Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының тамаша залында “Туған тел аҙналығы-2016” сараһын йомғаҡлау һәм “Урал батыр” байрамы булды. Юғары уҡыу йортоноң башҡорт филологияһы факультеты уҙғарған “Башҡортостандың ете мөғжизәһе”, “Тел шишмәһе”, “Әсә теле”, “Мин башҡорт телен өйрәнәм” һәм башҡа байтаҡ конкурс, бәйгеләрҙең еңеүселәре билдәләнде. Факультет деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова: “Мин ике шәхестең исемен ҡабатларға яратам – Мифтахетдин Аҡмулла һәм Зәки Вәлиди. Ҡасандыр улар төрки халыҡтарын алға әйҙәгән, арҙаҡлы етәксеһе булған икән, бөгөн дә халҡыбыҙ донъя кимәлендә алдынғы урынды биләргә тейеш. Ошо юҫыҡта телде, әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, тарихты, йолаларҙы белергә һәм киләсәк быуынға еткерергә кәрәк”, – тип сараның әһәмиәтен билдәләне.
Башҡортостандың бер нисә районында уҙған “Урал батыр” байрамы ла күңелдәргә һеңде. Филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалия Солтангәрәева етәкселегендәге йәш сәсәндәр мәктәбендә шөғөлләнеүселәр мәшһүр эпостан өҙөктәрҙе яттан һөйләне, тел оҫтаһы иһә башҡорт халҡына ҡот ҡайтыуын теләне.
Йәнә “Уландарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм” тигән юлдар менән Өфө ағинәйҙәре Урал батырҙың аманатын һаҡларға өндәне.
Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА, сәсәниә, филология фәндәре докторы:– Байрам ҡотло, изге булһын! Иманым камил: ҡобайыр, легенда, әкиәт тел өсөн генә өйрәнелмәй, ул – беҙҙең йәшәйеш ҡоралы, милләттең рухи кәүҙәләнеше. Яҡуттар, ҡаҙаҡтар, ҡалмыҡтар, ҡырғыҙҙар үҙҙәренең ошондай ҡомартҡыларына, манастарына, олонхоларына арнап дәүләт кимәлендә байрам үткәрә. Алла бирһә, беҙҙең сарабыҙ ҙа шулай булһын!
Ҡот, Ватан, тупраҡ, һыу, күк, атай, әсәй – изге һүҙҙәр. Ҡабатлаған һайын улар күккә барып етә, кире ҡайта. Беҙ һүҙ ҡөҙрәтен әле белеп тә етмәйбеҙ. Кем үҙенә ихласлап, йөрәген һалып саҡыра, шул кешегә ҡайта ҡот. Ә һәммәбеҙгә ҡайтһа, башҡортҡа, илгә ҡайта. Бергәләп ҡот саҡырып торайыҡ!