Фортуна13.01.2016
Фортуна Хикәйә
Әнисә менән Дәриғәт буй еткереп килгән өс балаһы менән Ташкенттан көтмәгәндә ҡайтып төштө. Алыҫ йәшлектәрендә бар бай­лыҡтары бер-беренә оло мөхәб­бәт кенә булған ике йәш кешене ҡолас йәйеп ҡаршы алған үзбәк иле 90-сы йылдарҙа икенсе йөҙөн күрһәтте: бе­лемдәре, тырыш­лыҡтары ме­нән вертолет заво­дының иң яҡшы хеҙмәт­кәрҙәренә әй­ләнгән был ике кешегә, башҡа ватандаштары кеүек үк, ҡала уртаһындағы өс бүлмәле фа­тирҙарын, гараж-баҡ­са­ларын, хатта машиналарын да ҡал­дырып, тиҙ арала ҡайтып ки­тергә тәҡдим иттеләр. Нисә йылдар бергә балаларын үҫ­терешеп йәшәгән дуҫ­тары ла өнһөҙ ҡалды. Ярай әле береһе оло улы Ғайсаны үҙендә про­пискаға индереп ҡалдырырға, донъялар тыныс­ланғас, килеп сығырға, хатта белем алырға ла мөмкин буласағын әйтә алды.
Шулай иттеләр ҙә. Ҡайтып килеү менән бында ла бөтәһе лә ал да гөл түгел шул. Аҡса­һыҙлыҡ, эшһеҙлек ҡоторған, тиҙ генә хеҙмәт төйәге табыу мөмкинме һуң... Әнисәнең ауылдағы ҡарт әсәһе һәм атаһы бер таяныс та ул. Уларға ҡай­тып йығылыу ҙа ике яҡлы. Ба­лалығы етемлектә үтеп, үҙ көсө менән егет булған Дәриғәт кейәүҙәрен бик яраталар ҙа улар. Тик улар йәшәгән Көйөр­гәҙе ерендәге данлыҡлы совхоз үҙәгенең хәҙер, хаттарҙа яҙыу­ҙарына ҡарағанда, тарҡалып, эш хаҡы түләй алмай, таратылып, меңәр гектар ерҙәрен ташлан­дыҡҡа әйләндереп, тиҫтәләгән фермаларын ҡоро­топ ятҡан сағы. Унда ҡайтыр өсөн дә эш кәрәк, уныһы бул­мағас, ашы ла юҡ тигәндәй. Әле ярай йәй, ҡунаҡ булып йөрөйҙәр, ата-әсәләренең ма­лы, ҡош-ҡорто ла күп, аты ла бар, бәрәңгене лә ҡутарғансы сәскәндәр. Өйҙәге эш, бесән мәшәҡәте менән йәй ҙә үтеп бара. Ҡыҙҙары Альбинаны Өфөгә уҡырға еңел алдылар. Ҡасаҡтар өсөн ойошторолған вузға инеү программаһына эләгеп, йөҙөү буйынса Ташкентта ярыштарҙа яулаған грамоталары менән үҙе теләгән физкультура факультетына уҡырға инеп китте. Бөгөн олаталары һарыҡ бәрәне салып, иртүк йүгергеләп, ейәнсәренең шат­лығын ҙурларға әҙер­ләнеп йөрөй. Миңлегәрәй ҡарт менән ҡарсығы Мәс­түрә уҡыу ҡәҙерен белә лә ул, тик, нисек кенә ты­рыш­маһындар, үҙҙә­ренең дүрт балаһының тик береһе – ошо оло ҡыҙҙары Әнисә генә — “ҙур уҡыуға” инде. Өфөнөң данлыҡлы баш­ҡорт интернат-мәктә­бен матур тамамлап, яратҡан һө­нәре буйынса ин­женерҙар әҙерләүсе институтҡа инеп китте, шунда Дәриғәт ке­йәү­ҙәрен осратып, етәк­ләшеп ҡайтып килделәр. Бына бөгөн шуларҙың оло ҡыҙҙары уҡырға ингән бит! Ауылда ни — кеше ара­һында кемдеке – уныҡы, бер һарыҡ һуйып ҙурлар­ҙар. Дәриғәт кейәүҙәре тап үзбәксә былау бешерер, ит ҡурыр, урам тулып ҡунаҡ булырҙар. Йәй һайын ҡунаҡҡа ҡайтҡанда ла шулай итәләр ине: йылы яҡтан ҡайтҡан емеш-еләге, сәйе, ҡауыны ғына ни тора! Әле балаларҙың ҡыйын саҡтары, һарыҡ ни тағы бәрәсләр әле, Алла бойорһа!
