Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙенә башҡа бер кеше
Үҙенә башҡа бер кеше “Беҙҙең ауылда ғына түгел, районда уның кеүек кеше юҡтыр ул. Өйөндә үҙе музей эшләп, ҡул эштәре менән барыһын да хайран итеп йәшәп ята”, – тинеләр Зинира Йәмғетдин ҡыҙы хаҡында. Благовар районының Иҫке Күсәрбай мәктәбендә 1976 йылдан черчение, технология һәм рәсем дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләгән, бөгөн хаҡлы ялдағы ханымдың эштәре менән башта мәктәп музейында, күргәҙмәләр залында танышып һоҡланһаҡ, аҙаҡ өйөндәге йыһаздарҙы күреп, ғәжәп иттек.

Ул бер генә ҡағыҙ киҫәген дә, пластик һауытты ла, епте лә, төймәне лә кәрәкмәй тип ҡыйлыҡҡа ташламаған, кире­һенсә, һәр береһен ниндәй ҙә булһа сувенир, биҙәк яһауҙа ҡулланған. Клас­сиктарҙың береһе әйткән бит, “кешенең һүҙенә түгел, эшенә ҡара” тип. Ысынлап та, матур эштәрендә сағыла Зинира апайҙың күңел донъяһы.
Иҫке Күсәрбай мәктәбенең күргәҙмәләр залында уҡы­тыусының балалар менән бергә яһаған ниндәй генә ҡул эштәре юҡ! Ҡыҙ һәм малай­ҙарҙың күңелендә матур­лыҡҡа ынтылыш тәрбиәләп, Зинира Йәмғетдин ҡыҙы ошо рәүешле тәрбиәләнеүселәрен ижади фекерләргә лә өйрәтә. Ғөмүмән, уҡытыусы һөнә­ренең асылы ла шуға ҡайтып ҡала түгелме? Яңыраҡ Өфө­лә балалар менән шөғөл­ләнеүсе театр студияһын асҡан халыҡ артисы Хөр­мәтулла Үтәшевтең маҡсат­тары менән тап килә кеүек миңә ошо ябай ауыл уҡы­тыусыһының ниәттәре. Баланы бәләкәйҙән нимәгә йәлеп итһәң, ғәҙәттә, ул шуның менән ҡыҙыҡһынып үҫеүсән. Донъяға сәнғәтсә ҡараған йәш кеше ҡатмарлы, әммә ҡы­ҙыҡ­лы тормош юлында ижади мөмкинлектәр аша яңы офоҡ­тар аса, юғалып ҡалмай, тип иҫбатлай беҙгә ғалимдар. Макарондан паннолар, һа­лам­дан, кипкән үләндәрҙән картиналар, бәйләмдән ҡал­ған йөндән уйынсыҡтар, йорт йы­һаздары... Хәйер, һәр береһен айырып атап кит­мәһәм дә, мәктәптең күргәҙ­мәләр залын­дағы суве­нирҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Шуныһы ҡыуа­ныслы: уларҙың һәр береһе уҡыу­сылар менән бергә дә­рес­тәрҙә, ял сәғәттәрендә эш­ләнгән. Заманында “Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы” исемен коллегалары юллап алып биргән Зинира Йәм­ғетдин ҡыҙына. Бына, исма­һам, ихтирам!
Үҙенә башҡа бер кешеХаҡлы ялдағы уҡытыусы бөгөн дә “Ҡул эштәре” түңә­рәген алып бара, Өсөнсө быуын университетында өл­кәндәр, замандаштары менән ижад серҙәрен уртаҡ­лаша.
Өйөнөң бер бүлмәһен музей иткән Зинира апай. Унда ата-әсәһенән ҡалған ҡо­март­ҡылар менән бергә үҙенең ҡул эштәре лә урын алған. Ана, бер мөйөштә гармун моңлана, теген маши­наһы уйға ҡалған, мандолина ҡылы зыңлағандай итте. Аптырап торманы хөрмәтле хужа­бикәбеҙ, тотто ла әсә­һенең яратҡан көйөн уйнап ебәрҙе. Беҙҙе бер кем дә бәхетһеҙ ҙә, бәхетле лә итә алмай, ти психологтар. Үҙе­нең матур, бәхетле, рәхәт донъяһын Зинира Хәкимова үҙе ҡойған.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780