ХикәйәӘнисә менән Дәриғәт буй еткереп килгән өс балаһы менән Ташкенттан көтмәгәндә ҡайтып төштө. Алыҫ йәшлектәрендә бар байлыҡтары бер-беренә оло мөхәббәт кенә булған ике йәш кешене ҡолас йәйеп ҡаршы алған үзбәк иле 90-сы йылдарҙа икенсе йөҙөн күрһәтте: белемдәре, тырышлыҡтары менән вертолет заводының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә әйләнгән был ике кешегә, башҡа ватандаштары кеүек үк, ҡала уртаһындағы өс бүлмәле фатирҙарын, гараж-баҡсаларын, хатта машиналарын да ҡалдырып, тиҙ арала ҡайтып китергә тәҡдим иттеләр. Нисә йылдар бергә балаларын үҫтерешеп йәшәгән дуҫтары ла өнһөҙ ҡалды. Ярай әле береһе оло улы Ғайсаны үҙендә пропискаға индереп ҡалдырырға, донъялар тынысланғас, килеп сығырға, хатта белем алырға ла мөмкин буласағын әйтә алды.
Шулай иттеләр ҙә. Ҡайтып килеү менән бында ла бөтәһе лә ал да гөл түгел шул. Аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек ҡоторған, тиҙ генә хеҙмәт төйәге табыу мөмкинме һуң... Әнисәнең ауылдағы ҡарт әсәһе һәм атаһы бер таяныс та ул. Уларға ҡайтып йығылыу ҙа ике яҡлы. Балалығы етемлектә үтеп, үҙ көсө менән егет булған Дәриғәт кейәүҙәрен бик яраталар ҙа улар. Тик улар йәшәгән Көйөргәҙе ерендәге данлыҡлы совхоз үҙәгенең хәҙер, хаттарҙа яҙыуҙарына ҡарағанда, тарҡалып, эш хаҡы түләй алмай, таратылып, меңәр гектар ерҙәрен ташландыҡҡа әйләндереп, тиҫтәләгән фермаларын ҡоротоп ятҡан сағы. Унда ҡайтыр өсөн дә эш кәрәк, уныһы булмағас, ашы ла юҡ тигәндәй. Әле ярай йәй, ҡунаҡ булып йөрөйҙәр, ата-әсәләренең малы, ҡош-ҡорто ла күп, аты ла бар, бәрәңгене лә ҡутарғансы сәскәндәр. Өйҙәге эш, бесән мәшәҡәте менән йәй ҙә үтеп бара. Ҡыҙҙары Альбинаны Өфөгә уҡырға еңел алдылар. Ҡасаҡтар өсөн ойошторолған вузға инеү программаһына эләгеп, йөҙөү буйынса Ташкентта ярыштарҙа яулаған грамоталары менән үҙе теләгән физкультура факультетына уҡырға инеп китте. Бөгөн олаталары һарыҡ бәрәне салып, иртүк йүгергеләп, ейәнсәренең шатлығын ҙурларға әҙерләнеп йөрөй. Миңлегәрәй ҡарт менән ҡарсығы Мәстүрә уҡыу ҡәҙерен белә лә ул, тик, нисек кенә тырышмаһындар, үҙҙәренең дүрт балаһының тик береһе – ошо оло ҡыҙҙары Әнисә генә — “ҙур уҡыуға” инде. Өфөнөң данлыҡлы башҡорт интернат-мәктәбен матур тамамлап, яратҡан һөнәре буйынса инженерҙар әҙерләүсе институтҡа инеп китте, шунда Дәриғәт кейәүҙәрен осратып, етәкләшеп ҡайтып килделәр. Бына бөгөн шуларҙың оло ҡыҙҙары уҡырға ингән бит! Ауылда ни — кеше араһында кемдеке – уныҡы, бер һарыҡ һуйып ҙурларҙар. Дәриғәт кейәүҙәре тап үзбәксә былау бешерер, ит ҡурыр, урам тулып ҡунаҡ булырҙар. Йәй һайын ҡунаҡҡа ҡайтҡанда ла шулай итәләр ине: йылы яҡтан ҡайтҡан емеш-еләге, сәйе, ҡауыны ғына ни тора! Әле балаларҙың ҡыйын саҡтары, һарыҡ ни тағы бәрәсләр әле, Алла бойорһа!