– Ҡарт, ҡана мин зыйтлатып ҡына мәгәзигә барып киләйем. Һин һарыҡ эсәген төшөргәнсе, кансирва-маҙар, тәм-том алып ҡайтып та етәрмен, — тине ҡарсығы.
– Ниндәй кансирвы, ҡатыһын ал, мыйыҡты майларға, хе-хе-хе, – тип көлдө Миңлегәрәй ҡарт, ҡарсығын йомшартырға теләп.
Сөнки уныһы шешә-мешәне енеләй күреп яратмай, ҡарттың “ҡара көнгә” тип алғандарын да ер тишегенә йыя. Уның йә­шергән урынын эҙләп, баҡсаны тулайым ҡаҙып сыҡҡаны ла бар ҡарттың. Ярай, бөгөн алмаһа, Әнисәнең малайҙарынан анау муйыл төбөн ҡаҙҙырыр әле, бер көн ҡарсығы шул тирәлә борос утаған булып маташа ине, теге өсөнсө көн алған яртыны шунда тыҡҡандыр, күрәһең.
Әбей күҙҙән юғалыу менән, Миңлегәрәй ҡарт синнектең ишегенән башын тығып:
– Фәрғәт, Ғайса, падъем, то­роғоҙ, эш бар, — тип һөрәнләне.
Йоҡоло күҙҙәрен ыуа-ыуа килеп сыҡҡан ейәндәренә ҡарап, ҡартлас һөйөнөп ҡуйҙы: Әни­сәләренә оҡшап, төҫкә үтә ма­турҙар, кейәүҙәренә оҡшап, урта бармаҡ кеүек таҙалар, мыҡты кәүҙәлеләр, күркәмдәр. Йәшлек дәрте менән янып, гел йылмайып башҡортса һөйлә­шергә тырышалар, ҡайҙалыр ашҡынып торалар. Беләләрме-юҡмы, һәр эшкә тиҙ тотоналар, хатта Фәрғәте матур итеп бесән сабырға өйрәнде. Әсәһен аптыратып, оло ҡара яланды һы­пыртып ҡуйҙы. Уныһы бигерәк көйәҙ шул. Батҡаҡлы урамға ла, клубҡа барыр булһа, ап-аҡ ойоҡ кейеп ала. Ана, кәртә башын тултырып, тағы шуларҙы йыуып элгән.
– Көн һайын ниңә нәски йы­уаһың, ана, ҡаранан алып кей, бысрағаны күренмәҫ, — тигәйне бер көн олатаһы, Фәрғәт:
– Их, улатайка, беләһеңме, клубта бөтәһенең дә ҡара нәски, ә минең бер үҙемдеке – аҡ! Миндә – авторитет! Фортуна минең яҡта! — тине, көлөп.
– Фартуна, фартуна, исе­меңде боҙоп ней, малай – шулай ҙа шулай тип ҡысҡыра бит!
– Ә миңә оҡшай, олатай, әйтһендәр!
– Юҡ, улым, Фәрхәт – ул үз­бәк батырының исеме. Әсә­йеңдең дуҫтары һиңә шул батырҙың исемен уның кеүек булһын тип ҡушҡандыр бит инде. Исемеңде ярат, улым, — тине ҡарт, — исемен үҙгәрткән кешенең яҙмышы ла үҙгәрә.
– Кит, юҡҡа юрап торма, — тине ҡарсығы, йөрәкһеп. – Ана, һине бер кем дә Миңлегәрәй тимәй, Сирек ти ҙә ҡуялар, ә һин һис тә үҙгәрмәйһең!
