Яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Шакированың юбилей концерттары республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында шаулап-гөрләп үтте. Әйткәндәй, “Ғүмер байрамы” тип аталған ҙур тамаша быға тиклем Рәсәйҙең күп кенә тарафтарында ҙур уңыш менән барҙы. Был кисәгә Зөлфиә сәнғәт училищеһындағы элекке һабаҡташтарын да саҡырғайны. Курсташтарының барыһы ла – танылған сәнғәт оҫталары. Өс сәғәттән ашыу барған концерттарҙан һуң тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы. Һәр ижад кешеһенең илһам алыр, һағынып ҡайтыр тыуған яғы бар. Зөлфиәнең һәм уның тормош юлдашы, һөйөклө ире Жәүиттең дә тыуған яғы – Башҡортостандың Саҡмағош районы. Зөлфиә – Юғары Аташ, ә Жәүит Әхмәт ауылынан. Гөлмәрйәм һәм Мәскүр Арыҫлановтарҙың ғаиләһендә бишенсе, төпсөк бала булып донъяға килә буласаҡ йырсы. Кесе йәшенән үк мәктәп, район кимәлендәге төрлө сараларҙа ҡатнашҡан Зөлфиә менән Жәүит шул ваҡыттарҙа уҡ бер-береһенә иғтибар итә. Тора-бара дуҫлашып китәләр. Бына утыҙ йыл инде улар бер-береһен яратып, башҡаларға өлгө булып йәшәй, ижад итә.
Мәктәпте тамамлағас, Жәүит – Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт училищеһына, ә Зөлфиә йырсылыҡҡа уҡыу өсөн Өфөгә юллана. Аралар уҡыған йылдарҙа ла һыуынмай, киреһенсә, һөйгән йәрҙәр бер-береһенә тартыла. Жәүит уҡыуын бөтөрөп, Ҡазанға Ғ. Камал исемендәге театрға актер булып эшкә алына. Зөлфиә иһә, училищены тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға инә. Бер йыл уҡығандан һуң йәштәр өйләнешергә була, төрлө ерҙә йәшәп булмай бит.
Зөлфиә лә ире менән Ҡазанға китә, унда консерваторияла уҡыуын дауам итә. Мәшһүр педагог, профессор Зөләйха Хисмәтуллина класында шөғөлләнә башлай. Күп уҡырға тура килмәй унда. Уҡытыусыһы: “Зөлфиә! Әгәр операла йырларға теләгең булһа, артабан уҡы. Ә эстрада өсөн инде һинең тауышың әҙер, юҡһа, тәбиғи моңоңдо юғалтыуың бар”, — ти. Уҡытыусыһының кәңәшен тотоп, Зөлфиә Татар дәүләт филармонияһына эшкә бара. Зифа буйлы, моңло тауышлы ҡыҙҙы һис һүҙһеҙ эстрадаға эшкә алалар. Жәүит — театрҙа, Зөлфиә филармонияла эшләй. Йәшәргә урын юҡ, хатта күпмелер ваҡыт өс ғаилә бер бүлмәлә йәшәп ала. Сит республикала туғандары ла, ярҙам итерлек кешеләре лә юҡ. Йәшәгән ятаҡтары ҡасандыр мәшһүр композитор Сәлих Сәйҙәшев көн иткән йорт булып сыға. Йорт-музей итер өсөн торлаҡты бушатырға ҡушалар. Юҡ, урамға ҡыумайҙар йәштәрҙе, ике бүлмәле фатир бирәләр. Шатлығының иге-сиге булмай йәш ғаиләнең. Ҡазан һынлы Ҡазандың үҙәгендә фатирлы бул әле!
Актер булараҡ театрҙа эшләүҙең перспективаһын күрмәй Жәүит. Ҡатыны эшләгән ергә концерттарҙы алып барыусы булып урынлаша. Зөлфиә йырлай, Жәүит нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ таныла. Йәштәргә үҙҙәренә айырым концерт бригадаһы төҙөргә тәҡдим итәләр. Коллектив туплана, танылған баянсы Кирам Сатиев килә. Шунда инде Зөлфиә Шакированың лидерлыҡ һәләте, концерт тоторлоҡ йырсы булыуы асыҡлана. Туҡтауһыҙ гастролдәргә йөрөйҙәр. Илһам һәм Искәндәр исемле улдары тыуа. Балаларҙы ҡарашыр кеше юҡ, аптырағас, Саҡмағошҡа ҡайтарып торалар. Шулай итеп, балалары ике республиканы ла үҙ итеп буй еткерә.
Тик йәштәрҙән торған коллективты тамашасы бик яратып ҡабул итә. “Бер ваҡытта ла гастролдәргә сыҡмай ҡалманым, ауырыған саҡта ла “больничный” алманым. Һәр ваҡыт филармонияла концерт планын үтәү буйынса беренсе урында бара инек. Район үҙәктәрендә бишәр көн рәттән концерттар биргәнебеҙ булды”, – тип хәтерләй Зөлфиә. Биш йыл эшләй улар филармонияла. Туҡһанынсы йылдарҙа эстрада бүлеген ябалар, шулай ҙа Шакировтарҙың төркөмөн ҡалдыралар.
