Йырлы-моңло, алсаҡ шағир ине24.02.2016
Йырлы-моңло, алсаҡ шағир ине Сафуан ағай... Сафуан Әлибай... Бала саҡтан яҡындан аралашып, ижади кисерештәр, тормош мәшәҡәттәре менән уртаҡлашып, юлдаш, табындаш һәм оҙаҡ йылдар күршеләр булып йәшәгән кеше хаҡында иҫтәлек яҙыу еңел түгел. Уның инде был донъяла түгеллеге аңға барып етә алмай, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән һымаҡ, буталсыҡ хистәр уята. Ошондай уҡ кисерештәр Динис Бүләков ағайҙың Мәләүез районындағы музейына тәү тапҡыр ингән саҡта йөрәкте тетрәткәйне. Күренекле шағир Сафуан Әлибайға быйыл февралдә 75 йәш тулған булыр ине...

Ҡасан таныштыҡ һуң әле беҙ уның менән? Эйе, тәүҙә шиғриәте яҡынайтты. Ҡәләм тибрәтеүсе-уҡыу­сы булараҡ, йәш яҙыусыларҙың әҫәр­ҙәрен ҡыҙыҡһынып уҡып барам. Оҡшаған шиғырҙарҙы альбомға йәбештереп ҡуям. Улар араһында Сафуан ағайҙың шиғырҙары әле лә һаҡлана.
Йырлы-моңло, алсаҡ шағир инеЯҙғы көндәрҙең береһендә үҙем уҡыған Раевка башҡорт урта мәк­тәбендә (хәҙер ул Мөхәмәтша Бу­ранғолов исемендәге лицей) бер төркөм студент-шағирҙар шиғыр кисәһе ойошторҙо. Улар араһында көнбағыш сәскәһе һымаҡ көләс, түңәрәк йөҙлөһө иғтибарымды йә­леп итте. Беренсенән, ул лирик ши­ғырҙар менән бер рәттән, тауышын кескәйҙәргә оҡшатыбыраҡ үҙгәртеп, балалар өсөн яҙылған шиғырҙарын да уҡып ишеттерҙе. Шиғырҙарым республика балалар баҫмаларында донъя күргәс, был ағайға ҡарата ту­ғанлыҡ хистәре уянды. Моңло итеп, хисләнеп халыҡ йырҙарын баш­ҡарған саҡта, уның шиғыр уҡы­ғанда нур һибеп торған күҙҙәре бө­төнләй ҡыҫылып ябыла. Беҙ, бала-саға, был күренешкә шар­ҡылдап көлөүҙән көскә тыйылып ултырабыҙ.
Йырсы шағир икәнен Сафуан ағай ғүмере буйына раҫланы. Ул ҡат­нашҡан бер сара ла йырһыҙ үтмәне. Шағирҙың үҙенең шиғыр­ҙарына көйҙәр яҙылып, байтағы тиҫтә йылдар буйы профессиональ һәм үҙешмәкәр башҡарыусыларҙың репертуарынан төшмәй. Ҡайһы бер әҙиптәр һәм тәнҡитселәр йыр жанрына өҫтәнерәк ҡараусан. Йәнәһе, йыр – шиғырҙың ябай төрө. Ә бит, киреһенсә, йыр шиғыры – ул әҙә­биәттең иң юғары, иң ҡатмарлы, һәр ижегенә моң һыйған, һәр куплеты йырлап торған, иң төҙөк ритм-рифмалы, иң халыҡсан жанры ул. Сөнки ул күмәк ижадҡа ҡорола: уларҙы үҙ күңелдәренә иш булыр­ҙайҙарын композиторҙар һайлап ала, үҙ моңона, үҙ тауышына тап килерлектәрен генә артистар өй­рәнеп, тамашасыға сығара. Ә инде йыр киң халыҡ аудиторияһына сыҡҡас, башҡалар ҙа отоп алып, үҙенеке итеп йырлай башлаһа, был инде – шағирҙың ҙур ижади бәхете.
Йырлы-моңло, алсаҡ шағир инеСафуан Әлибай – ошондай һирәк ша­ғир­ҙарға ғына эләгә торған бә­хетле әҙип­тәрҙең береһе. Уның “Башҡортостан – тыу­ған ерем” (Рим Хәсәнов көйө), “Был – Салауат ер­ҙәре” (Мөфтәдин Ғиләжев көйө), “Сермәнемдең ниндәй серҙәре бар?” (Заһир Исмәғилев көйө), “Әсә­йем”, “Мандолина” (Рим Хәсәнов кө­йө), “Тик һин барҙа” (Роза Сәхә­үет­динова көйө), “Мөхәббәт” (Нур Дауытов көйө) һәм башҡа йырҙары милли эстраданың алтын фондына ингән.
