Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Артылаһы үрҙәр – сиге юҡ...”
“Артылаһы үрҙәр – сиге юҡ...” Шағир Сафуан Әлибайҙың шәхесе, ижады хаҡында һүҙ алып барғанда күренекле, билдәле, арҙаҡлы ише аныҡлауҙарҙың кәрәге юҡтыр. Исеме үк әйтеп тора — Сафуан (саф, гранит ҡая һымаҡ). Саф күңелле, көслө ихтыярлы кешеләр генә тормоштоң айышын аңлай, ағышына йоғонто яһай, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле тәбиғәт балаһы булып та ҡала алалыр.
Сафуан шулай ине. Тәбиғәттең һәр мәленә һиҙгер күңеле, был ғүмерҙең күҙ асып йомған бер арауыҡ ҡына икәнлеген иҫендә тотоуы, Хоҙайҙан бирелгән күп ҡырлы һәләте, зиһен зирәклеге, аҡыл тәрәнлеге, егәрлелеге уны шағир иткәндер, моғайын. Ҡыштың сатлама һыуығында – 21 февралдә – донъяға килһә лә, ул ижадында ҡышты маҡтап туйманы...
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар иғтибарына Сафуан Әлибайҙың ижади мираҫынан бер шәлкем шиғырын тәҡдим итмәксе булдым.





Ап-аҡ донъя

Яратам аҡ донъяларҙы,
Буран-ҡарҙар яуғанын:
Саңғытаяҡ ҡанат була,
Ҡайнап китә ал ҡаным.

Ҡыштың ап-аҡ юрғаны киң,
Күпереп ята — ҡалын,
Өмәләре ҡыҙғандыр — ел
Борхотоп йолҡа ҡаҙын.

Бар тарафты ҡарҙар күмә,
Сафлыҡ һибә донъяға,
Уй-хистәрҙе паклап, күктән
Өҙлөкһөҙ аҡ моң аға.

Ап-аҡ булды ер, офоҡтар,
Ап-аҡ туғай, тау башы...
Ҡара эштәр, ҡара көстәр
Йөрөй күрһен аҙашып!..

Ҡышҡы урман

Ҡышҡы урман — үҙе серле донъя,
Тып-тын ҡалған, ниҙер көткәндәй;
Ҡарһылыуҡай минең алдан ғына
Ынйыларын һибеп киткәндәй.

Ап-аҡ булған алда түбәләстәр,
Аҡ тулҡынын йәйгән үҙәндәр,
Ап-аҡ ҡарға ап-аҡ ҡайындарҙы,
Гүйә, әле генә теҙгәндәр.

Ҡанат ҡағыр ап-аҡ күбәләктәр,
Ботаҡтарға саҡ-саҡ ҡағылһаң.
Ҡағылмайым, сөнки бар донъяға
Аҡ ҡар түгел, сафлыҡ яғылған.

Ҡолаҡ һалып урман тынлығына,
Тып-тын киләм, тып-тын, көрт кисеп,
Өнһөҙ генә көткән шатлығымды
Ҡуйырмын, тим, юҡһа, өркөтөп...

Сана елә

Сана елә, сана елә,
Һыҙғыра табандары,
Алда яңы офоҡтарҙа
Ҡаршылар аҡ таңдары.

Сана елә, сана йөҙә,
Ярһыта елгәндәре,
Әллә ҡайҙа илтер кеүек
Йондоҙло елкәндәре.

Саңғыла

Тәндәремә йылы тын йүгерҙе,
Онотолдо еле, дауылы.
Әйтерһең, мин тәүгә тәпәй баҫтым,
Ҡолағыма етте ауыҙым.

Ирендәрем йәһәт ҡымтый
һалдым –
Өйөрөлөп, ҡарҙар тулмаһын,
Тәпәй генә баҫҡан сабыйҙаймын —
Башлап яңы юлдар уҙаһым!

Өшөгәндер был, тип уйлай күрмә,
Алмаланған ғына йөҙөмдө —
Әкиәттә генә күргән һылыу
Киткәндер ҙә үбеп үҙемде.

Тәндәремә йылы быу йүгерҙе,
Ап-аҡ юлдар ята сигенеп,
Гиҙәһем бар туған туғайҙарҙы,
Артылаһы үрҙәр — сиге юҡ.

Йылдарҙың да, елер юлдарҙың да
Онотолдо сиге, ахыры.
Ҡоластарым йәйеп киләм әле,
Саҡрымдарым торғас саҡырып.

Елбер-елбер бейей сымылдыҡмы,
Өйөрөлә ап-аҡ саң ғына.
Тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан һымаҡ,
Мин тағы ла баҫтым саңғыға.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780