Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аманат” аманатын тапшыра
“Аманат” аманатын тапшыра Кеше йылдар үтеү менән тормошоноң, йәшәйешенең ҡәҙерен нығыраҡ аңлай. Олоғайғас үҙеңде кәрәкле итеп тойоу айырыуса мөһим. Берәүҙәр төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн күңеленә яҡын шөғөл таба, икенселәр йыр-моңдо юлдаш итә. Көнтүгеш ауылында “Аманат” фольклор төркөмөндәге төрлө һөнәр эйәләрен сәнғәткә һөйөү берләштерә. Моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән тамашасы күңеленә юл яра улар.

“Аманат” фольклор төркөмө 2012 йылда ойошторолған. Бында 50—70 йәшлек апайҙар шөғөл­ләнә. Араларында элекке уҡытыу­сылар, хат ташыусылар, бухгалтер, фельдшер, сауҙа хеҙмәт­кәр­ҙәре, интеллигенция вәкилдәре бар. Оҙаҡ йылдар китапханасы, клуб мөдире булып эшләгән Асия Мостафина — фольклор ан­сам­б­ле­нең етәксеһе. Уның эҙлә­неү­ҙәре һөҙөмтәһендә репертуар яңыра, байый, төрләндерелә.
Йыр-моң, бейеү, нәфис һүҙ, мөнәжәттәр аша төплө фекерҙә­рен, йылдар дауамында туплан­ған аҡыл-зиһендәрен йәштәргә еткерә улар. “Сабырлыҡ”, “Сәләм булһын”, “Рәхмәтеңдән ташлама”, “Һинең биш асылың” кеүек мөнә­жәттәр донъяға ҡараш булдырыу әһәмиәтенә эйә. Улар тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы, мәрхә­мәтле булырға саҡыра. “Гөлнә­зирә”, “Йәйләүҙә”, “Ҡоҙағыйҙар”, “Кәкүк сәйе”, “Шәлдәр бәйләрбеҙ әле” кеүек бейеүҙәрҙә үҙенсә­лекле хәрәкәттәр аша халыҡтың үткән тормошо, көнкүреше са­ғылдырыла. “Ураҡсы ҡыҙ”, “Йома”, “Еҫле гөл”, “Ете ҡыҙ”, “Ал, Зәй­нәбем” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарып, урта йәштәгеләр һәм өлкәндәр күңеленә юл табалар. Улай ғына ла түгел, онотола барған көйҙәрҙе ҡабаттан сәхнәлә яңғыраталар.
Ауылда, районда үткән сара­лар­ҙа ҡатнашып, төркөм үҙ та­ма­шасыһын тапты. “Уйна, гармун”, “Өҙә баҫ”, “Илһам баҫҡыс­та­ры” район конкурстарында йыл һайын дипломдар менән бүләк­ләнде. Быларҙан тыш, ул республика сараларынан да ситтә ҡалмай.
Фольклор төркөмө ойошҡан йылда уҡ Яңауыл ҡалаһында клуб миҙгеле асылыу уңайынан “Мәҙә­ниәт усаҡтары уттар ҡабыҙа” тигән сарала ансамблдең етәксе­һе Асия Миңлислам ҡыҙына — сертификат, ансамблгә иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Талбазы ауылында республика “Шәжәрә” байрамында ҡатнашып, махсус номинацияла билдәләнделәр.
2015 йылдың октябрендә Өфө­ләге Конгресс-холда өлкән быуын кешеләренең “Яратам һине, тормош!” тигән ижад фести­валенең гала-концерты үтте. Төрлө ҡала һәм райондарҙан килгән өлкән быуын вәкилдәре менән бергә республиканың танылған артис­тары ла сығыш яһаны. Уларҙы Рәсәйҙең атҡа­ҙанған артисы Нәзифә Ҡадирова етәкселеген­дәге жюри баһаланы. “Аманат” фольклор төркөмө “Ансамбль. Бейеү жанры” номина­цияһында III дәрәжә диплом менән бүләк­ләнде. Етәкселәре “Автор баш­ҡарыуында әҙәби әҫәр” но­минация­һында икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Үҙенең ижад емешен халыҡ иғтибарына сығарып, республикала танылыу яуланы.
Йыр-моңдан айырылмаҫ “Аманат”сылар, үҙҙәренең исемдәрен иҫбатлап, халыҡты сәнғәткә яҡы­найта, күңелен күтәрә. Евразия гуманистик форумы сиктә­рендә былтыр йәнә Конгресс-холда өлкән быуын вәкилдәренең “Яратам һине, тормош!” тигән фес­тивале лауреаттарының концерты булды. Унда балтастар ҙа сығыш яһаны.
Бөгөн ансамбль әүҙем сығыш яһай. “Йөрәктә һаман яра” тигән мөнәжәттең һүҙҙәрен Асия ханым Мостафина үҙе ижад иткән. Ә бейеүҙәрҙе үҙҙәре һала, үҙҙәре башҡара. Халыҡ йырҙары ла төп урынды биләй.
Халыҡ музыка ҡоралдарында ла уйнай ауылым инәйҙәре. Ҡашыҡ, ҡумыҙ, батмус, биҙрәләр, салғы ярҙамында сығарылған үҙенсәлекле тауыштар бер моң булып ҡушылһа, тулы оркестр хасил була.
Һуңғы осорҙа репертуарҙы ба­йытҡан “Балан бүкәнләү күрене­ше” тураһында ла телгә алғы килә. Уйын-йола формаһында сәхнәлә ҡуйылған күренеште тамашасы яратып ҡабул итте.
...Ауылыбыҙҙың моң эйәһе Любина Галина балан тураһында йыр башҡара. Йыр оҙатыуында балан йыйған апайҙар, таҡыя кейеп, сәхнәгә сыға һәм “Таҡыя” бейеүен башҡара. Көнтүгештең уңған килендәренең береһе Гөлсибәр Әхмәтғәлиева балан бәлеше бешереп алып килгән.
Асия Мостафина ла унан ҡа­лышмаған, балан ҡатығы әҙер­ләгән. Таҡмағы ла телгә килеп тора:
Ҡатыҡтың да юҡ ниндәйе,
Бар әсеһе, сөсөһө.
Ә шулай ҙа баландыҡы
Арала иң татлыһы.
Уйын тамамланғанда әхирәт­тәр өлкән йәштәге Рәлиә Хәй­ҙәршинаның бер ҡапсыҡ баланын бүкәнләп бирә. Ҡайтырға ҡуҙ­ғалғансы ҡашыҡ һуғып, батмустар менән бейеп алалар...
Бына шулай, үҙ күңелдәрен дә күтәреп, тамашасыға ял бүләк итеп, йәштәргә рухи мираҫты өләшеп, сәнғәт юлынан үҙ һуҡ­мағы менән атлай “Аманат” ансамбле инәйҙәре!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 952

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780