“Ете ят”лыҡ ҡайҙан килә?11.12.2015
“Ете ят”лыҡ ҡайҙан килә? Халҡыбыҙҙа “ете быуыныңды белеү”, “ете ят” тигән төшөнсәләрҙе белмәгән кеше юҡ шикелле. Һуңғы йылдарҙа шәжәрә ағасы төҙөү, үҙеңдең алыҫ туғандарыңды барлау күренештәре бигерәк тә таралып китте. Быға хатта башҡа халыҡтар ҙа эйәрҙе. Ә нимә аңлата һуң ул тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына төшөнсәләр? Үткәнеңде, тарихыңды белеү өсөн генәме?
Һүҙҙе йыраҡтан түгел, ә яҡын­дан, үҙем­дән башламаҡсымын. Бала саҡтан бер сағыу күренеш хәтергә уйылып ҡалған. Кисен беҙҙең өйгә саҡырылған ҡунаҡ­тар, күпселектә беҙ танып белгән инәй-бабайҙар йыйылды. Шәм яҡтыһы төшмәгән мөйөшкә боҫоп, беҙ, шыйтыҡ малайҙар, ололар һүҙенә ҡолаҡ һалып ултырҙыҡ. Баҡтиһәң, бер ағайыбыҙ кәләш алырға йыйына икән. Алыҫ ҡына ауылдан икән буласаҡ еңгәбеҙ, ул ауылды ишетеп кенә беләбеҙ. Ә атай, әсәй, инәй-бабайҙар ул яҡтарҙағы беҙҙең туғандарҙы барлай башланы. Күп кенә икән дә баһа! Бармаҡ бөкләп-бөкләп һанайҙар, кем ата яғынан, кем әсә яғынан, кемдәрҙең ата – бер, әсәй башҡа һәм бүтән беҙгә аң­лайышһыҙ аңлатмаларға төшөп киттеләр. Мәсьәлә ҡатмарлы: өйләнешәсәк егет менән ҡыҙ бер-береһенә ете ят булырға тейеш икән. Егерме саҡрымдағы ауылға ҡунаҡҡа барып, бер сибәргә ғашиҡ булған ағайым унда туғандарыбыҙ барлығын да белмәгән инде ул. Хәйер, үҙебеҙ шар ҙа шор килеп уйнап үҫкән ауыл ҡыҙҙарының кемеһе беҙгә туған, ә кемеһе бары күрше ҡыҙы икәнен уйлап та ҡараған юҡ.
Ағайым, шулай итеп, матур кәләшһеҙ, ә беҙ еңгәһеҙ ҡалдыҡ. Унан һуң ағай бик оҙаҡ йылдар буйҙаҡ, ҡарт егет, һәүерек кеүек әрнеткес ҡылыҡһырлауҙарға дусар булып йәшәне әле. Сәбәбе әлеге шул ғаилә йыйынында беҙҙең туғандарҙы барлап, асылда яҡын ғына нәҫелебеҙҙе лә белмәү булып сыҡты. Хәҙер үҙемә һорау бирәм: ә мин, исмаһам, өс туғандарҙың кем икәнен ҡыҙыма өйрәтәмме һуң? Ә бит һүҙ ете ят тураһында бара!
Ә хәҙер алыҫ тарихҡа һәм биологияның генетика тигән өлөшөнә күҙ һалып ҡара­йыҡ. Фән аңлатыуынса, яҡын туғандарҙың ҡауышыуы уларҙың артабанғы нәҫеленә насар йоғонто яһай. Дөрөҫ, малсылыҡта һәм үҫемлек­се­лектә был алым кәрәкле сифат­тарҙы нығытыу өсөн киң ҡул­ла­ны­ла, мәҫәлән, клонлаштырыу генетик йәһәттән игеҙәк, бер-береһенә ике тамсы һыуҙай оҡшаш йәндәр алырға ярҙам итә. Ләкин күпселек осраҡта кә­рәкле генә түгел, ә кәрәкмәгән сифаттар ҡалҡып сығыу хәүефе бар. Әйтәйек, нәҫелдән килгән сирҙәр. Әгәр бала атаһынан да, әсәһенән дә оҡшаш гендар йы­йыл­маһы алһа, унда был сир­ҙәрҙең килеп сығыу ихтималлығы икеләтә арта, ә икенсе осраҡта был шарт икеләтә кәмей – ябай арифметика.