Ижад кешеһе ирекле булырға тейеш, тип Жәүит менән Зөлфиә лә, филармониянан китеп, үҙаллы эшләргә ҡарар ҡыла. Был ҡыйыу аҙымға барыу еңел булмай, әлбиттә. “Башта бәләкәй автобус, аппаратура һатып алдыҡ, сәхнә костюмдары тектерҙек. Төрлө сараларҙа, һабантуйҙарҙа, банкеттарҙа сығыш яһай башланыҡ, – тип хәтерләй Жәүит Шакиров. – Рекламаға күп көс сарыф иттек. Телевидение, радионан сығыштар яһаныҡ. Йыл һайын яңы программа эшләйбеҙ. Бөтә Рәсәй буйлап тулы залдарҙа сығыш яһайбыҙ икән, был — туҡтауһыҙ эш һөҙөмтәһе. Татарстанда артистар бик күп, әммә, Аллаға шөкөр, беҙҙең кеүек халыҡ йыя алған коллектив биш-алты ғына”.
Жәүит Шакиров – танылған нәфис һүҙ оҫтаһы. Сәхнәнән һөйләгән барлыҡ әҫәрҙәрен дә үҙе яҙа. Ул шулай уҡ шағир ҙа, моңло тауышлы йырсы ла. Зөлфиә Арыҫланова-Шакирова Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ ҙур концерттарҙа йырлай ине. Уның ижадын күптән инде күҙәтеп барам. Репертуары бик бай. Йырсының тәбиғи һәләтен үҫтерергә танылған педагог, профессорҙар Фәрзәнә Сәғитова менән Зөләйха Хисмәтуллина ярҙам иткән.
Халыҡсан тауышлы Зөлфиә Шакированың йырҙары тамашасының күңеленә хуш килә. Татар һәм башҡорт композиторҙарының эстрада йырҙары менән бер рәттән халыҡ йырҙарын да оҫта башҡара ул. Башҡорт халыҡ йырҙары ла бар репертуарында. “Шаһибәрәк”, “Каруанһарай”, “Һыу өҫтө”, “Элмәлек” йырҙарын да юғары кимәлдә йырлай.
Зөлфиә Шакирова композитор булараҡ та билдәле. Күп йырҙарының тексын Жәүит Шакиров яҙған. Был йырҙарҙы улар үҙҙәре генә башҡармай, танылған йырсылар Рөстәм Асаев, Зөһрә Шәрифуллина, Бәширә Насирова, Нәзифә Ҡадироваларҙың да репертуарына ингән. Үҙе яҙған көйҙәрҙе туплап, Зөлфиә “Һин – япраҡ, ә мин – сәскә” тигән йыйынтыҡ та баҫтырып сығарған.
“Зөлфиә Шакированың көйҙәре йырҙарҙың һүҙҙәренә тап килә. Шиғри юлдарҙы күңеле аша уҙғарып, йөрәккә үткәндәрен генә һайлап алып яҙа ул. Шуға күрә йырҙары тыңлаусының мөхәббәтен яулап ала, уйландыра, ҡабат-ҡабат күңелендә яңырта”, – ти йыйынтыҡтың баш һүҙендә композитор, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф Ғатауллин. Күп кенә йырҙарҙы тормош иптәше менән парлап башҡарыуы үҙе бер бәләкәй генә спектакль. Һәр хәрәкәт, ҡараштар уйланылған. Йыр, бейеүҙәр, сатира-юмор бергә үрелеп бара. Сәхнә биҙәлеше, артистарҙың костюмдары ла бик матур, сағыу. Буй еткергән ике улға әсәй, шулай уҡ өләсәй булһа ла, йылдар төҫ-ҡиәфәтен дә, ихлас холҡон да үҙгәртмәгән Зөлфиәнең.
Зөлфиә Шакирова әсә булараҡ та бик бәхетле. Өлкән улдары Илһам инде үҙе атай. Ҡазан (Волга буйы) федераль университетында уҡыта, йырларға ярата, бәләкәйҙән ҡурай моңона ғашиҡ. “Хатта кеҫә телефонына ҡурай моңон яҙҙырып ҡуйған”, – ти әсәһе. Кесе улы Искәндәр – Ҡазан дәүләт төҙөлөш университетының беренсе курс студенты. Улдары ата-әсәләренең ижадын күҙәтеп бара, яҡын итә.
Шакировтарҙың бөтә тормошо халыҡтың күҙ алдында бара. Унда төрлө ғәйбәткә, имеш-мимешкә урын юҡ. Шуны ла әйтеп үтәйем: Зөлфиә бер нисә йыл элек ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка бүлеген тамамланы. Ул һәр ваҡыт үҫеш юлында.
Тағы ла Өфөләге юбилей концертына әйләнеп ҡайтайыҡ. Зөлфиә Шакироваға тамашасылар ҙа, бергә уҡыған йәшлек дуҫтары ла бик матур һүҙҙәр әйтте. Курсташтарҙың ҡайһы бер фекерҙәрен яҙып үтәм. Уларҙы мин үҙем өсөн дәфтәремә теркәгәйнем.
Вахит ХЫЗЫРОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы: — Зөлфиәне тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскәләргә, алҡыштарға күмеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Уны халыҡ ярата. Йырсыға бәхет теләйем.
Флорида ИСМӘҒИЛЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: — Зөлфиәгә ҡарап хайран ҡалам! Йырлай, шиғыр һәм көй ҙә яҙа. Ул үҙенә модельер, визажист, парикмахер ҙа. Ҡул эшенә, аш-һыуға оҫта. Алдағы көндәре яҡты, матур, пар ҡанатлы, мөхәббәтле, йырлы-моңло булһын!
Харис ШӘРИПОВ,
йырсы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.