Тап ошолай атар инек яратҡан артистарыбыҙ Фидан Ғафаров менән Нурия Ирсаева ауылыбыҙға алып килгән концертты. Аҙна-ун көн алдан иғлан ителгән тамашаны көтөп алдыҡ. Ауыл мәҙәниәт йорто халыҡ менән шығырым тулы ине.Шулай булмай ни! Уҙған быуаттың 70-се йылдары башында уҡ бөтә республиканы таң ҡалдырған шәхестәр улар. “Ғәлиәбаныу”, “Хушығыҙ, хыялдарым!”, “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” һәм башҡа спектаклдәрҙә үҙенең буй-һыны, сибәрлеге, моңло тауышы менән әсир иткән Фидан Ғафаровты яратмаған кеше булмағандыр. Ә инде күңелдәрҙең иң аулаҡ мөйөштәренә ҡәҙәр үтеп ингән моңо, һылыулығы менән Нурия Ирсаева күптәрҙе үҙенә табындырҙы. Уларҙың сәхнә тормошо беҙҙең күҙ алдында үтте. Халыҡ ағылып, эркелеп килде уйнаған тамашаларына.
Мәкәштәге концерт программаһын Фидан ағай үҙе алып барҙы. Уның йор һүҙлелеге, нәфис һүҙ оҫталығы ла йәнә бер раҫланды был тамашала. Концерттың башынан уҡ тамашасы менән артистар араһында йылы мөнәсәбәт, бәйләнеш булдырылды. Нурия апайҙың матур итеп шиғыр уҡыуы концертҡа айырыуса йәм өҫтәне. Йәш йырсы Розалия Сафиуллинаның да сығышын яратып ҡабул итте ауылдаштар. Яратып тыңлаған, күңелдәребеҙгә яҡын йырҙарҙың Мостай ағай шиғырҙары менән үрелеп барыуы концертты тағы ла мәғәнәлерәк, йәмлерәк итте. Һағынып алҡышланыҡ яратҡан артистарыбыҙға.
Ҡырҡ йылдан ашыу сәхнәләрҙе шаулатҡан шәхестәр беҙҙең ауылда беренсе тапҡыр, буғай. Шуныһы шатлыҡлы: радио-телевидение аша йыш ҡына ишетеп, ҡарап торһаҡ та, һәр сығыштары көтөп алына. Ундай шәхестәр йөҙ йылға бер тыуалыр, ахыры. Хоҙай ҙа бит уларға төҫ-башты, буй-һынды, моңдо өйөп биргән.
Ысын мәғәнәһендә хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ шундай һәләтле, һөйкөмлө, ҡабатланмаҫ булғандары өсөн. Һәм бөтә ауыл халҡы исеменән бай эстәлекле концерт өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Был турала урындағы хакимиәт башлығы Миҙхәт Ғөбәйҙулла улы Маликов та әйтеп үтте.
Бына шундай иҫ киткес матур кисә бүләк итте беҙгә яратҡан артистарыбыҙ. Бик тиҙ үтеп китте тамаша, онотолоп, яратып ҡарағанғалыр. “Афарин, Фидан ағай, афарин, Нурия апай!” – тип оҙатып ҡалдыҡ, тағы ла осрашыуға өмөт итеп.