Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яңы йондоҙҙар ҡабыҙһын “Осҡон”
Яңы йондоҙҙар ҡабыҙһын “Осҡон” Силәбелә 2015 йылдың мартында башланған “Осҡон” башҡорт видеоконкурсына йомғаҡ яһалды. 50 роликтың 12-һе дүрт номинацияла өсәр призлы урын алды: мобиль видео, социаль видеоролик, музыкаль клип һәм ҡыҫҡа метражлы фильм. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.

Жюри составына Силәбе һәм Өфө белгестәре – клипмейкер Тимур Сафиул­лин, режиссер һәм уҡытыусы Александр Мор­дасов, режиссер Таң­сул­пан Бураҡа­ева, яҙыусы, “Башҡорт­остан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев һәм Баш­ҡортостан юлдаш телевиде­ниеһы алып барыу­сыһы Ләйсән Мәжитова – ин­гән. Фестиваль ҡунаҡ­тары араһында Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалала­ры­нан ҡатнашыу­сылар бар ине, улар мах­сус саҡырылған эксперт, Свердловск ки­ностудияһы ҡарамағындағы Кино мәктәбе уҡытыусыһы Алексей Ста­сюктың оҫталыҡ дәресен ҡараны. Шулай уҡ Таңсулпан Бураҡаева һәм музыкаль клип­тар төшөрөү менән шөғөлләнгән баш­ҡорт ойошмалары “Е7Е-media” ме­нән “Уралстарс” файҙалы кәңәштәрен бирҙе.
Силәбе өлкәһенең башҡорт йәш­тәре ойошмаһы, бындай фестивалде тәүгә үт­кәрһә лә, тамашасыларҙы йәлеп итә алды. Ватандаштарҙың кинематография өлкәһендәге оҫта­лығын үҫтереү, мәҙәни потенциалын асыу, мөһим социаль проб­лемаларға йәмғиәттең иғтиба­рын арттырыу, башҡорт мәҙә­ниәтен пропагандалау маҡса­тындағы сара көйлө генә үтте.
– Конкурс яҙҙан алып 30 ноябргә тиклем барҙы. Беренсе тапҡыр үткәргәс, ниндәй һөҙөмтәләр булыуын күҙаллай алманыҡ. Шулай ҙа кон­курс­ҡа илленән ашыу эш килде. Был – беҙҙең өсөн ҙур һөҙөмтә. Ҡатнашырға теләп тә, эштәрен ебәреп өлгөрмәгән­дәрҙең теләген иғтибарға алып, конкурс артабан йыл һайын ойошторо­ласаҡ. Музыкаль видеоклип­ҡа өҫтөн­лөк биреү­селәр күп булды. Быйыл конкур­санттар тема төрлөлөгөнә иғтибарҙы арттырыр тип өмөтләнәбеҙ, – тине ойоштороу­сыларҙың береһе Изалия Ғүмәрова.
Еңеүселәр араһынан иң йәше Учалы ҡалаһынан Заһир Солтанов булды. Уға 13 йәш, VIII класта уҡый. “Шакирйән Матросов батырлығы” тип аталған матур анимация төшөрөп ебәргән Заһир. Жюри был видеоны ҙур баһаға лайыҡ тип тапты һәм “социаль видеояҙма” номина­цияһында беренсе урын бирҙе.
Конкурстың Силәбелә үткәрелеүен жюри рәйесе Әлфир Илбәктин былай тип аңлатты:
– Сараны башлар алдынан партнер­ҙарыбыҙ, Мәскәү һәм Санкт-Петер­бургтағы Башҡортостан студенттары ассоциацияһы ағзалары менән бик күп уйланыҡ, Өфөлә үткәрергә тигән тәҡдим дә бар ине. Тик оҙаҡ кәңәш­ләшкәндән һуң үҙебеҙҙә туҡталдыҡ, сөнки күп көс, сығымдар талап ителә. Бер көс булып тупландыҡ бында. Маҡсаттар тормошҡа ашты.
“Осҡон-2016” бәйгеһенә ғаризалар ҡабул итеү 15 февралдән һуң башлана.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 060

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 581

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 780

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 606

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 461

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 513

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 419

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 673

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 410

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 576