Радик Шамратовты күптәр Фәрит Бикбулатов йырлаған “Янымда, иркәм, һин булмаһаң”, “Икәү генә бергә үтергә ине” йырҙарындағы, йәнә Ғәли Хәмзин, Рамаҙан Йәнбәков, Рәис Вәғизовтың репертуарҙарындағы көйҙәрҙә таный. Ул – композитор, башҡорт моңоноң һаҡсыһы.Етмеш биште ҡыуған Радик Шамратов алты тиҫтә ғүмерен хеҙмәт юлында уҙғара. Шул арала ижад иткән көйҙәре менән йырсыларҙың да, тамашасыларҙың да репертуарын байыта. Музыка сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәте “Башҡорт ССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем менән баһалана.
Композиторҙың яҙған көйҙәре, инструменталь пьесалары “Йырым яңғыраһын тыуған илемдә” тигән, йәнә авторҙашлыҡ рәүешендә баҫылған байтаҡ китаптарҙа урын алған. Ошо тиклем йырҙарҙы нотаға һалып сығыуҙы ижади ҡаһарманлыҡ тип атарлыҡ. Әҫәрҙәре иһә халыҡ рухы менән һуғарылған. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, композитор Нур Дауытов билдәләүенсә, “Халыҡ моңо, нескәлеге, көтөлмәгән боролоштар һәм эске гармония – уның йырҙарына хас сифаттар. Ул үҙе лә – халыҡ таланттарының береһе”.
Бөгөн Интернеттан алынған башҡа халыҡтарҙың әҙер көйҙәренә йыр яҙып, сығыш яһау киң таралған. Тик был бит башҡаларҙы ҡабатлау! Берәү әйтмешләй, “ҡайынды ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырған тәүге кеше – шағир, ә икенсеһе – алйот”. Моң эйәһенең иңендә ҙур яуаплылыҡ ята. Радик Шамратов был юғары бурысты атҡара алған.
Ап-аҡ өйөрмәләрМостай Кәрим шиғыры,
Радик Шамратов музыкаһы.Өй(ө)рөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ, тағы ҡалаһың.
Күҙ алдыма килде шул күшеккән
Япа-яңғыҙ болан балаһы.
Ҡушымта:Ғүмер уҙған һайын, китә бара,
Бөтә бара күңел тынғыһы.
Һәр күрешеү, гүйә, тәү күрешеү,
Һәр айырылышыу, гүйә, һуңғыһы.
Аҡ буранға инеп юғалырмын,
Ҡул болғама, барыбер күренмәҫ.
Дауыл барҙа, әле сыҙарһың да,
Ни ҡылырһың, ул да һүрелгәс?
Ҡушымта.Өй(ө)рөлә ап-аҡ өйөрмәләр...
Хушлашабыҙ, тағын ҡалаһың.
Һаҡла, яҙмыш, аҙаштыра күрмә
Шул күшеккән болан балаһын.
Ҡушымта.