Сәхнә батшаһы Хөрмәтулла Үтәшевтең КВН-дарҙа сығыш яһап, төрлө образдар аша ғәжәпләндереүенә күнегеп тә бөттөк шикелле. Күптән түгел “Ҡыуанам” клибы менән йәмәғәтселеккә эстрада әһеле булараҡ асылғайны, ошо арала Башҡорт балалар театр студияһына нигеҙ һалды. Яңыраҡ балалар театр студияһы “Башҡортостан” концерт залында үҙенең кескәй дуҫтарын йыйҙы. Эйе, нәҡ ошонда улар сәхнә серҙәрен үҙләштерә башлаясаҡ. Етмәһә, милли мөхиттә бер-береһе менән танышып, аралашып үҫәсәк был ҡыҙҙар, малайҙар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Өфө дәүләт сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы Рима Харисова, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актеры Фәнис Рәхмәтов – уларҙың остаздары.
Тәүге осрашыуҙа кескәйҙәрҙе нимәгә өйрәтәсәктәре тураһында һөйләне уҡытыусылар. Дәрестәр тәнде әҙерләүҙән башлана икән. Унан һуң сәхнә телендә һөйләшеү, матур һәм оҫта итеп өҫтәл йә ултырғыстан йығылып төшөү кеүек күнекмәләр ҙә ҡаралған. Йәнә бейеү, сәхнә һуғыштары, фехтование менән бер рәттән ҡурайҙа уйнау буйынса ла һабаҡ биреләсәк. Был йәһәттән актер оҫталығының ҡайһы бер өлгөләрен миҫалға килтереп, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары ҡыҫҡа ғына күренештәрҙе сәхнәләштерҙе.
Студия эшмәкәрлеге актерҙар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуймай, бары театр донъяһының мауыҡтырғыс серҙәрен асыу ҡаралған. Тәүмаҡсат – кеше алдында үҙеңде ирекле тоторға, әйтергә теләгән фекереңде тыңлаусыға еткерергә өйрәтеү, баланы төрлө яҡлап асыу, лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләү.
Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы:– Балаларыбыҙ өсөн милли мөхитте киңәйтәсәкбеҙ, улар бер урынға йыйылып, бер-береһе менән таныша, аралаша аласаҡ. Студияның төп маҡсаттарының береһе – баланы театр сәнғәте аша үҫтереү. Балалар театр студияһы башҡорттоң рухи утрауы булыр тип өмөтләнәм.