Кеше йылдар үтеү менән тормошоноң, йәшәйешенең ҡәҙерен нығыраҡ аңлай. Олоғайғас үҙеңде кәрәкле итеп тойоу айырыуса мөһим. Берәүҙәр төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн күңеленә яҡын шөғөл таба, икенселәр йыр-моңдо юлдаш итә. Көнтүгеш ауылында “Аманат” фольклор төркөмөндәге төрлө һөнәр эйәләрен сәнғәткә һөйөү берләштерә. Моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре менән тамашасы күңеленә юл яра улар.
“Аманат” фольклор төркөмө 2012 йылда ойошторолған. Бында 50—70 йәшлек апайҙар шөғөлләнә. Араларында элекке уҡытыусылар, хат ташыусылар, бухгалтер, фельдшер, сауҙа хеҙмәткәрҙәре, интеллигенция вәкилдәре бар. Оҙаҡ йылдар китапханасы, клуб мөдире булып эшләгән Асия Мостафина — фольклор ансамбленең етәксеһе. Уның эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә репертуар яңыра, байый, төрләндерелә.
Йыр-моң, бейеү, нәфис һүҙ, мөнәжәттәр аша төплө фекерҙәрен, йылдар дауамында тупланған аҡыл-зиһендәрен йәштәргә еткерә улар. “Сабырлыҡ”, “Сәләм булһын”, “Рәхмәтеңдән ташлама”, “Һинең биш асылың” кеүек мөнәжәттәр донъяға ҡараш булдырыу әһәмиәтенә эйә. Улар тирә-йүндәгеләргә иғтибарлы, мәрхәмәтле булырға саҡыра. “Гөлнәзирә”, “Йәйләүҙә”, “Ҡоҙағыйҙар”, “Кәкүк сәйе”, “Шәлдәр бәйләрбеҙ әле” кеүек бейеүҙәрҙә үҙенсәлекле хәрәкәттәр аша халыҡтың үткән тормошо, көнкүреше сағылдырыла. “Ураҡсы ҡыҙ”, “Йома”, “Еҫле гөл”, “Ете ҡыҙ”, “Ал, Зәйнәбем” кеүек халыҡ йырҙарын башҡарып, урта йәштәгеләр һәм өлкәндәр күңеленә юл табалар. Улай ғына ла түгел, онотола барған көйҙәрҙе ҡабаттан сәхнәлә яңғыраталар.
Ауылда, районда үткән сараларҙа ҡатнашып, төркөм үҙ тамашасыһын тапты. “Уйна, гармун”, “Өҙә баҫ”, “Илһам баҫҡыстары” район конкурстарында йыл һайын дипломдар менән бүләкләнде. Быларҙан тыш, ул республика сараларынан да ситтә ҡалмай.
Фольклор төркөмө ойошҡан йылда уҡ Яңауыл ҡалаһында клуб миҙгеле асылыу уңайынан “Мәҙәниәт усаҡтары уттар ҡабыҙа” тигән сарала ансамблдең етәксеһе Асия Миңлислам ҡыҙына — сертификат, ансамблгә иҫтәлекле бүләк тапшырылды. Талбазы ауылында республика “Шәжәрә” байрамында ҡатнашып, махсус номинацияла билдәләнделәр.
2015 йылдың октябрендә Өфөләге Конгресс-холда өлкән быуын кешеләренең “Яратам һине, тормош!” тигән ижад фестиваленең гала-концерты үтте. Төрлө ҡала һәм райондарҙан килгән өлкән быуын вәкилдәре менән бергә республиканың танылған артистары ла сығыш яһаны. Уларҙы Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадирова етәкселегендәге жюри баһаланы. “Аманат” фольклор төркөмө “Ансамбль. Бейеү жанры” номинацияһында III дәрәжә диплом менән бүләкләнде. Етәкселәре “Автор башҡарыуында әҙәби әҫәр” номинацияһында икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Үҙенең ижад емешен халыҡ иғтибарына сығарып, республикала танылыу яуланы.
Йыр-моңдан айырылмаҫ “Аманат”сылар, үҙҙәренең исемдәрен иҫбатлап, халыҡты сәнғәткә яҡынайта, күңелен күтәрә. Евразия гуманистик форумы сиктәрендә былтыр йәнә Конгресс-холда өлкән быуын вәкилдәренең “Яратам һине, тормош!” тигән фестивале лауреаттарының концерты булды. Унда балтастар ҙа сығыш яһаны.
Бөгөн ансамбль әүҙем сығыш яһай. “Йөрәктә һаман яра” тигән мөнәжәттең һүҙҙәрен Асия ханым Мостафина үҙе ижад иткән. Ә бейеүҙәрҙе үҙҙәре һала, үҙҙәре башҡара. Халыҡ йырҙары ла төп урынды биләй.
Халыҡ музыка ҡоралдарында ла уйнай ауылым инәйҙәре. Ҡашыҡ, ҡумыҙ, батмус, биҙрәләр, салғы ярҙамында сығарылған үҙенсәлекле тауыштар бер моң булып ҡушылһа, тулы оркестр хасил була.
Һуңғы осорҙа репертуарҙы байытҡан “Балан бүкәнләү күренеше” тураһында ла телгә алғы килә. Уйын-йола формаһында сәхнәлә ҡуйылған күренеште тамашасы яратып ҡабул итте.
...Ауылыбыҙҙың моң эйәһе Любина Галина балан тураһында йыр башҡара. Йыр оҙатыуында балан йыйған апайҙар, таҡыя кейеп, сәхнәгә сыға һәм “Таҡыя” бейеүен башҡара. Көнтүгештең уңған килендәренең береһе Гөлсибәр Әхмәтғәлиева балан бәлеше бешереп алып килгән.
Асия Мостафина ла унан ҡалышмаған, балан ҡатығы әҙерләгән. Таҡмағы ла телгә килеп тора:
Ҡатыҡтың да юҡ ниндәйе,
Бар әсеһе, сөсөһө.
Ә шулай ҙа баландыҡы
Арала иң татлыһы.
Уйын тамамланғанда әхирәттәр өлкән йәштәге Рәлиә Хәйҙәршинаның бер ҡапсыҡ баланын бүкәнләп бирә. Ҡайтырға ҡуҙғалғансы ҡашыҡ һуғып, батмустар менән бейеп алалар...
Бына шулай, үҙ күңелдәрен дә күтәреп, тамашасыға ял бүләк итеп, йәштәргә рухи мираҫты өләшеп, сәнғәт юлынан үҙ һуҡмағы менән атлай “Аманат” ансамбле инәйҙәре!