…Никита (Данила Козловский) менән Афинаның (Елизавета Боярская) мөнәсәбәттәре бер көн селпәрәмә килә, сөнки ҡыҙ башҡаны үҙ итә. Егет башта һөйгән йәрен күрә алмай аҙаплана. Аҙаҡ нисек тә булһа уны кире ҡайтарырға маташа. Әммә бер теленгән икмәк кире ялғанамы һуң? “Яҙмыш” тигән төшөнсә лә бар бит әле тормошта.Бына ошондай заманса тетрәндергес мөхәббәт тарихы сағылдырылған “Статус “свободен” фильмы премьераһы менән башланды Рәсәй киноһы йылы Стәрлетамаҡта. “Салауат” кинотеатрындағы был тантана тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ватан кино сәнғәте буйынса байтаҡ мәғлүмәт алып, бағыусылар хәстәрләгән ҡиммәтле бүләктәргә лә эйә булды улар. Мәҫәлән, үҙем шәхсән Рәсәйҙә тәүге фильмдың 1908 йылда сыҡҡанын белмәй инем. Эйе, тарихы ла, эстәлеге лә тәрән шул Рәсәй киноһының.
– Беҙҙең кино эскерһеҙлеге, тормошсанлығы менән айырылып тора. Шуға барығыҙҙы ла үҙебеҙҙең фильмдарға йөрөргә саҡырам, – тигән өндәүен еткерҙе сарала ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Зөфәр Зиннәтуллин.
Шуныһы һөйөндөрҙө: кино ҡарарға ололар ҙа, йәштәр ҙә, хатта балалар ҙа килгәйне, залда алма төшөрлөк тә урын ҡалмағайны.
– Рәсәй киноһына ғына йөрөйөм, әммә иң тәүҙә аннотация менән ныҡлап танышам. Әлбиттә, совет киноларын һағынабыҙ, ләкин бөгөн төшөрөлгән әҫәрҙәр араһында ла матур фильмдар байтаҡ. Хәҙер ҙә, “дөбөр-шатыр”ҙан тыш, илаһи күренештәр етерлек, күрә белергә генә кәрәк. Әлеге фильм – быға асыҡ дәлил, – ти, мәҫәлән, айына бер тапҡыр булһа ла кинотеатр тупһаһын тапап торған Сәүиә Батырханова.
…Рәсәй киноһы йылы башланып ҡына тора. Һәм ошондай “илаһи күренештәр” тыуып торһа, беҙҙең кино сәнғәте үҫешеп, донъяны ла яулар әле!