Талҡаҫ буйында – Ижад йорто15.12.2015
Ошо көндәрҙә баймаҡтар, йәнә үҙҙәренең тәүәккәллек тигән сифатына тоғро ҡалып, Талҡаҫ күле, Ирәндек тауҙары буйында яҙыусылар өсөн Ижад йорто асты. Әҙәбиәт йылындағы иң матур һәм әһәмиәтле сарала район хакимиәте башлығы Илшат Ситдыҡов, “Талҡаҫ” шифаханаһы директоры Мортаза Абдуллин, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов һәм бер төркөм яҙыусы ҡатнашты.
Әҙиптәр өсөн ижад йорттары элек-электән булған. Ҡәләм оҫталарының аҫтына Ялта, Пицунда, Малеевка, Переделкино тип яҙылған шиғыр һәм хикәйәләре ҡулыбыҙға йыш килеп эләгә торғайны. Совет иле тарҡалғас, Рәсәйҙә бындай урындар кәмене, ҡайҙа барлығын да әйтеүе ауыр. Шуға ла яҡташтарым ҡыйыу аҙымға барған: бындағы матурлыҡ һәм хозурлыҡ әллә күпме ижадсыны илһамландырыр, рухи ҡеүәт өҫтәр, яңы әҫәрҙәр тыуҙырыр, тигән изге ниәт менән тотҡандар ҙа бынамын тигән коттедждың ике бүлмәһен тулыһынса ижадсылар өсөн бүлгән дә ҡуйғандар.
Илшат Хәмит улы килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, тап Әҙәбиәт йылында Ижад йорто асылыуын йылдың иң ҙур ваҡиғаларының береһе тип билдәләне һәм күңелгә ятҡан, йөрәктәрҙе тетрәндергән, илһамландырған әҫәрҙәр тыуыуын теләне. Юлдың ауыр һәм оҙайлы булыуына ҡарамаҫтан, ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан Наил Ғәйетбаев үҙенең уй-кисерештәрен рәхмәт һүҙҙәрендә еткерҙе:
– Бөгөн минең өсөн – иң ҡыуаныслы һәм шатлыҡлы көн. Ниһайәт, Башҡортостан яҙыусыларының үҙ ижад йорто асылды! Уның тап Баймаҡ ерендә урынлашыуы юҡҡа түгел. Бындағы ожмахтай урын үҙе үк ҡулыңа ҡәләм алдыра, ижад иттерә. Утыҙға яҡын пьесам ныҡ ошо изге төбәктә яҙылды, артабан сәхнәгә ҡуйылды. “Талҡаҫ” шифаханаһының директоры Мортаза Абдуллиндың ярҙамы ла баһалап бөткөһөҙ ҙур. Әгәр ул ризалыҡ бирмәһә, яҙыусылар өсөн исемле йыл төп мәғәнәһенә тап килмәҫ ине. Дөрөҫ, быйыл әллә күпме осрашыуҙар үтте, яңы таланттар асылды, китаптар сыҡты, әммә былар ғына яҙыусының дәртен үҫтереү һәм уның баһаһын арттырыу өсөн аҙ. Бөгөн күптәр был ваҡиғаның ни тиклем әһәмиәтле булыуын аңлап та бөтмәйҙер, – тине Наил Әсҡәт улы.
Ижад йортоноң тәүге ял итеүселәре – Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов менән билдәле шағир Зөфәр Вәлит. Әйткәндәй, йыл әйләнәһенә эшләйәсәк Ижад йортонда яҙыусылар теләк буйынса килә, хатта ғаиләләре менән ял итергә шарттар бар. Шулай уҡ әҙиптәр “Талҡаҫ” шифаханаһында һаулыҡтарын нығыта аласаҡ.
Артабан яҙыусылар менән осрашыу Баймаҡ ҡалаһының халыҡ ижады үҙәгендә дауам итте. Унда районда йыл башында иғлан ителгән “Ҡөҙрәтле һүҙ” әҙәби марафонына йомғаҡ яһалды. Гран-приға Ишбирҙе ауыл Советы лайыҡ булды. Марафондың символик билдәһе — йыл дауамында төрлө ҡөҙрәтле һүҙҙәр сигелә барған һөлгө — Баймаҡ тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырылды. Шулай уҡ фестивалде ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандар, иң күп китап уҡыған ғаиләләр, кластар, мәктәп балалары, етәкселәр бүләкләнде. Урғаҙа ауылынан шағирә, һәүәҫкәр композитор Римма Ғәлина “Йыл балҡышы” тип табылды.