Дөрөҫ, дәғүәселәрҙең быға ла етди дәлиле бар: туғандаш енси мөнәсәбәттәр йылдар дауамында барған ҡош-ҡортта, мал-тыуарҙа, шул уҡ бесәйҙәрҙә ни өсөн ғәрип-ғөрәбәлек йыш күҙәтелмәй һуң? Минеңсә, уларҙа бындай статистиканы бер кем дә алып бар­маған, көтөүҙә йөрөгән быҙауҙың биологик атаһы кем булғанын хатта көтөүсе лә белмәй. Икен­сенән, мал ғүмере бик ҡыҫҡа – ит булып өлгөргәнсе генә, был осорҙа уның ҡайһы сифаттары асылып өлгөрә, ә ҡайһыһы килә­сәктә асылыр икәнен бер кем дә күреп өлгөрмәй ҡала. Шул уҡ ва­ҡытта яҡшы аттарҙың шәжәрәһе егерме быуынға тиклем тәфсирләп тикшерелеүе мәғлүм.
Ә кеше ғүмере шаҡтай оҙон. Һәм шул ғүмер эсендә беҙ атай-әсәйҙән алынған гендарҙың йоғонтоһон аҙым һайын күҙәтеп барабыҙ. Хал­ҡыбыҙҙа “улар нәҫеле менән шулай” тип һөй­ләүҙәре – тап шул гендар аша килгән сифаттар тураһында. Ҡайһы бер сирҙәр менән мө­рәжәғәт иткәндә лә табиптар иң тәүҙә ошо ауырыу төрөнөң нәҫел-нәсәптә булыу-булмауы хаҡында белешә. Сәс ағарыуы йә пеләш­ләнеү кеүек күренеш­тәр тураһында әйтеп тә тораһы юҡ: әгәр атай кеше иллелә ялтас икән, тимәк, улы ла шул йәшендә шундай буласаҡ. Ҡыҫ­ҡаһы, гендар уртаҡлығы беҙҙе ғүмер буйына һәр йәһәттән оҙатып бара һәм артабанғы быуынға ла шул сифаттарҙы тапшыра. Шуға ла бындай ҙур факторға беҙ бер нисек тә күҙ йомоп ҡарай алмайбыҙ һымаҡ.
Ә тарих йәһәтенән нисегерәк тора һуң хәлдәр? Мәғлүм булыуынса, борон-борондан бөтә халыҡтарҙа ла инцест (туған­дар­ҙың енси мөнәсәбәте) тыйылып килгән. Әлбиттә, ул заманда кешеләр генетиканы белмәгән, был тыйыуға һәр кем үҙенсә аңлатма биргән. Шуға ла хатта әкиәттәрҙә лә егет кәләш эҙләп ете диңгеҙ аръяғына сығып китә. Туғандар менән яҡын арала­шыуҙы тыйыу, күрәһең, кешелә шул уҡ генетик кимәлдә һалын­ғандыр. Биологтар аңлатыуынса, тап шул сифаттарҙы арта­банғы быуындарҙа ҡабатлатмау гибрид­тарҙы йә туғандарҙан тыуған быуынды артабан нәҫел дауам итеү һәләтенән мәхрүм итә.
Әле Испания менән Рәсәйҙә (правос­лавие сиркәүе) ике ту­ғандар араһында ла никах рөхсәт ителә. Европаның ҡалған илдә­рендә бындай рөхсәт юҡ. Күп­се­лектә был матди байлыҡты ситкә ебәрмәү өсөн уйлап сығарылған рөхсәттәр. Башҡорт­тарҙа, хәйер, шулай уҡ еңгәне ҡәйнешкә алып биреү йолаһы шуның менән аңла­тыла, ләкин еңгәне кем туған тип һанай инде? Уны ағай кеше ете ят араһынан һайлап алған бит, сит ҡан ул. Бына ошонда беҙ ҡан туғанлығы менән йән туғанлығы айырмаһына килеп төртөләбеҙ. Бөгөнгө заманда был айырыуса мөһим, сөнки ата улды белмәгән-танымаған ваҡытта йәшәй­беҙ бит. Ҡан туғанлығы – ана шул генетика, нәҫелдән-нә­ҫелгә күсеп килгән хромосомалар һәм гендар тупланмаһы. Ә йән туғанлығы иһә ғаиләгә бәйле, халыҡта әйте­леүенсә, “тапҡан әсә түгел, үҫтергән – әсә”… Был өлкәлә ҡайһы саҡ шундай башват­ҡыс­тарға килеп юлығаһың – Бразилия һәм Һиндостан кинолары ары торһон! Балаһыҙ ғаилә­ләрҙең аҫрауға сабый алыуы дөйөм күренеште ҡатмар­ландыра ғына: асылда ундай ғаиләлә үҫкән бала ата-әсәһенә туғанлыҡ яғынан бер кем дә түгел, ә бит эргәлә генә уның ысын, биологик туғаны йөрөүе лә мөмкин.