Йырлы-моңло, алсаҡ шағир инеСафуан Әлибайҙың шиғриәтен бер һүҙ менән генә баһаларға ҡуш­һалар, “Ихласлыҡ” тип әйтеп бу­лыр ине. Ул ҡайһы бер ҡәләм­дәш­тәребеҙ кеүек, үтә лә аҡыллы бу­лырға тырышып, баш етмәҫлек абс­тракт образдар эҙләп маташмай. Фекер, тойғоларын аңлатыу өсөн күҙгә төртөлөп торған “Мин – патри­от”, “Мин һине яратам” кеүек шал­ты­рауыҡ һүҙҙәр һайлап мәшә­ҡәт­ләнмәй, ә күңелендәген йәшермәй-нитмәй, йырлап торған шиғри юл­дар­ға һала. Уның шиғырҙарында мил­ләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ хистәре лә, һыҡраныу ауаздары ла, ла­йыҡ­лы киләсәккә ышаныс та бар. Хал­ҡыбыҙҙың бай тарихы, ғөрөф-ғә­ҙәт­тәре, көслө рухы сағылыш таба уларҙа.
Сал Уралдың итәгендә
Гүзәл тыуған илкәйем.
Ҡаяларҙан далаларға
Елә иркә елкәйем.
Һай, Урал, сал Урал –
Һин минең берҙән-берем.
Сал Урал, сал далам –
Эй, ғәзиз тыуған ерем!..
Көйөн йырсы-музыкант Артур Туҡтағолов яҙған был “Сал Урал” ти­гән йыр мәшһүр “Каруанһарай” ан­самбле башҡара башлағас баш­ҡорт йәштәре гимнына әүерелде тиһәң дә була.
Ырыҫ ҡына булып бар йыһанға
Көндәр тыуһын, тиеп
Йырлайым:
Мин былай ҙа ғәзиз ил-еремде
Тик үҙемсә генә
Нурлайым.
Эйе, Сафуан Әлибаев әҙәбиәткә йә иртәрәк, йә һуңыраҡ килеп, халыҡ араһында ғәжәпләнеү тыуҙырманы, ә әйтәһе һүҙҙәрен әйтергә тулышып, тамам өлгөргәс кенә, үҙ ваҡытында ғына килеп, ғүмере буйына шиғриәт­тә лә, әҙәби публицистика менән журналистикала ла ең һыҙғанып эшләп, халыҡ ихтирамын ҡаҙан­ған ил уҙамандарының береһе булды. Шағирҙың әҫәрҙәрендә башҡа бер кемдеке менән дә бутай алмаҫлыҡ үҙенә ге­нә хас моңо бар. Ул моң – йәшәү моңо. Төптән уйлана, ихлас кисерә, һағышлана һәм ҡыуана белгән замандашыбыҙ моңо. Уның шиғри йыйынтыҡтарындағы лирик герой – бөгөнгө тынғыһыҙ тормошо­боҙҙоң әүҙем кешеһе ул. Уға ыша­наһың, хистәрен, уй-хыялдарын, моң-һағыштарын үҙеңдеке итеп ҡабул итәһең. Ул тормошто ситтән генә күҙәтеп йөрөүсе битараф герой түгел, уны сәйәсәт тә, әхлаҡ пробле­малары ла, ер-һыу, тәбиғәт имен­леге лә, мөхәббәт тә ҡыҙыҡ­һындыра.
...Һәр йылғаның була үҙ йырҙаһы,
Үҙ йырҙары була һәр һыуҙың.
Күкрәгемдә шаңдау итеп тоям
Шаршыларҙа һыуҙар ярһыуын.
(“Йылғалар”) йәки
...Мин йәшәйем — ил-еремә
Барҙыр әле кәрәгем...
Мин ҡулыма ҡәләм алам:
Донъяны уйлағанда,
Күңелем илағанда,
Йөрәгем йырлағанда.
(“Үткән юлдарҙы ҡарайым”) кеүек юлдар бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Шағир лирик геройының фәлсә­фәүи фекерҙәрен, кисерештәрен уҡыусыға нығыраҡ, үтемлерәк итеп еткереү өсөн тәбиғәт күренештәрен оҫта файҙалана, һүҙ уйнатыу сара­һын да урынлы ҡуллана. С. Әлибай шиғырҙарына китек-митек, яһалма йәки тапалған рифмалар, етер-ет­мәҫ ритмдар –ят күренеш. Уның ши­ғыр­ҙары башҡорт теленең бөтә нес­кә­лектәрен аңлап, яратып яҙыл­ған. Шуға күрә лә улар уҡығанда уҡ йырлап тора һәм тиҙ иҫтә ҡала. Бына бөтәбеҙгә таныш “Ҡойон” йырынан. (Роберт Ғәзизов көйө):
Ярһып-ярһып, өйөрөлөп,
Ҡойон уйнай, ҡойон.
Ҡалһаң ҡойон уртаһында,
Ҡыйын икән, ҡыйын.
Юлдарымда гөлдәр үҫкән,
Ҡоштар моңо сыңлай,
Тик мин генә ниңә әле
Йәм тапмайым шулай?
Йәки бына ошо юлдар (Айрат Ҡобағошов көйө):
Яҙ килгәнен һиңә ҡарап беләм,
Әллә ҡайҙан һиҙәм килеүең.
Селтәр боҙға һуғылып, сыңлап
ятҡан
Йылғасыҡтай һинең көлөүең.
