Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Талҡаҫ буйында – Ижад йорто
Ошо көндәрҙә баймаҡтар, йәнә үҙҙәренең тәүәккәллек тигән сифатына тоғро ҡалып, Талҡаҫ күле, Ирәндек тауҙары буйында яҙыусылар өсөн Ижад йорто асты. Әҙәбиәт йылындағы иң матур һәм әһәмиәтле сарала район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, “Талҡаҫ” шифаханаһы директоры Мортаза Абдуллин, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов һәм бер төркөм яҙыусы ҡатнашты.
Әҙиптәр өсөн ижад йорттары элек-электән булған. Ҡәләм оҫталарының аҫтына Ялта, Пицунда, Малеевка, Переделкино тип яҙылған шиғыр һәм хикәйәләре ҡулыбыҙға йыш килеп эләгә торғайны. Совет иле тарҡалғас, Рәсәйҙә бындай урындар кәмене, ҡайҙа барлығын да әйтеүе ауыр. Шуға ла яҡташтарым ҡыйыу аҙымға барған: бындағы матурлыҡ һәм хозурлыҡ әллә күпме ижадсыны илһамландырыр, рухи ҡеүәт өҫтәр, яңы әҫәрҙәр тыуҙырыр, тигән изге ниәт менән тотҡандар ҙа бынамын тигән коттедждың ике бүлмәһен тулыһынса ижадсылар өсөн бүлгән дә ҡуйғандар.
Илшат Хәмит улы килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, тап Әҙәбиәт йылында Ижад йорто асылыуын йылдың иң ҙур ваҡи­ғаларының береһе тип билдәләне һәм күңелгә ятҡан, йөрәктәрҙе тетрәндергән, илһамландырған әҫәрҙәр тыуыуын те­ләне. Юлдың ауыр һәм оҙайлы булыуына ҡарамаҫтан, ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан Наил Ғәйетбаев үҙенең уй-кисерештәрен рәхмәт һүҙҙәрендә еткерҙе:
– Бөгөн минең өсөн – иң ҡыуаныслы һәм шатлыҡлы көн. Ниһайәт, Баш­ҡортостан яҙыусыларының үҙ ижад йорто асылды! Уның тап Баймаҡ ерендә урынлашыуы юҡҡа түгел. Бындағы ожмахтай урын үҙе үк ҡулыңа ҡәләм алдыра, ижад иттерә. Утыҙға яҡын пьесам ныҡ ошо изге төбәктә яҙылды, артабан сәхнәгә ҡуйылды. “Талҡаҫ” шифа­ха­наһының директоры Мортаза Абдул­линдың ярҙамы ла баһалап бөткөһөҙ ҙур. Әгәр ул ризалыҡ бирмәһә, яҙыу­сы­лар өсөн исемле йыл төп мәғәнәһенә тап килмәҫ ине. Дөрөҫ, быйыл әллә күпме осрашыуҙар үтте, яңы таланттар асылды, китаптар сыҡты, әммә былар ғына яҙыусының дәртен үҫтереү һәм уның баһаһын арттырыу өсөн аҙ. Бөгөн күптәр был ваҡиғаның ни тиклем әһәмиәтле булыуын аңлап та бөтмәйҙер, – тине Наил Әсҡәт улы.
Ижад йортоноң тәүге ял итеүселәре – Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән билдәле шағир Зөфәр Вәлит. Әйткәндәй, йыл әйләнә­һе­нә эшләйәсәк Ижад йортонда яҙыу­сылар теләк буйынса килә, хатта ғаиләләре менән ял итергә шарттар бар. Шулай уҡ әҙиптәр “Талҡаҫ” шифаха­наһында һаулыҡтарын нығыта аласаҡ.
Артабан яҙыусылар менән осрашыу Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә дауам итте. Унда районда йыл башында иғлан ителгән “Ҡөҙрәтле һүҙ” әҙәби марафонына йомғаҡ яһалды. Гран-приға Ишбирҙе ауыл Советы лайыҡ булды. Марафондың символик билдәһе — йыл дауамында төрлө ҡөҙрәтле һүҙҙәр сигелә барған һөлгө — Баймаҡ тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылды. Шулай уҡ фестивалде ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандар, иң күп китап уҡыған ғаиләләр, кластар, мәктәп балалары, етәкселәр бүләкләнде. Урғаҙа ауылынан шағирә, һәүәҫкәр композитор Римма Ғәлина “Йыл балҡышы” тип табылды.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 878

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 254

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 778

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 951

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 852

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 632

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 731

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 583

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 843

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 583

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 779