Балҡыштарҙан тора ғүмере13.01.2016
Балҡыштарҙан тора ғүмере Яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Зөлфиә Шакированың юбилей концерттары республикабыҙҙың барлыҡ ҡала һәм райондарында шаулап-гөрләп үтте. Әйткәндәй, “Ғүмер байрамы” тип аталған ҙур тамаша быға тиклем Рәсәйҙең күп кенә тарафтарында ҙур уңыш менән барҙы. Был кисәгә Зөлфиә сәнғәт училищеһындағы элекке һабаҡташтарын да саҡырғайны. Курсташтарының барыһы ла – танылған сәнғәт оҫталары. Өс сәғәттән ашыу барған концерттарҙан һуң тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы.

Һәр ижад кешеһенең илһам алыр, һағынып ҡайтыр тыуған яғы бар. Зөлфиәнең һәм уның тормош юлдашы, һөйөклө ире Жәүиттең дә тыуған яғы – Башҡортостандың Саҡмағош районы. Зөлфиә – Юғары Аташ, ә Жәүит Әхмәт ауылынан. Гөлмәрйәм һәм Мәскүр Арыҫлановтарҙың ғаи­ләһендә бишенсе, төпсөк бала булып донъяға килә буласаҡ йырсы. Кесе йәшенән үк мәктәп, район кимәлендәге төрлө сараларҙа ҡатнашҡан Зөлфиә менән Жәүит шул ваҡыттарҙа уҡ бер-береһенә иғтибар итә. Тора-бара дуҫлашып китәләр. Бына утыҙ йыл инде улар бер-береһен яратып, башҡаларға өлгө булып йәшәй, ижад итә.
Мәктәпте тамамлағас, Жәүит – Стәр­летамаҡ мәҙәни-мәғрифәт учили­ще­һына, ә Зөлфиә йырсылыҡҡа уҡыу өсөн Өфөгә юллана. Аралар уҡыған йылдарҙа ла һыуынмай, киреһенсә, һөй­гән йәрҙәр бер-береһенә тартыла. Жәүит уҡыуын бөтөрөп, Ҡазанға Ғ. Ка­мал исемендәге театрға актер булып эшкә алына. Зөлфиә иһә, учили­щены тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға инә. Бер йыл уҡығандан һуң йәштәр өйләнешергә була, төрлө ерҙә йәшәп булмай бит.
Зөлфиә лә ире менән Ҡазанға китә, унда консерваторияла уҡыуын дауам итә. Мәшһүр педагог, профессор Зө­ләйха Хисмәтуллина класында шөғөл­ләнә башлай. Күп уҡырға тура килмәй унда. Уҡытыусыһы: “Зөлфиә! Әгәр операла йырларға теләгең булһа, артабан уҡы. Ә эстрада өсөн инде һинең тауышың әҙер, юҡһа, тәбиғи моңоңдо юғалтыуың бар”, — ти. Уҡытыусы­һының кәңәшен тотоп, Зөлфиә Татар дәүләт филармо­нияһына эшкә бара. Зифа буйлы, моңло тауышлы ҡыҙҙы һис һүҙһеҙ эстрадаға эшкә алалар. Жәүит — театрҙа, Зөлфиә филармонияла эшләй. Йәшәргә урын юҡ, хатта күпмелер ваҡыт өс ғаилә бер бүлмәлә йәшәп ала. Сит республикала туған­дары ла, ярҙам итерлек кешеләре лә юҡ. Йәшәгән ятаҡтары ҡасандыр мәшһүр композитор Сәлих Сәйҙәшев көн иткән йорт булып сыға. Йорт-музей итер өсөн торлаҡты буша­тырға ҡушалар. Юҡ, урамға ҡыумайҙар йәштәрҙе, ике бүлмәле фатир бирәләр. Шатлығының иге-сиге булмай йәш ғаи­ләнең. Ҡазан һынлы Ҡазандың үҙәгендә фатирлы бул әле!
