Шағир Сафуан Әлибайҙың шәхесе, ижады хаҡында һүҙ алып барғанда күренекле, билдәле, арҙаҡлы ише аныҡлауҙарҙың кәрәге юҡтыр. Исеме үк әйтеп тора — Сафуан (саф, гранит ҡая һымаҡ). Саф күңелле, көслө ихтыярлы кешеләр генә тормоштоң айышын аңлай, ағышына йоғонто яһай, шул уҡ ваҡытта нескә күңелле тәбиғәт балаһы булып та ҡала алалыр.
Сафуан шулай ине. Тәбиғәттең һәр мәленә һиҙгер күңеле, был ғүмерҙең күҙ асып йомған бер арауыҡ ҡына икәнлеген иҫендә тотоуы, Хоҙайҙан бирелгән күп ҡырлы һәләте, зиһен зирәклеге, аҡыл тәрәнлеге, егәрлелеге уны шағир иткәндер, моғайын. Ҡыштың сатлама һыуығында – 21 февралдә – донъяға килһә лә, ул ижадында ҡышты маҡтап туйманы...
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар иғтибарына Сафуан Әлибайҙың ижади мираҫынан бер шәлкем шиғырын тәҡдим итмәксе булдым.Ап-аҡ донъяЯратам аҡ донъяларҙы,
Буран-ҡарҙар яуғанын:
Саңғытаяҡ ҡанат була,
Ҡайнап китә ал ҡаным.
Ҡыштың ап-аҡ юрғаны киң,
Күпереп ята — ҡалын,
Өмәләре ҡыҙғандыр — ел
Борхотоп йолҡа ҡаҙын.
Бар тарафты ҡарҙар күмә,
Сафлыҡ һибә донъяға,
Уй-хистәрҙе паклап, күктән
Өҙлөкһөҙ аҡ моң аға.
Ап-аҡ булды ер, офоҡтар,
Ап-аҡ туғай, тау башы...
Ҡара эштәр, ҡара көстәр
Йөрөй күрһен аҙашып!..
Ҡышҡы урман Ҡышҡы урман — үҙе серле донъя,
Тып-тын ҡалған, ниҙер көткәндәй;
Ҡарһылыуҡай минең алдан ғына
Ынйыларын һибеп киткәндәй.
Ап-аҡ булған алда түбәләстәр,
Аҡ тулҡынын йәйгән үҙәндәр,
Ап-аҡ ҡарға ап-аҡ ҡайындарҙы,
Гүйә, әле генә теҙгәндәр.
Ҡанат ҡағыр ап-аҡ күбәләктәр,
Ботаҡтарға саҡ-саҡ ҡағылһаң.
Ҡағылмайым, сөнки бар донъяға
Аҡ ҡар түгел, сафлыҡ яғылған.
Ҡолаҡ һалып урман тынлығына,
Тып-тын киләм, тып-тын, көрт кисеп,
Өнһөҙ генә көткән шатлығымды
Ҡуйырмын, тим, юҡһа, өркөтөп...
Сана еләСана елә, сана елә,
Һыҙғыра табандары,
Алда яңы офоҡтарҙа
Ҡаршылар аҡ таңдары.
Сана елә, сана йөҙә,
Ярһыта елгәндәре,
Әллә ҡайҙа илтер кеүек
Йондоҙло елкәндәре.
Саңғыла Тәндәремә йылы тын йүгерҙе,
Онотолдо еле, дауылы.
Әйтерһең, мин тәүгә тәпәй баҫтым,
Ҡолағыма етте ауыҙым.
Ирендәрем йәһәт ҡымтый
һалдым –
Өйөрөлөп, ҡарҙар тулмаһын,
Тәпәй генә баҫҡан сабыйҙаймын —
Башлап яңы юлдар уҙаһым!
Өшөгәндер был, тип уйлай күрмә,
Алмаланған ғына йөҙөмдө —
Әкиәттә генә күргән һылыу
Киткәндер ҙә үбеп үҙемде.
Тәндәремә йылы быу йүгерҙе,
Ап-аҡ юлдар ята сигенеп,
Гиҙәһем бар туған туғайҙарҙы,
Артылаһы үрҙәр — сиге юҡ.
Йылдарҙың да, елер юлдарҙың да
Онотолдо сиге, ахыры.
Ҡоластарым йәйеп киләм әле,
Саҡрымдарым торғас саҡырып.
Елбер-елбер бейей сымылдыҡмы,
Өйөрөлә ап-аҡ саң ғына.
Тәүге тапҡыр тәпәй баҫҡан һымаҡ,
Мин тағы ла баҫтым саңғыға.