Сафуан ағай... Сафуан Әлибай... Бала саҡтан яҡындан аралашып, ижади кисерештәр, тормош мәшәҡәттәре менән уртаҡлашып, юлдаш, табындаш һәм оҙаҡ йылдар күршеләр булып йәшәгән кеше хаҡында иҫтәлек яҙыу еңел түгел. Уның инде был донъяла түгеллеге аңға барып етә алмай, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән һымаҡ, буталсыҡ хистәр уята. Ошондай уҡ кисерештәр Динис Бүләков ағайҙың Мәләүез районындағы музейына тәү тапҡыр ингән саҡта йөрәкте тетрәткәйне. Күренекле шағир Сафуан Әлибайға быйыл февралдә 75 йәш тулған булыр ине...Ҡасан таныштыҡ һуң әле беҙ уның менән? Эйе, тәүҙә шиғриәте яҡынайтты. Ҡәләм тибрәтеүсе-уҡыусы булараҡ, йәш яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Оҡшаған шиғырҙарҙы альбомға йәбештереп ҡуям. Улар араһында Сафуан ағайҙың шиғырҙары әле лә һаҡлана.
Яҙғы көндәрҙең береһендә үҙем уҡыған Раевка башҡорт урта мәктәбендә (хәҙер ул Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге лицей) бер төркөм студент-шағирҙар шиғыр кисәһе ойошторҙо. Улар араһында көнбағыш сәскәһе һымаҡ көләс, түңәрәк йөҙлөһө иғтибарымды йәлеп итте. Беренсенән, ул лирик шиғырҙар менән бер рәттән, тауышын кескәйҙәргә оҡшатыбыраҡ үҙгәртеп, балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Шиғырҙарым республика балалар баҫмаларында донъя күргәс, был ағайға ҡарата туғанлыҡ хистәре уянды. Моңло итеп, хисләнеп халыҡ йырҙарын башҡарған саҡта, уның шиғыр уҡығанда нур һибеп торған күҙҙәре бөтөнләй ҡыҫылып ябыла. Беҙ, бала-саға, был күренешкә шарҡылдап көлөүҙән көскә тыйылып ултырабыҙ.
Йырсы шағир икәнен Сафуан ағай ғүмере буйына раҫланы. Ул ҡатнашҡан бер сара ла йырһыҙ үтмәне. Шағирҙың үҙенең шиғырҙарына көйҙәр яҙылып, байтағы тиҫтә йылдар буйы профессиональ һәм үҙешмәкәр башҡарыусыларҙың репертуарынан төшмәй. Ҡайһы бер әҙиптәр һәм тәнҡитселәр йыр жанрына өҫтәнерәк ҡараусан. Йәнәһе, йыр – шиғырҙың ябай төрө. Ә бит, киреһенсә, йыр шиғыры – ул әҙәбиәттең иң юғары, иң ҡатмарлы, һәр ижегенә моң һыйған, һәр куплеты йырлап торған, иң төҙөк ритм-рифмалы, иң халыҡсан жанры ул. Сөнки ул күмәк ижадҡа ҡорола: уларҙы үҙ күңелдәренә иш булырҙайҙарын композиторҙар һайлап ала, үҙ моңона, үҙ тауышына тап килерлектәрен генә артистар өйрәнеп, тамашасыға сығара. Ә инде йыр киң халыҡ аудиторияһына сыҡҡас, башҡалар ҙа отоп алып, үҙенеке итеп йырлай башлаһа, был инде – шағирҙың ҙур ижади бәхете.
Сафуан Әлибай – ошондай һирәк шағирҙарға ғына эләгә торған бәхетле әҙиптәрҙең береһе. Уның “Башҡортостан – тыуған ерем” (Рим Хәсәнов көйө), “Был – Салауат ерҙәре” (Мөфтәдин Ғиләжев көйө), “Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар?” (Заһир Исмәғилев көйө), “Әсәйем”, “Мандолина” (Рим Хәсәнов көйө), “Тик һин барҙа” (Роза Сәхәүетдинова көйө), “Мөхәббәт” (Нур Дауытов көйө) һәм башҡа йырҙары милли эстраданың алтын фондына ингән.
