Халҡыбыҙҙа “ете быуыныңды белеү”, “ете ят” тигән төшөнсәләрҙе белмәгән кеше юҡ шикелле. Һуңғы йылдарҙа шәжәрә ағасы төҙөү, үҙеңдең алыҫ туғандарыңды барлау күренештәре бигерәк тә таралып китте. Быға хатта башҡа халыҡтар ҙа эйәрҙе. Ә нимә аңлата һуң ул тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына төшөнсәләр? Үткәнеңде, тарихыңды белеү өсөн генәме?Һүҙҙе йыраҡтан түгел, ә яҡындан, үҙемдән башламаҡсымын. Бала саҡтан бер сағыу күренеш хәтергә уйылып ҡалған. Кисен беҙҙең өйгә саҡырылған ҡунаҡтар, күпселектә беҙ танып белгән инәй-бабайҙар йыйылды. Шәм яҡтыһы төшмәгән мөйөшкә боҫоп, беҙ, шыйтыҡ малайҙар, ололар һүҙенә ҡолаҡ һалып ултырҙыҡ. Баҡтиһәң, бер ағайыбыҙ кәләш алырға йыйына икән. Алыҫ ҡына ауылдан икән буласаҡ еңгәбеҙ, ул ауылды ишетеп кенә беләбеҙ. Ә атай, әсәй, инәй-бабайҙар ул яҡтарҙағы беҙҙең туғандарҙы барлай башланы. Күп кенә икән дә баһа! Бармаҡ бөкләп-бөкләп һанайҙар, кем ата яғынан, кем әсә яғынан, кемдәрҙең ата – бер, әсәй башҡа һәм бүтән беҙгә аңлайышһыҙ аңлатмаларға төшөп киттеләр. Мәсьәлә ҡатмарлы: өйләнешәсәк егет менән ҡыҙ бер-береһенә ете ят булырға тейеш икән. Егерме саҡрымдағы ауылға ҡунаҡҡа барып, бер сибәргә ғашиҡ булған ағайым унда туғандарыбыҙ барлығын да белмәгән инде ул. Хәйер, үҙебеҙ шар ҙа шор килеп уйнап үҫкән ауыл ҡыҙҙарының кемеһе беҙгә туған, ә кемеһе бары күрше ҡыҙы икәнен уйлап та ҡараған юҡ.
Ағайым, шулай итеп, матур кәләшһеҙ, ә беҙ еңгәһеҙ ҡалдыҡ. Унан һуң ағай бик оҙаҡ йылдар буйҙаҡ, ҡарт егет, һәүерек кеүек әрнеткес ҡылыҡһырлауҙарға дусар булып йәшәне әле. Сәбәбе әлеге шул ғаилә йыйынында беҙҙең туғандарҙы барлап, асылда яҡын ғына нәҫелебеҙҙе лә белмәү булып сыҡты. Хәҙер үҙемә һорау бирәм: ә мин, исмаһам, өс туғандарҙың кем икәнен ҡыҙыма өйрәтәмме һуң? Ә бит һүҙ ете ят тураһында бара!
Ә хәҙер алыҫ тарихҡа һәм биологияның генетика тигән өлөшөнә күҙ һалып ҡарайыҡ. Фән аңлатыуынса, яҡын туғандарҙың ҡауышыуы уларҙың артабанғы нәҫеленә насар йоғонто яһай. Дөрөҫ, малсылыҡта һәм үҫемлекселектә был алым кәрәкле сифаттарҙы нығытыу өсөн киң ҡулланыла, мәҫәлән, клонлаштырыу генетик йәһәттән игеҙәк, бер-береһенә ике тамсы һыуҙай оҡшаш йәндәр алырға ярҙам итә. Ләкин күпселек осраҡта кәрәкле генә түгел, ә кәрәкмәгән сифаттар ҡалҡып сығыу хәүефе бар. Әйтәйек, нәҫелдән килгән сирҙәр. Әгәр бала атаһынан да, әсәһенән дә оҡшаш гендар йыйылмаһы алһа, унда был сирҙәрҙең килеп сығыу ихтималлығы икеләтә арта, ә икенсе осраҡта был шарт икеләтә кәмей – ябай арифметика.
