үткәрелә.

Бына әле лә “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең ҡала конкурсы ике төркөмдә ойошторолдо. Тәүгеләре 5-7-се кластар араһында уҙғарылды, улар 200 юлға тиклем өҙөктө ятланы. Икенсе төркөмдә сығыш яһаусылар иһә 300-ҙән ашыу шиғри юлды һөйләне. Баһалау комиссияһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, балалар эпосты йылдан-йыл матурыраҡ башҡара. Думбыра, ҡумыҙ, ҡурай һәм дөңгөр кеүек музыка ҡоралдарын ҡулланыу сығыштарҙы тағы ла тулыландырып ебәрә. Ҡайһы берәүҙәр хатта өзләп күрһәтә. Ҡатнашыусыларҙың кейеме, сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотоуы ла ҡыуандыра. “Урал батыр”ҙы һөйләргә теләгән егеттәребеҙҙең күбәйә барыуы ла маҡтауға лайыҡ.
Урал батыр йыйҙы балаларынБыйылғы конкурста Гран-приға беренсе төркөмдә – Сибай ҡалаһының 9-сы лицейынан Тимур Байрамғолов, өлкәндәр араһында “Ирәндек” лицейы уҡыусыһы Ләйсән Таңғатарова лайыҡ булды. Беренсе урынды Зәлиә Ирназарова менән Айгөл Ғөбәйҙуллина уртаҡлашты.
Сәсән телле, рухлы, һәләтле балалар – Урал батыр вариҫтары – сәхнәләрҙән сығыш яһай икән, тимәк, сәсәндәр мәктәбенең киләсәге булыр, яңы быуында илһөйәрлек һәм телһөйәрлек сифаттары көсәйер.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780