Инцест мәсьәләһен үтә етди тип ҡара­маған дәғүәселәрҙең тағы ла бер дәлиле һағайта. Осраҡлылыҡ теорияһына ярашлы, тиҙәр улар, ете ят кейәү менән кәләш­тең дә бер үк сир, әйтәйек, шәкәр диабеты менән ауырыу ихтималлығы бар бит. Ул саҡта тыуасаҡ ба­лаға был сирҙең күсеү мөмкинлеге йөҙ процент буласаҡ. Эйе, ки­ле­шәм. Тик был ихтималлыҡ ҡына бит, ә ысын туғанлыҡ осрағында иһә был теүәл факт килеп сыға. Хәҙерге медицина бик күп ауырыуҙарҙың нәҫелдән килеүен асыҡлай белә-белеүен, хатта ДНК-анализ аша туған­лыҡты билдәләй ала. Ләкин кеше орга­низмының мөмкинлектәре икһеҙ-сикһеҙ икәнлеге лә мәғлүм һәм ҡай­һы шарттарҙа беҙҙең ҡан­дағы ҡайһы сифаттар асылып китерен береһе лә фаразлай алмай. Тормошонда нин­дәйҙер фажиғә бул­ған­дан һуң көтөлмәгән сифаттары асылып кит­кән ке­ше­ләр тураһында әл­лә күпме ишеткәнебеҙ һәм уҡығаныбыҙ бар, тик бында ниңәлер береһе лә генетиканы иҫкә төшөрмәй.
Ябай арифметик иҫәп­ләү аша ете яттың ҡаны беренсе быуындан алып 32 тапҡырға тарҡалырға тейешлеген асыҡ­лайбыҙ (быуын һайын икегә бүленә бара). Тимәк, нәҫелдә булған сирҙәрҙең килеп сығыу ихтималлығы ла шунсаға кәмей. Быныһы – теүәл һандар, билдәле биолог Мендель ҡанунынса: 9 – 3 – 3 – 1. Тәбиғәт ҡанундарының үтә теүәл булыуын һәм уларҙы боҙған өсөн яуап­лылыҡтың көслө икәнен бер биологтар ғына белмәй…
Башҡорттар борон-борондан туғанлыҡ­ты алға ҡуйып, ара, ырыу, ҡәбилә нигеҙ­ҙәренә таянып йәшәгән. Етенсе быуын туғандың 32 тармағын беҙҙә берәйһе барлап ҡарағанмы икән? Тағы ла бер һорау: хәҙерге заманда, ­йәш­тәр ата-әсәһенә өйләне­шеүҙәре тураһында бар эштәр бөткәс кенә хәбәр итергә күнек­кәндә (асылда ата-әсәнән береһе лә һорап тормай, рөхсәт булмаһа, йәшәй ҙә ята), шаҡтай ҡатмарлы “ете ят” институтын иҫкә тө­шөрөү дөрөҫ буламы? Ләкин был бит – бик борондан һәм күп ха­лыҡтарҙа йәшәп килгән система.
Беҙ боронғо йолаларҙы, ҡанундарҙы, ҡомартҡыларҙы иҫкә төшөрөү, тергеҙеү буйынса бик күп эш башҡарабыҙ, әлбиттә. Ә бына быныһы – “ете ят”лыҡ ҡануны – ул берәйһенә бөгөн кәрәкме? Яҡутстанда һәм Татарстанда яусылыҡ институтын тергеҙәләр тип ишеткәйнем. Төп сәбәп­тәр­ҙең береһе – йәштәрҙең пар таба алмай ҡаңғырыуы, шул арҡала демографик хәлдең хөртәйеүе. Сөнки ауыл ерендә, беҙҙең иерархик ҡоролошто иҫкә алһаҡ, һин барыбер ете ят ҡыҙҙы таба алмайһың. Ә ҡала йәштәре алты түгел, ике быуынын да белмәй. Һуңғы йылдар статис­тикаһына ҡарағанда, өйләнешкән парҙар араһында балаһыҙ ғаиләләр ишәйә, шул сәбәпле “яһалма аталандырыу”, “пробирка балаһы” кеүек яңы төшөнсәләр телмәргә керә бара. Ошо “ете ят”лыҡ институтының юҡҡа сығыу эҙемтәһе түгелме икән?




Вернуться назад