Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йолаларҙа сағыла милләт яҙмышы
Күгәрсен яғы таланттарға бай. Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу ниәтендә әүҙем эш алып бара.

Районда 24 өлгөлө һәм халыҡ коллективы эшләп килә. Улар өс йылға бер тапҡыр үҙҙәренең маҡтаулы исемгә лайыҡ икән­дәрен уңышлы сығыштары менән раҫлай. Уҙған йыл тағы ла ике коллектив “халыҡ” һәм “өлгөлө” статустарын иҫбатланы.
Республикала, районда уҙға­рыл­ған бер саранан да ситтә ҡал­маған район мәҙәниәт йорто­ноң «Ынйылар», Тәүәкән ауыл мә­ҙәниәт йортоноң «Сәңкем», Йомағужаның «Гәрәбә» халыҡ фольклор ансамблдәре, Подгорный ауыл мәҙәниәт йортоноң «Че­рема», Побоище ауыл клу­бы­ның «Песенные кружева» ха­лыҡ фольклор ансамблдәре, Хо­ҙай­бирҙенең фольклор ансам­бл­дәрен билдәләп үтергә мөмкин. Был коллективтарға күңеле ме­нән йыр-моңға ғашиҡ, тормошто йәмләндереүгә ынтыл­ған йыр­сыларыбыҙ йыйылған. Ансамблгә йөрөгән оло йәштәге инәйҙәр үҙҙәре бер хазина тип әйтергә була, улар ярҙамында беҙ илебеҙ тарихын беләбеҙ, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларыбыҙҙың үҫеп килгән быуынды тәрбиә­ләүҙәге әһәмиәтен яҡшыраҡ аңлайбыҙ.
Уҙған йыл районыбыҙҙың 85 йыллыҡ юбилейын билдәләп үттек, ошо уңайҙан ауыл биләмә­ләре араһында фольклор байрамдары иғлан ителде. Һәр береһе үҙҙәренә генә хас сара ойошторҙо: «Ҡаҙ өмәһе», «Шәл байрамы», «Кис ултырыу», «Балаҫ һуғыу»... Урыҫ халҡының да «Посиделки на Параскеву-Пятницу», «Капустные вечерки», «Праздник каши», «Праздник валенки» кеүек байрамдары тергеҙелеп, милли йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға бер этәргес булды. Улар һәр береһе үҙенсәлекле ине, барса коллектив бик күп көс, тырышлыҡ һалған. Төрлө быуындар ҡатнаш­лығында үтәлгән йолалар, уңған хужабикәләрҙең ҡул эштәре ҡуйылған күргәҙмәләр, халҡыбыҙ­ҙың һоҡланырлыҡ сағыу ижады күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Декабрҙең тәүге көндәрендә Исем ауылында күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк асылды. Унда фольклор байрамдарынан күренештәр һәм бай күргәҙмә ойошторолдо. Заманса йыһазландырылған мәҙәниәт усағы — ауыл халҡы өсөн оло ҡыуаныс. Бында кесе йәштән оло быуын кешеһенә тиклем һәммәһе өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Кескәйҙәргә уйын бүлмәһе, йәштәр өсөн Интернет, мультимедиа экраны, телевизор, төрлө уйындар, компью­терҙар, бильярд һәм тренажер зал­дары булдырылды, ауылдың һәм “Исем” совхозының тарихынан торған музей ойошторолдо.
Нәҫел тамырҙарын, тарихты, йолаларҙы өйрәнеү һәм йәш быуынға өйрәтеү – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Кешенең ниәт-маҡсаттары борон-борондан йолаларға бәйләнгән. Улар бөгөн дә һаҡланып килә икән, был бик тә ҡыуаныслы. Рухи донъя­быҙҙың ниндәй тәрән тамырҙарға барып тоташҡанын аңларға ярҙам итә ул күренеш.
Киләсәктә лә ижад ҡомарыбыҙ һүнмәҫ, ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған фәһемле, матур, йәнле байрамдарыбыҙ уҙғарылып торор.

Альбина ГРИГОРЬЕВА,
район мәҙәниәт йортоноң методик бүлеге мөдире.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 879

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 256

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 780

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 953

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 856

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 633

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 732

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 584

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 845

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 585

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 780