Актер булараҡ театрҙа эшләүҙең перспективаһын күрмәй Жәүит. Ҡа­тыны эшләгән ергә концерттарҙы алып барыусы булып урынлаша. Зөлфиә йырлай, Жәүит нәфис һүҙ оҫтаһы булараҡ таныла. Йәштәргә үҙҙәренә айырым концерт бригадаһы төҙөргә тәҡдим итәләр. Коллектив туплана, танылған баянсы Кирам Сатиев килә. Шунда инде Зөлфиә Шакиро­ваның лидерлыҡ һәләте, концерт тоторлоҡ йырсы булыуы асыҡлана. Туҡтауһыҙ гастролдәргә йөрөйҙәр. Илһам һәм Искәндәр исемле улдары тыуа. Ба­лаларҙы ҡарашыр кеше юҡ, аптырағас, Саҡмағошҡа ҡайтарып торалар. Шулай итеп, балалары ике республиканы ла үҙ итеп буй еткерә.
Тик йәштәрҙән торған коллективты тамашасы бик яратып ҡабул итә. “Бер ваҡытта ла гастролдәргә сыҡмай ҡал­маным, ауырыған саҡта ла “больничный” алманым. Һәр ваҡыт филармонияла концерт планын үтәү буйынса беренсе урында бара инек. Район үҙәктәрендә бишәр көн рәттән концерттар биргәнебеҙ булды”, – тип хә­терләй Зөлфиә. Биш йыл эшләй улар филармонияла. Туҡ­һанынсы йылдарҙа эстрада бүлеген ябалар, шулай ҙа Шакировтарҙың төркөмөн ҡалдыра­лар.
Ижад кешеһе ирекле булырға тейеш, тип Жәүит менән Зөлфиә лә, филармониянан китеп, үҙаллы эш­ләр­гә ҡарар ҡыла. Был ҡыйыу аҙымға барыу еңел булмай, әлбиттә. “Башта бәләкәй автобус, аппаратура һатып алдыҡ, сәхнә костюмдары тектерҙек. Төрлө сараларҙа, һабантуйҙарҙа, банкеттарҙа сығыш яһай башланыҡ, – тип хәтерләй Жәүит Шакиров. – Рек­ламаға күп көс сарыф иттек. Телевидение, радионан сығыштар яһаныҡ. Йыл һайын яңы программа эшләйбеҙ. Бөтә Рәсәй буйлап тулы залдарҙа сығыш яһайбыҙ икән, был — туҡтауһыҙ эш һөҙөмтәһе. Татарстанда артистар бик күп, әммә, Аллаға шөкөр, беҙҙең кеүек халыҡ йыя алған коллектив биш-алты ғына”.
Жәүит Шакиров – танылған нәфис һүҙ оҫтаһы. Сәхнәнән һөйләгән барлыҡ әҫәрҙәрен дә үҙе яҙа. Ул шулай уҡ шағир ҙа, моңло тауышлы йырсы ла. Зөлфиә Арыҫланова-Шакирова Өфө сәнғәт училищеһында уҡығанда уҡ ҙур концерттарҙа йырлай ине. Уның ижадын күптән инде күҙәтеп барам. Репертуары бик бай. Йырсының тәбиғи һәләтен үҫтерергә танылған педагог, профес­сорҙар Фәрзәнә Сәғитова менән Зөләйха Хисмәтуллина ярҙам иткән.
Халыҡсан тауышлы Зөлфиә Ша­киро­ваның йырҙары тамашасының күңеленә хуш килә. Татар һәм башҡорт компо­зиторҙарының эстрада йырҙары менән бер рәттән халыҡ йырҙарын да оҫта башҡара ул. Башҡорт халыҡ йырҙары ла бар репертуарында. “Шаһибәрәк”, “Каруанһарай”, “Һыу өҫтө”, “Элмәлек” йырҙарын да юғары кимәлдә йырлай.
