“Беҙҙең ауылда ғына түгел, районда уның кеүек кеше юҡтыр ул. Өйөндә үҙе музей эшләп, ҡул эштәре менән барыһын да хайран итеп йәшәп ята”, – тинеләр Зинира Йәмғетдин ҡыҙы хаҡында. Благовар районының Иҫке Күсәрбай мәктәбендә 1976 йылдан черчение, технология һәм рәсем дәрестәре уҡытыусыһы булып эшләгән, бөгөн хаҡлы ялдағы ханымдың эштәре менән башта мәктәп музейында, күргәҙмәләр залында танышып һоҡланһаҡ, аҙаҡ өйөндәге йыһаздарҙы күреп, ғәжәп иттек. Ул бер генә ҡағыҙ киҫәген дә, пластик һауытты ла, епте лә, төймәне лә кәрәкмәй тип ҡыйлыҡҡа ташламаған, киреһенсә, һәр береһен ниндәй ҙә булһа сувенир, биҙәк яһауҙа ҡулланған. Классиктарҙың береһе әйткән бит, “кешенең һүҙенә түгел, эшенә ҡара” тип. Ысынлап та, матур эштәрендә сағыла Зинира апайҙың күңел донъяһы.
Иҫке Күсәрбай мәктәбенең күргәҙмәләр залында уҡытыусының балалар менән бергә яһаған ниндәй генә ҡул эштәре юҡ! Ҡыҙ һәм малайҙарҙың күңелендә матурлыҡҡа ынтылыш тәрбиәләп, Зинира Йәмғетдин ҡыҙы ошо рәүешле тәрбиәләнеүселәрен ижади фекерләргә лә өйрәтә. Ғөмүмән, уҡытыусы һөнәренең асылы ла шуға ҡайтып ҡала түгелме? Яңыраҡ Өфөлә балалар менән шөғөлләнеүсе театр студияһын асҡан халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевтең маҡсаттары менән тап килә кеүек миңә ошо ябай ауыл уҡытыусыһының ниәттәре. Баланы бәләкәйҙән нимәгә йәлеп итһәң, ғәҙәттә, ул шуның менән ҡыҙыҡһынып үҫеүсән. Донъяға сәнғәтсә ҡараған йәш кеше ҡатмарлы, әммә ҡыҙыҡлы тормош юлында ижади мөмкинлектәр аша яңы офоҡтар аса, юғалып ҡалмай, тип иҫбатлай беҙгә ғалимдар. Макарондан паннолар, һаламдан, кипкән үләндәрҙән картиналар, бәйләмдән ҡалған йөндән уйынсыҡтар, йорт йыһаздары... Хәйер, һәр береһен айырып атап китмәһәм дә, мәктәптең күргәҙмәләр залындағы сувенирҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың һәр береһе уҡыусылар менән бергә дәрестәрҙә, ял сәғәттәрендә эшләнгән. Заманында “Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы” исемен коллегалары юллап алып биргән Зинира Йәмғетдин ҡыҙына. Бына, исмаһам, ихтирам!
Хаҡлы ялдағы уҡытыусы бөгөн дә “Ҡул эштәре” түңәрәген алып бара, Өсөнсө быуын университетында өлкәндәр, замандаштары менән ижад серҙәрен уртаҡлаша.
Өйөнөң бер бүлмәһен музей иткән Зинира апай. Унда ата-әсәһенән ҡалған ҡомартҡылар менән бергә үҙенең ҡул эштәре лә урын алған. Ана, бер мөйөштә гармун моңлана, теген машинаһы уйға ҡалған, мандолина ҡылы зыңлағандай итте. Аптырап торманы хөрмәтле хужабикәбеҙ, тотто ла әсәһенең яратҡан көйөн уйнап ебәрҙе. Беҙҙе бер кем дә бәхетһеҙ ҙә, бәхетле лә итә алмай, ти психологтар. Үҙенең матур, бәхетле, рәхәт донъяһын Зинира Хәкимова үҙе ҡойған.