Сафуан Әлибайҙың шиғриәтен бер һүҙ менән генә баһаларға ҡушһалар, “Ихласлыҡ” тип әйтеп булыр ине. Ул ҡайһы бер ҡәләмдәштәребеҙ кеүек, үтә лә аҡыллы булырға тырышып, баш етмәҫлек абстракт образдар эҙләп маташмай. Фекер, тойғоларын аңлатыу өсөн күҙгә төртөлөп торған “Мин – патриот”, “Мин һине яратам” кеүек шалтырауыҡ һүҙҙәр һайлап мәшәҡәтләнмәй, ә күңелендәген йәшермәй-нитмәй, йырлап торған шиғри юлдарға һала. Уның шиғырҙарында милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре лә, һыҡраныу ауаздары ла, лайыҡлы киләсәккә ышаныс та бар. Халҡыбыҙҙың бай тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәре, көслө рухы сағылыш таба уларҙа.
Сал Уралдың итәгендә
Гүзәл тыуған илкәйем.
Ҡаяларҙан далаларға
Елә иркә елкәйем.
Һай, Урал, сал Урал –
Һин минең берҙән-берем.
Сал Урал, сал далам –
Эй, ғәзиз тыуған ерем!..
Көйөн йырсы-музыкант Артур Туҡтағолов яҙған был “Сал Урал” тигән йыр мәшһүр “Каруанһарай” ансамбле башҡара башлағас башҡорт йәштәре гимнына әүерелде тиһәң дә була.
Ырыҫ ҡына булып бар йыһанға
Көндәр тыуһын, тиеп
Йырлайым:
Мин былай ҙа ғәзиз ил-еремде
Тик үҙемсә генә
Нурлайым.
Эйе, Сафуан Әлибаев әҙәбиәткә йә иртәрәк, йә һуңыраҡ килеп, халыҡ араһында ғәжәпләнеү тыуҙырманы, ә әйтәһе һүҙҙәрен әйтергә тулышып, тамам өлгөргәс кенә, үҙ ваҡытында ғына килеп, ғүмере буйына шиғриәттә лә, әҙәби публицистика менән журналистикала ла ең һыҙғанып эшләп, халыҡ ихтирамын ҡаҙанған ил уҙамандарының береһе булды. Шағирҙың әҫәрҙәрендә башҡа бер кемдеке менән дә бутай алмаҫлыҡ үҙенә генә хас моңо бар. Ул моң – йәшәү моңо. Төптән уйлана, ихлас кисерә, һағышлана һәм ҡыуана белгән замандашыбыҙ моңо. Уның шиғри йыйынтыҡтарындағы лирик герой – бөгөнгө тынғыһыҙ тормошобоҙҙоң әүҙем кешеһе ул. Уға ышанаһың, хистәрен, уй-хыялдарын, моң-һағыштарын үҙеңдеке итеп ҡабул итәһең. Ул тормошто ситтән генә күҙәтеп йөрөүсе битараф герой түгел, уны сәйәсәт тә, әхлаҡ проблемалары ла, ер-һыу, тәбиғәт именлеге лә, мөхәббәт тә ҡыҙыҡһындыра.
...Һәр йылғаның була үҙ йырҙаһы,
Үҙ йырҙары була һәр һыуҙың.
Күкрәгемдә шаңдау итеп тоям
Шаршыларҙа һыуҙар ярһыуын.
(“Йылғалар”) йәки
...Мин йәшәйем — ил-еремә
Барҙыр әле кәрәгем...
Мин ҡулыма ҡәләм алам:
Донъяны уйлағанда,
Күңелем илағанда,
Йөрәгем йырлағанда.
