Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әҙәбиәтһеҙ халыҡ – үлек
Ҡобайыр

Ҡобайыр – халҡыбыҙҙың борон-борондан донъяны, хәл-ваҡиғаларҙы тәрән уй, аҡыл, йә ҡырсындай, йә тылсымдай, йә ҡылыс, йә ебәк теле менән тасуирлаған йәнйыры, ҡанйыры ул.
Розалия Солтангәрәева.

* * *
Ҡобайырҙар – төндө телгән
утлы уҡ,
Ерҙе яҡтыртҡан сихырлы
нурлылыҡ;
Ул – бабайҙарҙың үлемһеҙ
тел көсө,
Тел аша беҙгә ирешкән
рух төҫө.
Әбүс.

* * *
Ҡобайыр әйткән ҡурҡаҡ булмай.
Розалия Солтангәрәева.

* * *
Ат яҡшыһы – кир айғыр,
Йыр яҡшыһы – ҡобайыр.
Һөйөү менән нәфрәттең
Саҡмаһынан тыуа йыр.
Йөҙө үткер сарланған,
Һабына семәр һырланған,
Яуызлыҡҡа турыланған
Хәнйәр бит ул ҡобайыр.
Мәүлит Ямалетдин.

* * *
Ҡобайыр – сәсәндән, сәсән ҡобайырҙан тыуа.
Розалия Солтангәрәева.

* * *
Башҡорт ҡобайырҙарындағы шиғри алымдарҙың, троптарҙың, әҫәрҙән әҫәргә күсеп йөрөгән ҡайһы бер клишеларҙың урта быуаттарҙа ҡыпсаҡ далалары киңлектәрендә, Алтын Урҙа мөхитендә йәшәгән традициялар менән уртаҡ тамырҙары бар. Башҡа тарафтарҙа был традициялар күптән тарихҡа әйләнһә лә, башҡорт ерлегендә ул ҡобайыр жанры булып күкрәп йәшәүен дауам иткән һәм беҙҙең көндәрҙә лә шиғриәт майҙа­нынан киткәне юҡ.
Рауил Бикбаев.

* * *
Ер-һыуым, Ил-көнөм, зат тупрағым тип хәләл ҡанын түккән, ҡаны тамған урында ҡурай үҫкән батырҙарҙы маҡтай ҡобайыр. Уның бал тамған теленән һайрар ҡоштар көнлә­шер, йәшен йөрәгенән йәшлек үҙе йәм табыр, фекер-ғәменән ғалим ғәм һөйләр, табип им төйнәр, моңонан ҡурай ҡабынып көйләр, аһәңендә күкрәгенә уҡ батҡан башҡорттоң һуңғы ораны ишетелер, тупрағын тапағанға ҡалҡан итеп ҡуйған йәне сеңләр... Золом тулы замана­ларҙы айҡап, күрәҙәләй күп күреп, ярһып-сәсәп башҡортҡа баш һүҙҙәр әйтә ул, битарафты һағайта, илағанды йыуата, бөгөлгәнде турайта ул ҡобайыр. Олуғ дәүләтте дәүләт итеп, Башҡорт илен Шәреҡтең туған балаһы тип уны донъяға танытҡан аҡыл, ижад мәктәбе ул ҡобайыр...
Розалия Солтангәрәева.

* * *
Тирә-яҡҡа ҡот-йәм өҫтәр,
Йәндә тыуһа ҡобайыр.
Йәндәй күргән дуҫ шикелле,
Ерем, күгем йылмайыр!
Ҡадир Әлибаев.

* * *
Шиғриәт – мең тауышлы жанр. Унда һәр шағирҙың моңо, хис-тойғо кисереше сағыла. Ҡобайыр – бер тауышлы жанр. Унда халыҡтың күңел даръяһы ҡайнай.
Рафаэль Аҙнағолов.

* * *
Ҡобайыр һүҙе – ил һүҙе,
Ҡобайыр – намыҫ һүҙе,
Өйөрҙө ырыу итеп,
Ырыуҙы бер ил итеп
Туплаған оран һүҙе.
Розалия Солтангәрәева.

* * *
Эпосы булған халыҡ – боронғо халыҡ. Эпостар башҡорт халҡын Уралтауға мәңгегә ҡаҙаҡлап ҡуйған.
Әхмәт Сөләймәнов.

* * *
Эпослы халыҡ – ҙур халыҡ, бай тарихлы боронғо халыҡ.
Рафаэль Аҙнағолов.

* * *
Ҡобайыр – баҫҡыс-баҫҡыс үргә ынтылған аҡыл, хис һүҙе ул.
Розалия Солтангәрәева.

Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780