Силәбелә 2015 йылдың мартында башланған “Осҡон” башҡорт видеоконкурсына йомғаҡ яһалды. 50 роликтың 12-һе дүрт номинацияла өсәр призлы урын алды: мобиль видео, социаль видеоролик, музыкаль клип һәм ҡыҫҡа метражлы фильм. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырылды.Жюри составына Силәбе һәм Өфө белгестәре – клипмейкер Тимур Сафиуллин, режиссер һәм уҡытыусы Александр Мордасов, режиссер Таңсулпан Бураҡаева, яҙыусы, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Ләйсән Мәжитова – ингән. Фестиваль ҡунаҡтары араһында Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан ҡатнашыусылар бар ине, улар махсус саҡырылған эксперт, Свердловск киностудияһы ҡарамағындағы Кино мәктәбе уҡытыусыһы Алексей Стасюктың оҫталыҡ дәресен ҡараны. Шулай уҡ Таңсулпан Бураҡаева һәм музыкаль клиптар төшөрөү менән шөғөлләнгән башҡорт ойошмалары “Е7Е-media” менән “Уралстарс” файҙалы кәңәштәрен бирҙе.
Силәбе өлкәһенең башҡорт йәштәре ойошмаһы, бындай фестивалде тәүгә үткәрһә лә, тамашасыларҙы йәлеп итә алды. Ватандаштарҙың кинематография өлкәһендәге оҫталығын үҫтереү, мәҙәни потенциалын асыу, мөһим социаль проблемаларға йәмғиәттең иғтибарын арттырыу, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау маҡсатындағы сара көйлө генә үтте.
– Конкурс яҙҙан алып 30 ноябргә тиклем барҙы. Беренсе тапҡыр үткәргәс, ниндәй һөҙөмтәләр булыуын күҙаллай алманыҡ. Шулай ҙа конкурсҡа илленән ашыу эш килде. Был – беҙҙең өсөн ҙур һөҙөмтә. Ҡатнашырға теләп тә, эштәрен ебәреп өлгөрмәгәндәрҙең теләген иғтибарға алып, конкурс артабан йыл һайын ойоштороласаҡ. Музыкаль видеоклипҡа өҫтөнлөк биреүселәр күп булды. Быйыл конкурсанттар тема төрлөлөгөнә иғтибарҙы арттырыр тип өмөтләнәбеҙ, – тине ойоштороусыларҙың береһе Изалия Ғүмәрова.
Еңеүселәр араһынан иң йәше Учалы ҡалаһынан Заһир Солтанов булды. Уға 13 йәш, VIII класта уҡый. “Шакирйән Матросов батырлығы” тип аталған матур анимация төшөрөп ебәргән Заһир. Жюри был видеоны ҙур баһаға лайыҡ тип тапты һәм “социаль видеояҙма” номинацияһында беренсе урын бирҙе.
Конкурстың Силәбелә үткәрелеүен жюри рәйесе Әлфир Илбәктин былай тип аңлатты:
– Сараны башлар алдынан партнерҙарыбыҙ, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары ассоциацияһы ағзалары менән бик күп уйланыҡ, Өфөлә үткәрергә тигән тәҡдим дә бар ине. Тик оҙаҡ кәңәшләшкәндән һуң үҙебеҙҙә туҡталдыҡ, сөнки күп көс, сығымдар талап ителә. Бер көс булып тупландыҡ бында. Маҡсаттар тормошҡа ашты.
“Осҡон-2016” бәйгеһенә ғаризалар ҡабул итеү 15 февралдән һуң башлана.