Ҡартына ауыл халҡы тарафынан тағылған был ҡушамат уның һәр эштән һуң:
– Ҡана, юҡмы шунда берәй сирек нәҫтәң? – тигән һорауына бәйләнгән. Йәшәй-йәшәй һик­һәнгә етеп килһә лә, шул “си­ректәген” ҡабып алырға ярата шул ҡарт. Бына әле лә урамда ҡоролған күркәм табында ҡарттың күҙенә һимеҙ ит тә, кейәүе бешергән былау ҙа, күстәнәс тәм-том да салынманы. Фәрғәт улы ҡарсыҡ күмгән ерҙән табып алып биргән “ялтыр” күңелен күтәрә. Бер-икене һалып алғас:
– Фәрғәтте армияға ебәр­мәйем! Үҙем ваҡытында ете йыл йөрөп ҡайттым, етәр! Военкоматҡа алдан барам, ебәрмәйем тигәс, ебәрмәйем! Ана, Ғайса барһын, ул абзый бит! — тип хәбәр һалды.
– Әле уға иртә, нәмә ҡу­лыңдан килмәгәнде һөйләп ултыраһың! – тип һөйләнде Мәстүрә ҡарсыҡ.
– Әтей, ниңә, Фәрғәт сәйәхәт итергә ярата ул, ил күреп ҡай­тыр, барһын, ул үҙе лә теләй, — тине кейәүе.
– Эйе, улатай, мин барам армияға!
– Бармайһың, ана чечендар һуғыш асып ята. Бөтөн мосолман егеттәрен шунда оҙаталар, ебәрмәйем ут эсенә! – тип ны­ҡышты ҡарт, Фәрғәтте ҡосаҡлап алып. Әйтерһең, уны хәҙер үк алып китеп баралар!
– Улатай, мин бит Фортуна! Миңә бер ни ҙә булмай, мине Фортуна һаҡлай, – тине Фәрғәт, көлөп.
Табын тағы күңелле төҫ алды. Әнисә малайына ҡарап әллә ниндәй тойғо кисерҙе: үлеп яратыуҙан бигерәк, ғорур­лыҡ күтәрелде күкрәгендә:
– Атай, тыныслан, Фәрғәт тә уҡырға инәсәк, ул уҡып бөткәнсе донъя тынысланыр, Алла бойорһа.
– Шулай тиң, әтеү ана Ғай­саң Ташкентҡа китергә йөрөй, малайҙарҙы юғалтып ҡуймағыҙ! — тип ярһыны олатай булған кеше.
– Ғайса, быныһы ни тигән һүҙ? – Дәриғәт ялт итеп оло улына ҡараны, уның һуңғы ваҡытта нисектер уйсан йөрөүен иҫенә төшөрҙө.
– Атай, әсәй, үҙегеҙ ишетеп тораһығыҙ бит, Чечняла һуғыш бара. Башҡортостандан алын­ған һәр өсөнсө һалдат шунда эләгә. Әгәр мин Үзбәкстандан саҡы­рылһам, шунда хеҙмәт итәсәкмен бит! Училищены тамамланым, тимәк, мине көҙгә саҡырасаҡтар. Шуға миңә Таш­кентҡа китергә кәрәк! Мөмкин тиклем иртәрәк китергә кәрәк! Ә Фәрғәт бында вузға инер.
– Дөрөҫ, улым, бесәнде генә ташып алайыҡ та, кит Таш­кентҡа. Атаң-әсәң бына тигән йәшәнеләр, һин дә юғал­маҫһың!
Табындағылар бер-береһенә ҡара­шып, ҡарттың һүҙенән уйға ҡалдылар. Берсә йәшлектәре үткән, ғүмерҙәренең иң матур осорон кисергән ерҙәр, ундағы дуҫтары менән бәйләнешкә инә алыу бәхете һөйөндөрҙө, икенсе яҡтан, йөрәк ярып сыҡҡан балаларын билдәһеҙлеккә оҙатыу бәғерҙе телде.
Альбинаның шатлыҡ кисен шулай берсә көлөп, берсә көйөп үткәрҙеләр.





(Дауамы бар).


Вернуться назад