(“Үткән юлдарҙы ҡарайым”) кеүек юлдар бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Шағир лирик геройының фәлсәфәүи фекерҙәрен, кисерештәрен уҡыусыға нығыраҡ, үтемлерәк итеп еткереү өсөн тәбиғәт күренештәрен оҫта файҙалана, һүҙ уйнатыу сараһын да урынлы ҡуллана. С. Әлибай шиғырҙарына китек-митек, яһалма йәки тапалған рифмалар, етер-етмәҫ ритмдар –ят күренеш. Уның шиғырҙары башҡорт теленең бөтә нескәлектәрен аңлап, яратып яҙылған. Шуға күрә лә улар уҡығанда уҡ йырлап тора һәм тиҙ иҫтә ҡала. Бына бөтәбеҙгә таныш “Ҡойон” йырынан. (Роберт Ғәзизов көйө):
Ярһып-ярһып, өйөрөлөп,
Ҡойон уйнай, ҡойон.
Ҡалһаң ҡойон уртаһында,
Ҡыйын икән, ҡыйын.
Юлдарымда гөлдәр үҫкән,
Ҡоштар моңо сыңлай,
Тик мин генә ниңә әле
Йәм тапмайым шулай?
Йәки бына ошо юлдар (Айрат Ҡобағошов көйө):
Яҙ килгәнен һиңә ҡарап беләм,
Әллә ҡайҙан һиҙәм килеүең.
Селтәр боҙға һуғылып, сыңлап
ятҡан
Йылғасыҡтай һинең көлөүең.
Ошо юлдар Сафуан Әлибайҙың ижади мөхитенән сығып, күптән инде халыҡ ижады кимәленә күтәрелгән икән, был күренеш авторҙың үҙенсәлекле, оло талант эйәһе икәнен аңлата, минеңсә. Ябайлыҡта — бөйөклөк. Йөрәктән сыҡҡан ғына мотлаҡ йөрәктәргә барып етә ала ул. Яһалмалыҡты бигерәк тә бала ҡабул итә алмай. Ә Сафуан Әлибай — республикабыҙҙа танылған, талантлы балалар шағирҙарының береһе. Шуға ла әҫәрҙәре дәреслектәргә, дәрестән тыш уҡыу әсбаптарына индерелгән. Балалар уларҙы рәхәтләнеп яттан һөйләй, шағир һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы ярата.
С. Әлибай — Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә лә күптән билдәле һәм популяр шағир, ә инде уның Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдән ҡала икенсе булып, Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булыуы әҙиптең халыҡ-ара дәрәжәләге абруйлы ҡәләм оҫтаһы булыуы хаҡында һөйләй.
Сафуан Әфтәх улы, ғүмере буйы ил-йорт хәстәре менән янып, ижады, хеҙмәте, уй-кисереше һәм бөтә булмышы менән Башҡортостаныбыҙҙың сәйәси-ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәгән күренекле шәхестәребеҙҙең береһе ине. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, ул оҙаҡ йылдар “Башҡортостан пионеры”, “Башҡортостан” гәзиттәре редакцияларында эшләне. Баш мөхәррир, мөхәррир урынбаҫары булараҡ, фәһемле кәңәштәре, башлап яҙыусылар ижадын гәзит биттәрендә таныштыра барыуы, аҙаҡ та һәләтлеләрен күҙ уңынан ысҡындырмай, ярҙам ҡулы һуҙып тороуы менән күпме йәш яҙыусы, шағирҙарға, журналистарға оло ижадҡа юл асты ул.
Ғүмер буйына ҡайҙалыр эшләп яҙышҡан әҙип булды Сафуан ағай. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, хаҡлы ялға сыҡҡансы “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир булды. Ниндәй генә вазифалар башҡармаһын, мөкиббән китеп эшләне ул, талапсан, ғәҙел етәксе, алсаҡ, иғтибарлы, ярҙамсыл, әҙәпле кеше булып йәшәне.
