Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “...Беләм тел ҡәҙерен”
“...Беләм тел ҡәҙерен” Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залында “Туған тел аҙналығы-2016” сараһын йомғаҡлау һәм “Урал батыр” байрамы булды.

Юғары уҡыу йортоноң башҡорт филоло­гияһы факультеты уҙғарған “Башҡорт­остандың ете мөғжизәһе”, “Тел шишмәһе”, “Әсә теле”, “Мин башҡорт телен өйрәнәм” һәм башҡа байтаҡ конкурс, бәйгеләрҙең еңеүселәре билдәләнде. Факультет деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова: “Мин ике шәхестең исемен ҡабатларға яратам – Мифтахетдин Аҡмулла һәм Зәки Вәлиди. Ҡасандыр улар төрки халыҡтарын алға әйҙәгән, арҙаҡлы етәксеһе булған икән, бөгөн дә халҡыбыҙ донъя кимәлендә алдынғы урынды биләргә тейеш. Ошо юҫыҡта телде, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, тарихты, йолаларҙы белергә һәм киләсәк быуынға еткерергә кәрәк”, – тип сараның әһәмиәтен билдәләне.
Башҡортостандың бер нисә районында уҙған “Урал батыр” байрамы ла күңелдәргә һеңде. Филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге йәш сәсәндәр мәктәбендә шөғөлләнеүселәр мәшһүр эпостан өҙөктәрҙе яттан һөйләне, тел оҫтаһы иһә башҡорт халҡына ҡот ҡайтыуын теләне.
Йәнә “Уландарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм” тигән юлдар менән Өфө ағинәйҙәре Урал батырҙың аманатын һаҡларға өндәне.


Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА, сәсәниә, филология фәндәре докторы:
– Байрам ҡотло, изге булһын! Иманым камил: ҡобайыр, легенда, әкиәт тел өсөн генә өйрәнелмәй, ул – беҙҙең йәшәйеш ҡоралы, милләттең рухи кәүҙәләнеше. Яҡуттар, ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар, ҡырғыҙҙар үҙҙәренең ошондай ҡомартҡыларына, манастарына, олонхоларына арнап дәүләт кимәлендә байрам үткәрә. Алла бирһә, беҙҙең сарабыҙ ҙа шулай булһын!
Ҡот, Ватан, тупраҡ, һыу, күк, атай, әсәй – изге һүҙҙәр. Ҡабатлаған һайын улар күккә барып етә, кире ҡайта. Беҙ һүҙ ҡөҙрәтен әле белеп тә етмәйбеҙ. Кем үҙенә ихласлап, йөрәген һалып саҡыра, шул кешегә ҡайта ҡот. Ә һәммәбеҙгә ҡайтһа, башҡортҡа, илгә ҡайта. Бергәләп ҡот саҡырып торайыҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780