ҠобайырҠобайыр – халҡыбыҙҙың борон-борондан донъяны, хәл-ваҡиғаларҙы тәрән уй, аҡыл, йә ҡырсындай, йә тылсымдай, йә ҡылыс, йә ебәк теле менән тасуирлаған йәнйыры, ҡанйыры ул.
Розалия Солтангәрәева.
* * *
Ҡобайырҙар – төндө телгән
утлы уҡ,
Ерҙе яҡтыртҡан сихырлы
нурлылыҡ;
Ул – бабайҙарҙың үлемһеҙ
тел көсө,
Тел аша беҙгә ирешкән
рух төҫө.
Әбүс.
* * *
Ҡобайыр әйткән ҡурҡаҡ булмай.
Розалия Солтангәрәева.
* * *
Ат яҡшыһы – кир айғыр,
Йыр яҡшыһы – ҡобайыр.
Һөйөү менән нәфрәттең
Саҡмаһынан тыуа йыр.
Йөҙө үткер сарланған,
Һабына семәр һырланған,
Яуызлыҡҡа турыланған
Хәнйәр бит ул ҡобайыр.
Мәүлит Ямалетдин.
* * *
Ҡобайыр – сәсәндән, сәсән ҡобайырҙан тыуа.
Розалия Солтангәрәева.
* * *
Башҡорт ҡобайырҙарындағы шиғри алымдарҙың, троптарҙың, әҫәрҙән әҫәргә күсеп йөрөгән ҡайһы бер клишеларҙың урта быуаттарҙа ҡыпсаҡ далалары киңлектәрендә, Алтын Урҙа мөхитендә йәшәгән традициялар менән уртаҡ тамырҙары бар. Башҡа тарафтарҙа был традициялар күптән тарихҡа әйләнһә лә, башҡорт ерлегендә ул ҡобайыр жанры булып күкрәп йәшәүен дауам иткән һәм беҙҙең көндәрҙә лә шиғриәт майҙанынан киткәне юҡ.
Рауил Бикбаев.
* * *
Ер-һыуым, Ил-көнөм, зат тупрағым тип хәләл ҡанын түккән, ҡаны тамған урында ҡурай үҫкән батырҙарҙы маҡтай ҡобайыр. Уның бал тамған теленән һайрар ҡоштар көнләшер, йәшен йөрәгенән йәшлек үҙе йәм табыр, фекер-ғәменән ғалим ғәм һөйләр, табип им төйнәр, моңонан ҡурай ҡабынып көйләр, аһәңендә күкрәгенә уҡ батҡан башҡорттоң һуңғы ораны ишетелер, тупрағын тапағанға ҡалҡан итеп ҡуйған йәне сеңләр... Золом тулы заманаларҙы айҡап, күрәҙәләй күп күреп, ярһып-сәсәп башҡортҡа баш һүҙҙәр әйтә ул, битарафты һағайта, илағанды йыуата, бөгөлгәнде турайта ул ҡобайыр. Олуғ дәүләтте дәүләт итеп, Башҡорт илен Шәреҡтең туған балаһы тип уны донъяға танытҡан аҡыл, ижад мәктәбе ул ҡобайыр...
Розалия Солтангәрәева.
* * *
Тирә-яҡҡа ҡот-йәм өҫтәр,
Йәндә тыуһа ҡобайыр.
Йәндәй күргән дуҫ шикелле,
Ерем, күгем йылмайыр!
Ҡадир Әлибаев.
* * *
Шиғриәт – мең тауышлы жанр. Унда һәр шағирҙың моңо, хис-тойғо кисереше сағыла. Ҡобайыр – бер тауышлы жанр. Унда халыҡтың күңел даръяһы ҡайнай.
Рафаэль Аҙнағолов.
* * *
Ҡобайыр һүҙе – ил һүҙе,
Ҡобайыр – намыҫ һүҙе,
Өйөрҙө ырыу итеп,
Ырыуҙы бер ил итеп
Туплаған оран һүҙе.
Розалия Солтангәрәева.
* * *
Эпосы булған халыҡ – боронғо халыҡ. Эпостар башҡорт халҡын Уралтауға мәңгегә ҡаҙаҡлап ҡуйған.
Әхмәт Сөләймәнов.
* * *
Эпослы халыҡ – ҙур халыҡ, бай тарихлы боронғо халыҡ.
Рафаэль Аҙнағолов.
* * *
Ҡобайыр – баҫҡыс-баҫҡыс үргә ынтылған аҡыл, хис һүҙе ул.
Розалия Солтангәрәева.
Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.