Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йәшлегемә ҡайтып барам...”
“Йәшлегемә ҡайтып барам...” Тап ошолай атар инек яратҡан артистарыбыҙ Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаева ауылы­быҙға алып килгән концертты. Аҙна-ун көн алдан иғлан ителгән тамашаны көтөп алдыҡ. Ауыл мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығырым тулы ине.

Шулай булмай ни! Уҙған быуаттың 70-се йылдары башында уҡ бөтә республиканы таң ҡалдырған шәхестәр улар. “Ғәлиәбаныу”, “Хушығыҙ, хыялдарым!”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” һәм башҡа спек­таклдәрҙә үҙенең буй-һыны, сибәрлеге, моңло тауышы менән әсир иткән Фидан Ғафаровты яратмаған кеше булмағандыр. Ә инде күңел­дәрҙең иң аулаҡ мөйөштәренә ҡәҙәр үтеп ингән моңо, һылыу­лығы менән Нурия Ирсаева күптәрҙе үҙенә табындырҙы. Уларҙың сәхнә тормошо беҙҙең күҙ алдында үтте. Халыҡ ағылып, эркелеп килде уйнаған тамашаларына.
Мәкәштәге концерт прог­раммаһын Фидан ағай үҙе алып барҙы. Уның йор һүҙ­лелеге, нәфис һүҙ оҫталығы ла йәнә бер раҫланды был тамашала. Концерттың башынан уҡ тамашасы менән артистар араһында йылы мөнәсәбәт, бәйләнеш булдырылды. Нурия апайҙың матур итеп шиғыр уҡыуы концертҡа айырыуса йәм өҫтәне. Йәш йырсы Розалия Сафиул­линаның да сығы­шын яратып ҡабул итте ауылдаштар. Яратып тыңлаған, күңелдәребеҙгә яҡын йырҙар­ҙың Мостай ағай шиғырҙары менән үрелеп барыуы концертты тағы ла мәғәнәлерәк, йәмлерәк итте. Һағынып алҡышланыҡ ярат­ҡан артис­тарыбыҙға.
Ҡырҡ йылдан ашыу сәхнә­ләрҙе шаулатҡан шәхестәр беҙҙең ауылда беренсе тап­ҡыр, буғай. Шуныһы шатлыҡ­лы: радио-телевидение аша йыш ҡына ишетеп, ҡарап торһаҡ та, һәр сығыштары көтөп алына. Ундай шәхестәр йөҙ йылға бер тыуалыр, ахыры. Хоҙай ҙа бит уларға төҫ-башты, буй-һынды, моңдо өйөп биргән.
Ысын мәғәнәһендә хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ шундай һәләтле, һөйкөмлө, ҡабат­ланмаҫ булғандары өсөн. Һәм бөтә ауыл халҡы исеменән бай эстәлекле концерт өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Был турала урындағы хакимиәт башлығы Миҙхәт Ғөбәйҙулла улы Маликов та әйтеп үтте.
Бына шундай иҫ киткес матур кисә бүләк итте беҙгә яратҡан артистарыбыҙ. Бик тиҙ үтеп китте тамаша, онотолоп, яратып ҡарағанғалыр. “Афарин, Фидан ағай, афарин, Нурия апай!” – тип оҙатып ҡалдыҡ, тағы ла осрашыуға өмөт итеп.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780