Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи утрау кескәй дуҫтарын көтә
Рухи утрау кескәй дуҫтарын көтә Сәхнә батшаһы Хөрмәтулла Үтәшевтең КВН-дарҙа сығыш яһап, төрлө образдар аша ғәжәпләндереүенә күнегеп тә бөттөк шикелле. Күптән түгел “Ҡыуанам” клибы менән йәмәғәтселеккә эстрада әһеле булараҡ асылғайны, ошо арала Башҡорт балалар театр студияһына нигеҙ һалды.

Яңыраҡ балалар театр студияһы “Башҡортостан” концерт залында үҙенең кескәй дуҫтарын йыйҙы. Эйе, нәҡ ошонда улар сәхнә серҙәрен үҙләштерә башлаясаҡ. Етмәһә, милли мөхиттә бер-береһе менән танышып, аралашып үҫәсәк был ҡыҙҙар, малайҙар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы Рима Харисова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Фәнис Рәхмәтов – уларҙың остаздары.
Тәүге осрашыуҙа кескәйҙәрҙе нимәгә өйрәтәсәктәре тураһында һөйләне уҡытыусылар. Дәрестәр тәнде әҙерләүҙән башлана икән. Унан һуң сәхнә телендә һөйләшеү, матур һәм оҫта итеп өҫтәл йә ултырғыстан йығылып төшөү кеүек күнекмәләр ҙә ҡаралған. Йәнә бейеү, сәхнә һуғыштары, фехтование менән бер рәттән ҡурайҙа уйнау буйынса ла һабаҡ биреләсәк. Был йәһәттән актер оҫталығының ҡайһы бер өлгөләрен миҫалға килтереп, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары ҡыҫҡа ғына күренештәрҙе сәхнәләштерҙе.
Студия эшмәкәрлеге актерҙар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуймай, бары театр донъяһының мауыҡтырғыс серҙәрен асыу ҡаралған. Тәүмаҡсат – кеше алдында үҙеңде ирекле тоторға, әйтергә теләгән фекереңде тыңлаусыға еткерергә өйрәтеү, баланы төрлө яҡлап асыу, лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.



Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы:

– Балаларыбыҙ өсөн милли мөхитте киңәйтәсәкбеҙ, улар бер урынға йыйылып, бер-береһе менән таныша, аралаша аласаҡ. Студияның төп маҡсаттарының береһе – баланы театр сәнғәте аша үҫтереү. Балалар театр студияһы башҡорттоң рухи утрауы булыр тип өмөтләнәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780