Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөйөүҙән башлана барыһы ла!
Һөйөүҙән башлана барыһы ла! …Никита (Данила Козловский) менән Афинаның (Елизавета Боярская) мөнәсәбәттәре бер көн селпәрәмә килә, сөнки ҡыҙ башҡаны үҙ итә. Егет башта һөйгән йәрен күрә алмай аҙаплана. Аҙаҡ нисек тә булһа уны кире ҡайтарырға маташа. Әммә бер теленгән икмәк кире ялғанамы һуң? “Яҙмыш” тигән төшөнсә лә бар бит әле тормошта.

Бына ошондай заманса тетрәндер­гес мөхәббәт тарихы сағылдырылған “Статус “свободен” фильмы премьераһы менән башланды Рәсәй киноһы йылы Стәрле­тамаҡта. “Салауат” кинотеатрындағы был тантана тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ватан кино сәнғәте буйынса байтаҡ мәғлүмәт алып, бағыусылар хәстәрләгән ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булды улар. Мәҫәлән, үҙем шәхсән Рәсәйҙә тәүге фильмдың 1908 йылда сыҡҡанын белмәй инем. Эйе, тарихы ла, эстәлеге лә тәрән шул Рәсәй киноһының.
– Беҙҙең кино эскерһеҙ­ле­ге, тормошсанлығы менән айырылып тора. Шуға бары­ғыҙҙы ла үҙебеҙҙең фильм­дарға йөрөргә саҡырам, – тигән өндәүен еткерҙе сарала ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин.
Шуныһы һөйөндөрҙө: кино ҡарарға ололар ҙа, йәштәр ҙә, хатта балалар ҙа кил­гәйне, залда алма төшөрлөк тә урын ҡалмағайны.
– Рәсәй киноһына ғына йөрөйөм, әммә иң тәүҙә аннотация менән ныҡлап танышам. Әлбиттә, совет киноларын һағынабыҙ, ләкин бөгөн төшөрөлгән әҫәрҙәр араһында ла матур фильм­дар байтаҡ. Хәҙер ҙә, “дөбөр-шатыр”ҙан тыш, илаһи күренештәр етерлек, күрә белергә генә кәрәк. Әлеге фильм – быға асыҡ дәлил, – ти, мәҫәлән, айына бер тапҡыр булһа ла кинотеатр тупһаһын тапап торған Сәүиә Батырханова.
…Рәсәй киноһы йылы башланып ҡына тора. Һәм ошондай “илаһи күренештәр” тыуып торһа, беҙҙең кино сәнғәте үҫешеп, донъяны ла яулар әле!







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 779

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 844

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 584

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780