Күгәрсен яғы таланттарға бай. Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу ниәтендә әүҙем эш алып бара. Районда 24 өлгөлө һәм халыҡ коллективы эшләп килә. Улар өс йылға бер тапҡыр үҙҙәренең маҡтаулы исемгә лайыҡ икәндәрен уңышлы сығыштары менән раҫлай. Уҙған йыл тағы ла ике коллектив “халыҡ” һәм “өлгөлө” статустарын иҫбатланы.
Республикала, районда уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмаған район мәҙәниәт йортоноң «Ынйылар», Тәүәкән ауыл мәҙәниәт йортоноң «Сәңкем», Йомағужаның «Гәрәбә» халыҡ фольклор ансамблдәре, Подгорный ауыл мәҙәниәт йортоноң «Черема», Побоище ауыл клубының «Песенные кружева» халыҡ фольклор ансамблдәре, Хоҙайбирҙенең фольклор ансамблдәрен билдәләп үтергә мөмкин. Был коллективтарға күңеле менән йыр-моңға ғашиҡ, тормошто йәмләндереүгә ынтылған йырсыларыбыҙ йыйылған. Ансамблгә йөрөгән оло йәштәге инәйҙәр үҙҙәре бер хазина тип әйтергә була, улар ярҙамында беҙ илебеҙ тарихын беләбеҙ, ғөрөф-ғәҙәт, йолаларыбыҙҙың үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен яҡшыраҡ аңлайбыҙ.
Уҙған йыл районыбыҙҙың 85 йыллыҡ юбилейын билдәләп үттек, ошо уңайҙан ауыл биләмәләре араһында фольклор байрамдары иғлан ителде. Һәр береһе үҙҙәренә генә хас сара ойошторҙо: «Ҡаҙ өмәһе», «Шәл байрамы», «Кис ултырыу», «Балаҫ һуғыу»... Урыҫ халҡының да «Посиделки на Параскеву-Пятницу», «Капустные вечерки», «Праздник каши», «Праздник валенки» кеүек байрамдары тергеҙелеп, милли йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға бер этәргес булды. Улар һәр береһе үҙенсәлекле ине, барса коллектив бик күп көс, тырышлыҡ һалған. Төрлө быуындар ҡатнашлығында үтәлгән йолалар, уңған хужабикәләрҙең ҡул эштәре ҡуйылған күргәҙмәләр, халҡыбыҙҙың һоҡланырлыҡ сағыу ижады күңелдә матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Декабрҙең тәүге көндәрендә Исем ауылында күп тармаҡлы мәҙәни үҙәк асылды. Унда фольклор байрамдарынан күренештәр һәм бай күргәҙмә ойошторолдо. Заманса йыһазландырылған мәҙәниәт усағы — ауыл халҡы өсөн оло ҡыуаныс. Бында кесе йәштән оло быуын кешеһенә тиклем һәммәһе өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Кескәйҙәргә уйын бүлмәһе, йәштәр өсөн Интернет, мультимедиа экраны, телевизор, төрлө уйындар, компьютерҙар, бильярд һәм тренажер залдары булдырылды, ауылдың һәм “Исем” совхозының тарихынан торған музей ойошторолдо.
Нәҫел тамырҙарын, тарихты, йолаларҙы өйрәнеү һәм йәш быуынға өйрәтеү – беҙҙең мөҡәддәс бурыс. Кешенең ниәт-маҡсаттары борон-борондан йолаларға бәйләнгән. Улар бөгөн дә һаҡланып килә икән, был бик тә ҡыуаныслы. Рухи донъябыҙҙың ниндәй тәрән тамырҙарға барып тоташҡанын аңларға ярҙам итә ул күренеш.
Киләсәктә лә ижад ҡомарыбыҙ һүнмәҫ, ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған фәһемле, матур, йәнле байрамдарыбыҙ уҙғарылып торор.
Альбина ГРИГОРЬЕВА,
район мәҙәниәт йортоноң методик бүлеге мөдире.