“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 15 ғинуар һанында Лариса Абдуллинаның яҙыусы Мәрйәм Бураҡаева менән әңгәмәһен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡып сыҡтым. “Тормош һабаҡтары” китабы авторы Мәрйәм апайҙың тел тураһындағы һәр фекере менән килешәм. Ысынлап та, баланың күңеленә рухи тәрбиә биреүсе ул ғаилә. Бала өйҙә ниндәй телдә һөйләшергә өйрәнә – туған телендәме, әллә урыҫсамы – төп мәсьәлә шунда.
Туған теленән айырып, ата-әсәһенең теләге буйынса урыҫса һөйләшергә өйрәнгән балаға тормошта бик ҡыйынға тура килә. Әсә телен дә белмәй, ни урыҫса ла алдыра алмай ул. Ундай балалар бик йәл. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән урыҫ балалары туған телен белмәгән башҡорт һәм татар балаларынан күпкә яҡшыраҡ та, тиҙерәк тә башҡортса һөйләшергә өйрәнә. Мәрйәм апай Бураҡаева бик дөрөҫ әйтә: “Ҡандан ҡанға күсә килгән тел, төшөнсә, һәләт тотош онотола йәки тәрән йоҡоға тала. Быларҙы ул ят телдә өр-яңынан өйрәнә. Туған теле уға ят телгә ҡарағанда ла ятыраҡ булып ҡала”.
Бына бит нисек! Шуға ла башҡорт балаһы үҙен “мин урыҫ” тип әйтергә мәжбүр. Башҡортса белмәгәс, хатта ул үҙен башҡортмон тип әйтергә лә ояла.
Ҡалала йәшәгән башҡорт ғаиләләренең милли гәзит-журналдарға яҙылмауы аптырата мине. Башҡорт милли рухын тәрбиәләүҙә тап шулар ата-әсәнең беренсе ярҙамсылары ла инде! Бына бит, гәзитте ҡулыма алып, үҙемде борсоған күп һорауҙарға аҡыл эйәһе М. Бураҡаеваның дөп-дөрөҫ яуаптарын уҡып, күңелдә ҙур кинәнес тойоп ултырам. Ә башҡорт теле уҡытыусыларының милли баҫмаларға яҙылмауын бер нисек тә аҡлап булмай. Милли матбуғатыбыҙҙы беҙ, башҡорттар, алдырып уҡымаһаҡ, урыҫ уҡымай бит инде.
Ғөмүмән, тел, милләт тураһында һүҙ алып барғанда, уйҙарҙың осо-ҡырыйы юҡ. Бында бары күп нөктә генә ҡуйырға кәрәктер.
Әлфиә ЗӘБДИНОВА,
мәғариф ветераны.