Рухи мәҙәниәтебеҙҙең бөйөк ҡомартҡыһы булған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә матур йолаға әүерелгән. Һуңғы йылдарҙа был бәйге мәктәпкәсә йәштәгеләр араһында ла үткәрелә.Бына әле лә “Урал батыр” эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең ҡала конкурсы ике төркөмдә ойошторолдо. Тәүгеләре 5-7-се кластар араһында уҙғарылды, улар 200 юлға тиклем өҙөктө ятланы. Икенсе төркөмдә сығыш яһаусылар иһә 300-ҙән ашыу шиғри юлды һөйләне. Баһалау комиссияһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, балалар эпосты йылдан-йыл матурыраҡ башҡара. Думбыра, ҡумыҙ, ҡурай һәм дөңгөр кеүек музыка ҡоралдарын ҡулланыу сығыштарҙы тағы ла тулыландырып ебәрә. Ҡайһы берәүҙәр хатта өзләп күрһәтә. Ҡатнашыусыларҙың кейеме, сәхнәлә үҙҙәрен ышаныслы тотоуы ла ҡыуандыра. “Урал батыр”ҙы һөйләргә теләгән егеттәребеҙҙең күбәйә барыуы ла маҡтауға лайыҡ.
Быйылғы конкурста Гран-приға беренсе төркөмдә – Сибай ҡалаһының 9-сы лицейынан Тимур Байрамғолов, өлкәндәр араһында “Ирәндек” лицейы уҡыусыһы Ләйсән Таңғатарова лайыҡ булды. Беренсе урынды Зәлиә Ирназарова менән Айгөл Ғөбәйҙуллина уртаҡлашты.
Сәсән телле, рухлы, һәләтле балалар – Урал батыр вариҫтары – сәхнәләрҙән сығыш яһай икән, тимәк, сәсәндәр мәктәбенең киләсәге булыр, яңы быуында илһөйәрлек һәм телһөйәрлек сифаттары көсәйер.