Дөрөҫ, дәғүәселәрҙең быға ла етди дәлиле бар: туғандаш енси мөнәсәбәттәр йылдар дауамында барған ҡош-ҡортта, мал-тыуарҙа, шул уҡ бесәйҙәрҙә ни өсөн ғәрип-ғөрәбәлек йыш күҙәтелмәй һуң? Минеңсә, уларҙа бындай статистиканы бер кем дә алып бармаған, көтөүҙә йөрөгән быҙауҙың биологик атаһы кем булғанын хатта көтөүсе лә белмәй. Икенсенән, мал ғүмере бик ҡыҫҡа – ит булып өлгөргәнсе генә, был осорҙа уның ҡайһы сифаттары асылып өлгөрә, ә ҡайһыһы киләсәктә асылыр икәнен бер кем дә күреп өлгөрмәй ҡала. Шул уҡ ваҡытта яҡшы аттарҙың шәжәрәһе егерме быуынға тиклем тәфсирләп тикшерелеүе мәғлүм.
Ә кеше ғүмере шаҡтай оҙон. Һәм шул ғүмер эсендә беҙ атай-әсәйҙән алынған гендарҙың йоғонтоһон аҙым һайын күҙәтеп барабыҙ. Халҡыбыҙҙа “улар нәҫеле менән шулай” тип һөйләүҙәре – тап шул гендар аша килгән сифаттар тураһында. Ҡайһы бер сирҙәр менән мөрәжәғәт иткәндә лә табиптар иң тәүҙә ошо ауырыу төрөнөң нәҫел-нәсәптә булыу-булмауы хаҡында белешә. Сәс ағарыуы йә пеләшләнеү кеүек күренештәр тураһында әйтеп тә тораһы юҡ: әгәр атай кеше иллелә ялтас икән, тимәк, улы ла шул йәшендә шундай буласаҡ. Ҡыҫҡаһы, гендар уртаҡлығы беҙҙе ғүмер буйына һәр йәһәттән оҙатып бара һәм артабанғы быуынға ла шул сифаттарҙы тапшыра. Шуға ла бындай ҙур факторға беҙ бер нисек тә күҙ йомоп ҡарай алмайбыҙ һымаҡ.
Ә тарих йәһәтенән нисегерәк тора һуң хәлдәр? Мәғлүм булыуынса, борон-борондан бөтә халыҡтарҙа ла инцест (туғандарҙың енси мөнәсәбәте) тыйылып килгән. Әлбиттә, ул заманда кешеләр генетиканы белмәгән, был тыйыуға һәр кем үҙенсә аңлатма биргән. Шуға ла хатта әкиәттәрҙә лә егет кәләш эҙләп ете диңгеҙ аръяғына сығып китә. Туғандар менән яҡын аралашыуҙы тыйыу, күрәһең, кешелә шул уҡ генетик кимәлдә һалынғандыр. Биологтар аңлатыуынса, тап шул сифаттарҙы артабанғы быуындарҙа ҡабатлатмау гибридтарҙы йә туғандарҙан тыуған быуынды артабан нәҫел дауам итеү һәләтенән мәхрүм итә.
Әле Испания менән Рәсәйҙә (православие сиркәүе) ике туғандар араһында ла никах рөхсәт ителә. Европаның ҡалған илдәрендә бындай рөхсәт юҡ. Күпселектә был матди байлыҡты ситкә ебәрмәү өсөн уйлап сығарылған рөхсәттәр. Башҡорттарҙа, хәйер, шулай уҡ еңгәне ҡәйнешкә алып биреү йолаһы шуның менән аңлатыла, ләкин еңгәне кем туған тип һанай инде? Уны ағай кеше ете ят араһынан һайлап алған бит, сит ҡан ул. Бына ошонда беҙ ҡан туғанлығы менән йән туғанлығы айырмаһына килеп төртөләбеҙ. Бөгөнгө заманда был айырыуса мөһим, сөнки ата улды белмәгән-танымаған ваҡытта йәшәйбеҙ бит. Ҡан туғанлығы – ана шул генетика, нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килгән хромосомалар һәм гендар тупланмаһы. Ә йән туғанлығы иһә ғаиләгә бәйле, халыҡта әйтелеүенсә, “тапҡан әсә түгел, үҫтергән – әсә”… Был өлкәлә ҡайһы саҡ шундай башватҡыстарға килеп юлығаһың – Бразилия һәм Һиндостан кинолары ары торһон! Балаһыҙ ғаиләләрҙең аҫрауға сабый алыуы дөйөм күренеште ҡатмарландыра ғына: асылда ундай ғаиләлә үҫкән бала ата-әсәһенә туғанлыҡ яғынан бер кем дә түгел, ә бит эргәлә генә уның ысын, биологик туғаны йөрөүе лә мөмкин.