Зөлфиә Шакирова композитор була­раҡ та билдәле. Күп йырҙарының тексын Жәүит Шакиров яҙған. Был йырҙарҙы улар үҙҙәре генә башҡар­май, танылған йырсылар Рөстәм Асаев, Зөһрә Шәри­фуллина, Бәширә Насирова, Нәзифә Ҡадироваларҙың да репертуарына ингән. Үҙе яҙған көй­ҙәрҙе туплап, Зөлфиә “Һин – япраҡ, ә мин – сәскә” тигән йыйынтыҡ та баҫтырып сығарған.
“Зөлфиә Шакированың көйҙәре йыр­ҙарҙың һүҙҙәренә тап килә. Шиғри юлдарҙы күңеле аша уҙғарып, йөрәккә үткәндәрен генә һайлап алып яҙа ул. Шуға күрә йырҙары тыңлаусының мө­хәббәтен яулап ала, уйландыра, ҡабат-ҡабат күңелендә яңырта”, – ти йыйын­тыҡтың баш һүҙендә композитор, Та­тарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Риф Ғатауллин. Күп кенә йырҙарҙы тормош иптәше менән парлап башҡарыуы үҙе бер бәләкәй генә спектакль. Һәр хәрәкәт, ҡараштар уйланылған. Йыр, бейеүҙәр, сатира-юмор бергә үрелеп бара. Сәхнә би­ҙәлеше, артистарҙың костюмдары ла бик матур, сағыу. Буй еткергән ике улға әсәй, шулай уҡ өләсәй булһа ла, йылдар төҫ-ҡиәфәтен дә, ихлас холҡон да үҙгәртмәгән Зөлфиәнең.
Зөлфиә Шакирова әсә булараҡ та бик бәхетле. Өлкән улдары Илһам инде үҙе атай. Ҡазан (Волга буйы) федераль университетында уҡыта, йырларға ярата, бәләкәйҙән ҡурай моңона ғашиҡ. “Хатта кеҫә телефонына ҡурай моңон яҙҙырып ҡуйған”, – ти әсәһе. Кесе улы Искәндәр – Ҡазан дәүләт төҙөлөш универси­тетының беренсе курс студенты. Улдары ата-әсәләренең ижадын күҙәтеп бара, яҡын итә.
Шакировтарҙың бөтә тормошо халыҡтың күҙ алдында бара. Унда төрлө ғәйбәткә, имеш-мимешкә урын юҡ. Шуны ла әйтеп үтәйем: Зөлфиә бер нисә йыл элек ситтән тороп Баш­ҡорт дәүләт педагогия университе­тының музыка бүлеген тамамланы. Ул һәр ваҡыт үҫеш юлында.
Тағы ла Өфөләге юбилей концертына әйләнеп ҡайтайыҡ. Зөлфиә Шакироваға тамашасылар ҙа, бергә уҡыған йәшлек дуҫтары ла бик матур һүҙҙәр әйтте. Курсташтарҙың ҡайһы бер фекерҙәрен яҙып үтәм. Уларҙы мин үҙем өсөн дәфтәремә тер­кәгәйнем.

Вахит ХЫЗЫРОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы:
— Зөлфиәне тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскәләргә, алҡыштарға күмеүе бер ҙә осраҡлы түгел. Уны халыҡ ярата. Йырсыға бәхет теләйем.

Флорида ИСМӘҒИЛЕВА, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
— Зөлфиәгә ҡарап хайран ҡалам! Йырлай, шиғыр һәм көй ҙә яҙа. Ул үҙенә модельер, визажист, парикмахер ҙа. Ҡул эшенә, аш-һыуға оҫта. Алдағы көндәре яҡты, матур, пар ҡанатлы, мөхәббәтле, йырлы-моңло булһын!

Харис ШӘРИПОВ,
йырсы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.


Вернуться назад