Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йыры яңғырай илендә
Йыры яңғырай илендә Радик Шамратовты күптәр Фәрит Бикбулатов йырлаған “Янымда, иркәм, һин булмаһаң”, “Икәү генә бергә үтергә ине” йырҙарындағы, йәнә Ғәли Хәмзин, Рамаҙан Йәнбәков, Рәис Вәғизовтың репертуарҙарындағы көйҙәрҙә таный. Ул ­– композитор, башҡорт моңоноң һаҡсыһы.

Етмеш биште ҡыу­ған Радик Шам­ратов алты тиҫтә ғүмерен хеҙ­мәт юлында уҙға­ра. Шул арала ижад иткән көйҙәре менән йырсы­лар­ҙың да, тамашасы­ларҙың да репертуарын байыта. Музыка сәнғәте өлкә­һендәге хеҙ­мәте “Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән баһалана.
Композиторҙың яҙған көйҙәре, инструменталь пьесалары “Йырым яңғыраһын тыуған илемдә” тигән, йәнә авторҙашлыҡ рәүешендә баҫылған байтаҡ китаптарҙа урын алған. Ошо тиклем йырҙарҙы нотаға һалып сығыуҙы ижади ҡаһарманлыҡ тип атарлыҡ. Әҫәрҙәре иһә халыҡ рухы менән һуғарылған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Нур Дауытов билдәләүенсә, “Халыҡ моңо, нескәлеге, көтөлмәгән боролоштар һәм эске гармония – уның йырҙарына хас сифаттар. Ул үҙе лә – халыҡ таланттарының береһе”.
Бөгөн Интернеттан алынған башҡа ха­лыҡтарҙың әҙер көйҙәренә йыр яҙып, сығыш яһау киң таралған. Тик был бит башҡаларҙы ҡабатлау! Берәү әйтмешләй, “ҡайынды ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырған тәүге кеше – шағир, ә икенсеһе – алйот”. Моң эйәһенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Радик Шамратов был юғары бурысты атҡара алған.



Ап-аҡ өйөрмәләр

Мостай Кәрим шиғыры,
Радик Шамратов музыкаһы.


Өй(ө)рөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ, тағы ҡалаһың.
Күҙ алдыма килде шул күшеккән
Япа-яңғыҙ болан балаһы.

Ҡушымта:
Ғүмер уҙған һайын, китә бара,
Бөтә бара күңел тынғыһы.
Һәр күрешеү, гүйә, тәү күрешеү,
Һәр айырылышыу, гүйә, һуңғыһы.

Аҡ буранға инеп юғалырмын,
Ҡул болғама, барыбер күренмәҫ.
Дауыл барҙа, әле сыҙарһың да,
Ни ҡылырһың, ул да һүрелгәс?

Ҡушымта.

Өй(ө)рөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ, тағын ҡалаһың.
Һаҡла, яҙмыш, аҙаштыра күрмә
Шул күшеккән болан балаһын.
Ҡушымта.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779