Инцест мәсьәләһен үтә етди тип ҡарамаған дәғүәселәрҙең тағы ла бер дәлиле һағайта. Осраҡлылыҡ теорияһына ярашлы, тиҙәр улар, ете ят кейәү менән кәләштең дә бер үк сир, әйтәйек, шәкәр диабеты менән ауырыу ихтималлығы бар бит. Ул саҡта тыуасаҡ балаға был сирҙең күсеү мөмкинлеге йөҙ процент буласаҡ. Эйе, килешәм. Тик был ихтималлыҡ ҡына бит, ә ысын туғанлыҡ осрағында иһә был теүәл факт килеп сыға. Хәҙерге медицина бик күп ауырыуҙарҙың нәҫелдән килеүен асыҡлай белә-белеүен, хатта ДНК-анализ аша туғанлыҡты билдәләй ала. Ләкин кеше организмының мөмкинлектәре икһеҙ-сикһеҙ икәнлеге лә мәғлүм һәм ҡайһы шарттарҙа беҙҙең ҡандағы ҡайһы сифаттар асылып китерен береһе лә фаразлай алмай. Тормошонда ниндәйҙер фажиғә булғандан һуң көтөлмәгән сифаттары асылып киткән кешеләр тураһында әллә күпме ишеткәнебеҙ һәм уҡығаныбыҙ бар, тик бында ниңәлер береһе лә генетиканы иҫкә төшөрмәй.
Ябай арифметик иҫәпләү аша ете яттың ҡаны беренсе быуындан алып 32 тапҡырға тарҡалырға тейешлеген асыҡлайбыҙ (быуын һайын икегә бүленә бара). Тимәк, нәҫелдә булған сирҙәрҙең килеп сығыу ихтималлығы ла шунсаға кәмей. Быныһы – теүәл һандар, билдәле биолог Мендель ҡанунынса: 9 – 3 – 3 – 1. Тәбиғәт ҡанундарының үтә теүәл булыуын һәм уларҙы боҙған өсөн яуаплылыҡтың көслө икәнен бер биологтар ғына белмәй…
Башҡорттар борон-борондан туғанлыҡты алға ҡуйып, ара, ырыу, ҡәбилә нигеҙҙәренә таянып йәшәгән. Етенсе быуын туғандың 32 тармағын беҙҙә берәйһе барлап ҡарағанмы икән? Тағы ла бер һорау: хәҙерге заманда, йәштәр ата-әсәһенә өйләнешеүҙәре тураһында бар эштәр бөткәс кенә хәбәр итергә күнеккәндә (асылда ата-әсәнән береһе лә һорап тормай, рөхсәт булмаһа, йәшәй ҙә ята), шаҡтай ҡатмарлы “ете ят” институтын иҫкә төшөрөү дөрөҫ буламы? Ләкин был бит – бик борондан һәм күп халыҡтарҙа йәшәп килгән система.
Беҙ боронғо йолаларҙы, ҡанундарҙы, ҡомартҡыларҙы иҫкә төшөрөү, тергеҙеү буйынса бик күп эш башҡарабыҙ, әлбиттә. Ә бына быныһы – “ете ят”лыҡ ҡануны – ул берәйһенә бөгөн кәрәкме? Яҡутстанда һәм Татарстанда яусылыҡ институтын тергеҙәләр тип ишеткәйнем. Төп сәбәптәрҙең береһе – йәштәрҙең пар таба алмай ҡаңғырыуы, шул арҡала демографик хәлдең хөртәйеүе. Сөнки ауыл ерендә, беҙҙең иерархик ҡоролошто иҫкә алһаҡ, һин барыбер ете ят ҡыҙҙы таба алмайһың. Ә ҡала йәштәре алты түгел, ике быуынын да белмәй. Һуңғы йылдар статистикаһына ҡарағанда, өйләнешкән парҙар араһында балаһыҙ ғаиләләр ишәйә, шул сәбәпле “яһалма аталандырыу”, “пробирка балаһы” кеүек яңы төшөнсәләр телмәргә керә бара. Ошо “ете ят”лыҡ институтының юҡҡа сығыу эҙемтәһе түгелме икән?