– Ҡарт, ҡана мин зыйтлатып ҡына мәгәзигә барып киләйем. Һин һарыҡ эсәген төшөргәнсе, кансирва-маҙар, тәм-том алып ҡайтып та етәрмен, — тине ҡарсығы.
– Ниндәй кансирвы, ҡатыһын ал, мыйыҡты майларға, хе-хе-хе, – тип көлдө Миңлегәрәй ҡарт, ҡарсығын йомшартырға теләп.
Сөнки уныһы шешә-мешәне енеләй күреп яратмай, ҡарттың “ҡара көнгә” тип алғандарын да ер тишегенә йыя. Уның йәшергән урынын эҙләп, баҡсаны тулайым ҡаҙып сыҡҡаны ла бар ҡарттың. Ярай, бөгөн алмаһа, Әнисәнең малайҙарынан анау муйыл төбөн ҡаҙҙырыр әле, бер көн ҡарсығы шул тирәлә борос утаған булып маташа ине, теге өсөнсө көн алған яртыны шунда тыҡҡандыр, күрәһең.
Әбей күҙҙән юғалыу менән, Миңлегәрәй ҡарт синнектең ишегенән башын тығып:
– Фәрғәт, Ғайса, падъем, тороғоҙ, эш бар, — тип һөрәнләне.
Йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа килеп сыҡҡан ейәндәренә ҡарап, ҡартлас һөйөнөп ҡуйҙы: Әнисәләренә оҡшап, төҫкә үтә матурҙар, кейәүҙәренә оҡшап, урта бармаҡ кеүек таҙалар, мыҡты кәүҙәлеләр, күркәмдәр. Йәшлек дәрте менән янып, гел йылмайып башҡортса һөйләшергә тырышалар, ҡайҙалыр ашҡынып торалар. Беләләрме-юҡмы, һәр эшкә тиҙ тотоналар, хатта Фәрғәте матур итеп бесән сабырға өйрәнде. Әсәһен аптыратып, оло ҡара яланды һыпыртып ҡуйҙы. Уныһы бигерәк көйәҙ шул. Батҡаҡлы урамға ла, клубҡа барыр булһа, ап-аҡ ойоҡ кейеп ала. Ана, кәртә башын тултырып, тағы шуларҙы йыуып элгән.
– Көн һайын ниңә нәски йыуаһың, ана, ҡаранан алып кей, бысрағаны күренмәҫ, — тигәйне бер көн олатаһы, Фәрғәт:
– Их, улатайка, беләһеңме, клубта бөтәһенең дә ҡара нәски, ә минең бер үҙемдеке – аҡ! Миндә – авторитет! Фортуна минең яҡта! — тине, көлөп.
– Фартуна, фартуна, исемеңде боҙоп ней, малай – шулай ҙа шулай тип ҡысҡыра бит!
– Ә миңә оҡшай, олатай, әйтһендәр!
– Юҡ, улым, Фәрхәт – ул үзбәк батырының исеме. Әсәйеңдең дуҫтары һиңә шул батырҙың исемен уның кеүек булһын тип ҡушҡандыр бит инде. Исемеңде ярат, улым, — тине ҡарт, — исемен үҙгәрткән кешенең яҙмышы ла үҙгәрә.
– Кит, юҡҡа юрап торма, — тине ҡарсығы, йөрәкһеп. – Ана, һине бер кем дә Миңлегәрәй тимәй, Сирек ти ҙә ҡуялар, ә һин һис тә үҙгәрмәйһең!