Ошо юлдар Сафуан Әлибайҙың ижади мөхитенән сығып, күптән ин­де халыҡ ижады кимәленә күтә­рел­гән икән, был күренеш авторҙың үҙен­сәлекле, оло талант эйәһе икә­нен аңлата, минеңсә. Ябайлыҡта — бөйөклөк. Йөрәктән сыҡҡан ғына мотлаҡ йөрәктәргә барып етә ала ул. Яһалмалыҡты бигерәк тә бала ҡабул итә алмай. Ә Сафуан Әлибай — респуб­ликабыҙҙа танылған, талантлы балалар шағирҙарының бе­реһе. Шуға ла әҫәрҙәре дәрес­лек­тәргә, дәрестән тыш уҡыу әсбап­та­рына индерелгән. Балалар уларҙы рәхәтләнеп яттан һөйләй, шағир һүҙ­ҙәренә яҙылған йырҙарҙы ярата.
С. Әлибай — Рәсәйҙең башҡа өлкәләрендә лә күптән билдәле һәм популяр шағир, ә инде уның Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдән ҡала икенсе булып, Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты исеменә лайыҡ булыуы әҙиптең халыҡ-ара дәрәжәләге абруйлы ҡәләм оҫтаһы булыуы хаҡында һөйләй.
Сафуан Әфтәх улы, ғүмере буйы ил-йорт хәстәре менән янып, ижады, хеҙмәте, уй-кисереше һәм бөтә булмышы менән Башҡортос­таны­быҙҙың сәйәси-ижтимағи тормошонда ҡайнап йәшәгән күренекле шәхестәребеҙҙең береһе ине. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, ул оҙаҡ йылдар “Башҡортостан пионеры”, “Башҡорт­остан” гәзиттәре редакцияларында эшләне. Баш мөхәррир, мөхәррир урынбаҫары булараҡ, фәһемле кәңәштәре, башлап яҙыусылар ижадын гәзит биттәрендә таныштыра барыуы, аҙаҡ та һәләтлеләрен күҙ уңынан ысҡындырмай, ярҙам ҡулы һуҙып тороуы менән күпме йәш яҙыусы, шағирҙарға, журналистарға оло ижадҡа юл асты ул.
Ғүмер буйына ҡайҙалыр эшләп яҙышҡан әҙип булды Сафуан ағай. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры, хаҡлы ялға сыҡҡансы “Ағиҙел” журналында баш мөхәррир булды. Ниндәй генә вазифалар башҡармаһын, мөкиббән китеп эшләне ул, талапсан, ғәҙел етәксе, алсаҡ, иғтибарлы, ярҙамсыл, әҙәпле кеше булып йәшәне.
Ул үҙе ҡатнашҡан ижад кисәлә­рен, ғаилә табындарын йыр-моңда­ры, йор һүҙҙәре, һәр кемгә кеселекле, кешелекле мөнәсәбәте менән тағы ла йәмләберәк, яҡтыртыбыраҡ ебәрер ине. Бигерәк тә ҡатыны Фәр­ҙиә апай менән бергә йырлаһалар, уларға һоҡланып, тауыштарына хайран ҡалып тыңлай инем. Әйткәндәй, Фәрҙиә апай һәр саҡ иренә илһам биреүсе лә, рухи терәк тә, кәңәшсе лә булды, ул ижад иткән хеҙмәттәрҙе тәртипкә килтереп, машинкала баҫтырып, шәхси секретарь, корректор вазифаларын үтәне. Ғүмеренең һуңғы минутына тиклем ғаилә йылыһы тойоп, һөйөлөп йәшәне Сафуан ағайыбыҙ. Аҙаҡ һуңғы китаптарын әҙерләп, ике томлыҡ һайланма әҫәрҙәрен төҙөп, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә баҫтырып сығарыусы ла шағирҙың тоғро ҡатыны Фәрҙиә апай булды. Рәхмәт уға!
Уның 1968 йылда донъя күргән балалар өсөн китабы “Беҙҙең юлдаш – яҡты ҡояш” тип атала ине. Был юлдар уның үҙе өсөн дә нин­дәйҙер символик мәғәнәгә эйә булғандыр. Кешеләрҙе, тәбиғәтте, тормошто яратты ул. Салауат батыр төбәктәше, Ғәлимов Сәләм һәм Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, һәр саҡ алсаҡ йөҙлө, йырлы, моңло, нурлы йөрәкле Сафуан Әфтәх улы Әлибаевтың уй-фекерҙәренән, хис-тойғоларынан тыуған әҙәби әҫәр­ҙәре донъя күреп торғанда, сәх­нәләрҙән, радио-телевидение тул­ҡындарынан йырҙа­ры яңғырағанда, яратҡан ғаиләһе, дуҫ­тары, уҡыу­сылары барҙа йәшәр әле, йә­шәр илебеҙҙә шағир рухы, шағир исеме.

Гөлфиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың
халыҡ шағиры.



Сафландырған һүҙең һағынам

Дуҫым, күренекле шағир
Сафуан Әлибайҙың
75 йыллығына


Эй, Сафуан, йыр баҡсаһын бөгөн
Сафландырған һүҙең һағынам.
Ул баҡсаны хәҙер сүптәр баҫа,
Унда хәлһеҙ көйҙәр ҡағына.

Хатта ҡанат һүҙе тура килмәй
Баштан үле тыуған йыр өсөн.
Ниңә башҡаларға йоҡмай ҡалған
Һинең ялҡыныңдың йыр көсө.

Һинең йырҙар сәхнәләге һымаҡ —
Мәжлестәрҙә, тауҙа, болонда.
Ниңә миңә тойолалар улар
Әсәһенән ҡалған ҡолондай.

Һинең йырҙы төрлө мәлдә тыңлап,
Инде күпме үҙәк өҙөлә.
Һағыштарҙы һаман яңырталар,
Юҡ йәнемә яҙы, көҙө лә.

Ҡойоп ҡуйған һинең күп йырҙарың
Бер тыңлауҙан отоп алынды.
Күп меңдәрҙең тойғолары булып,
Меңдәр күңеленә һалынды.

Һинең бер йөрәгең меңдәр хисен,
Меңдәр уйын бергә тупланы.
Һин шуларҙы тотош йырға һалғас,
Ер ҙә, күк тә һине хупланы.

Эй, Сафуан, йыр баҡсаһын бөгөн
Сафландырған һүҙең һағынам.
Улар миңә ишетелә һымаҡ
Алдан, тыуыр йылдар яғынан,
Алдан, тыуыр йылдар яғынан.

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.





Вернуться назад