Ул үҙе ҡатнашҡан ижад кисәләрен, ғаилә табындарын йыр-моңдары, йор һүҙҙәре, һәр кемгә кеселекле, кешелекле мөнәсәбәте менән тағы ла йәмләберәк, яҡтыртыбыраҡ ебәрер ине. Бигерәк тә ҡатыны Фәрҙиә апай менән бергә йырлаһалар, уларға һоҡланып, тауыштарына хайран ҡалып тыңлай инем. Әйткәндәй, Фәрҙиә апай һәр саҡ иренә илһам биреүсе лә, рухи терәк тә, кәңәшсе лә булды, ул ижад иткән хеҙмәттәрҙе тәртипкә килтереп, машинкала баҫтырып, шәхси секретарь, корректор вазифаларын үтәне. Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем ғаилә йылыһы тойоп, һөйөлөп йәшәне Сафуан ағайыбыҙ. Аҙаҡ һуңғы китаптарын әҙерләп, ике томлыҡ һайланма әҫәрҙәрен төҙөп, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫтырып сығарыусы ла шағирҙың тоғро ҡатыны Фәрҙиә апай булды. Рәхмәт уға!
Уның 1968 йылда донъя күргән балалар өсөн китабы “Беҙҙең юлдаш – яҡты ҡояш” тип атала ине. Был юлдар уның үҙе өсөн дә ниндәйҙер символик мәғәнәгә эйә булғандыр. Кешеләрҙе, тәбиғәтте, тормошто яратты ул. Салауат батыр төбәктәше, Ғәлимов Сәләм һәм Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, йырлы, моңло, нурлы йөрәкле Сафуан Әфтәх улы Әлибаевтың уй-фекерҙәренән, хис-тойғоларынан тыуған әҙәби әҫәрҙәре донъя күреп торғанда, сәхнәләрҙән, радио-телевидение тулҡындарынан йырҙары яңғырағанда, яратҡан ғаиләһе, дуҫтары, уҡыусылары барҙа йәшәр әле, йәшәр илебеҙҙә шағир рухы, шағир исеме.
Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.
Сафландырған һүҙең һағынамДуҫым, күренекле шағир
Сафуан Әлибайҙың
75 йыллығынаЭй, Сафуан, йыр баҡсаһын бөгөн
Сафландырған һүҙең һағынам.
Ул баҡсаны хәҙер сүптәр баҫа,
Унда хәлһеҙ көйҙәр ҡағына.
Хатта ҡанат һүҙе тура килмәй
Баштан үле тыуған йыр өсөн.
Ниңә башҡаларға йоҡмай ҡалған
Һинең ялҡыныңдың йыр көсө.
Һинең йырҙар сәхнәләге һымаҡ —
Мәжлестәрҙә, тауҙа, болонда.
Ниңә миңә тойолалар улар
Әсәһенән ҡалған ҡолондай.
Һинең йырҙы төрлө мәлдә тыңлап,
Инде күпме үҙәк өҙөлә.
Һағыштарҙы һаман яңырталар,
Юҡ йәнемә яҙы, көҙө лә.
Ҡойоп ҡуйған һинең күп йырҙарың
Бер тыңлауҙан отоп алынды.
Күп меңдәрҙең тойғолары булып,
Меңдәр күңеленә һалынды.
Һинең бер йөрәгең меңдәр хисен,
Меңдәр уйын бергә тупланы.
Һин шуларҙы тотош йырға һалғас,
Ер ҙә, күк тә һине хупланы.
Эй, Сафуан, йыр баҡсаһын бөгөн
Сафландырған һүҙең һағынам.
Улар миңә ишетелә һымаҡ
Алдан, тыуыр йылдар яғынан,
Алдан, тыуыр йылдар яғынан.
Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.