Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туған телен ҡәҙерләһен башҡортом
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 15 ғинуар һанында Лариса Абдуллинаның яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмәһен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым.

“Тормош һабаҡтары” китабы авторы Мәрйәм апайҙың тел тураһындағы һәр фекере менән килешәм. Ысынлап та, баланың күңеленә рухи тәрбиә биреүсе ул ғаилә. Бала өйҙә ниндәй телдә һөйләшергә өйрәнә – туған телендәме, әллә урыҫсамы – төп мәсьәлә шунда.
Туған теленән айырып, ата-әсәһенең теләге буйынса урыҫса һөйләшергә өйрәнгән балаға тормошта бик ҡыйынға тура килә. Әсә телен дә белмәй, ни урыҫса ла алдыра алмай ул. Ундай балалар бик йәл. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән урыҫ балалары туған телен белмәгән башҡорт һәм татар балаларынан күпкә яҡшыраҡ та, тиҙерәк тә башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Мәрйәм апай Бураҡаева бик дөрөҫ әйтә: “Ҡандан ҡанға күсә килгән тел, төшөнсә, һәләт тотош онотола йәки тәрән йоҡоға тала. Быларҙы ул ят телдә өр-яңынан өйрәнә. Туған теле уға ят телгә ҡарағанда ла ятыраҡ булып ҡала”.
Бына бит нисек! Шуға ла башҡорт балаһы үҙен “мин урыҫ” тип әйтергә мәжбүр. Башҡортса белмәгәс, хатта ул үҙен башҡортмон тип әйтергә лә ояла.
Ҡалала йәшәгән башҡорт ғаиләләренең милли гәзит-журналдарға яҙылмауы аптырата мине. Башҡорт милли рухын тәрбиәләүҙә тап шулар ата-әсәнең беренсе ярҙамсылары ла инде! Бына бит, гәзитте ҡулыма алып, үҙемде борсоған күп һорауҙарға аҡыл эйәһе М. Бу­раҡаеваның дөп-дөрөҫ яуаптарын уҡып, күңелдә ҙур кинәнес тойоп ултырам. Ә башҡорт теле уҡытыусыларының милли баҫмаларға яҙылмауын бер нисек тә аҡлап булмай. Милли матбуғатыбыҙҙы беҙ, башҡорттар, алдырып уҡымаһаҡ, урыҫ уҡымай бит инде.
Ғөмүмән, тел, милләт тураһында һүҙ алып барғанда, уйҙарҙың осо-ҡырыйы юҡ. Бында бары күп нөктә генә ҡуйырға кәрәктер.

Әлфиә ЗӘБДИНОВА,
мәғариф ветераны.





Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780