Ҡартына ауыл халҡы тарафынан тағылған был ҡушамат уның һәр эштән һуң:
– Ҡана, юҡмы шунда берәй сирек нәҫтәң? – тигән һорауына бәйләнгән. Йәшәй-йәшәй һикһәнгә етеп килһә лә, шул “сиректәген” ҡабып алырға ярата шул ҡарт. Бына әле лә урамда ҡоролған күркәм табында ҡарттың күҙенә һимеҙ ит тә, кейәүе бешергән былау ҙа, күстәнәс тәм-том да салынманы. Фәрғәт улы ҡарсыҡ күмгән ерҙән табып алып биргән “ялтыр” күңелен күтәрә. Бер-икене һалып алғас:
– Фәрғәтте армияға ебәрмәйем! Үҙем ваҡытында ете йыл йөрөп ҡайттым, етәр! Военкоматҡа алдан барам, ебәрмәйем тигәс, ебәрмәйем! Ана, Ғайса барһын, ул абзый бит! — тип хәбәр һалды.
– Әле уға иртә, нәмә ҡулыңдан килмәгәнде һөйләп ултыраһың! – тип һөйләнде Мәстүрә ҡарсыҡ.
– Әтей, ниңә, Фәрғәт сәйәхәт итергә ярата ул, ил күреп ҡайтыр, барһын, ул үҙе лә теләй, — тине кейәүе.
– Эйе, улатай, мин барам армияға!
– Бармайһың, ана чечендар һуғыш асып ята. Бөтөн мосолман егеттәрен шунда оҙаталар, ебәрмәйем ут эсенә! – тип ныҡышты ҡарт, Фәрғәтте ҡосаҡлап алып. Әйтерһең, уны хәҙер үк алып китеп баралар!
– Улатай, мин бит Фортуна! Миңә бер ни ҙә булмай, мине Фортуна һаҡлай, – тине Фәрғәт, көлөп.
Табын тағы күңелле төҫ алды. Әнисә малайына ҡарап әллә ниндәй тойғо кисерҙе: үлеп яратыуҙан бигерәк, ғорурлыҡ күтәрелде күкрәгендә:
– Атай, тыныслан, Фәрғәт тә уҡырға инәсәк, ул уҡып бөткәнсе донъя тынысланыр, Алла бойорһа.
– Шулай тиң, әтеү ана Ғайсаң Ташкентҡа китергә йөрөй, малайҙарҙы юғалтып ҡуймағыҙ! — тип ярһыны олатай булған кеше.
– Ғайса, быныһы ни тигән һүҙ? – Дәриғәт ялт итеп оло улына ҡараны, уның һуңғы ваҡытта нисектер уйсан йөрөүен иҫенә төшөрҙө.
– Атай, әсәй, үҙегеҙ ишетеп тораһығыҙ бит, Чечняла һуғыш бара. Башҡортостандан алынған һәр өсөнсө һалдат шунда эләгә. Әгәр мин Үзбәкстандан саҡырылһам, шунда хеҙмәт итәсәкмен бит! Училищены тамамланым, тимәк, мине көҙгә саҡырасаҡтар. Шуға миңә Ташкентҡа китергә кәрәк! Мөмкин тиклем иртәрәк китергә кәрәк! Ә Фәрғәт бында вузға инер.
– Дөрөҫ, улым, бесәнде генә ташып алайыҡ та, кит Ташкентҡа. Атаң-әсәң бына тигән йәшәнеләр, һин дә юғалмаҫһың!
Табындағылар бер-береһенә ҡарашып, ҡарттың һүҙенән уйға ҡалдылар. Берсә йәшлектәре үткән, ғүмерҙәренең иң матур осорон кисергән ерҙәр, ундағы дуҫтары менән бәйләнешкә инә алыу бәхете һөйөндөрҙө, икенсе яҡтан, йөрәк ярып сыҡҡан балаларын билдәһеҙлеккә оҙатыу бәғерҙе телде.
Альбинаның шатлыҡ кисен шулай берсә көлөп, берсә көйөп үткәрҙеләр.
(Дауамы бар).